Дарыу һөлөгө

Боронғораҡ заманда, мәжүсилек осоронда, йәғни кешеләр тәбиғәт ҡөҙрәтенә инанғанда, ҡояшҡа, утҡа, һыуға һәм башҡа илаһи көстәргә табынғанда, йәшәгән, ти, бер имсе. Тупраҡ менән дә, һыу менән дә имләгән ул сирле бәндәләрҙе, ут менән дә ҡыуған сырхауҙарын, үлән төнәтмәләре эсереп тә дауалаған. Ҡыҫҡаһы, ҡулында им булған уның.
Көндәрҙән бер көндө ошо имсе үҙе ҡаты ауырыуға дусар булған: аяҡтары гел шешеп, имәнес шешектәр менән ҡап­ланған, имеш, ти. Ахыр сиктә, ул түшәккә йығылған. Үҙенең билдәһеҙ сирҙән еңелә барыуын имсе ауыр кисергән. Баш­ҡаларҙы сәләмәт итә алған башың менән күҙ алдында аяҡһыҙ булып ят инде! Ғазаплана тор­ғас, ул төн йөҙөндә төйәгенән ҡасып китергә булған: кешеләр уның мөшкөл хәлен күрмәһен, ауырыуынан ҡотолғандыр ҙа яланға дарыу үләне йыйырға сыҡҡандыр, тип уйлаһындар, йәнәһе.

Ысынында иһә урман эсендәге бер тәрән күлгә барып батырға уйлаған имсе. Саф һыулы, төбө йомшаҡ ләм менән ҡап­лан­ған был урында ырыуҙаштары йәйге селләләрҙә һыу инә, унда батыу килешмәҫ тәһә? Шулай уйлап, ары имгәкләгән, ти. Тымыҡ ҡына аҡҡан йыл­ғаға ла батмаған – унан сәйгә һыу алалар, бала-саға ҡойона, ә быуаһында ат йөҙҙөрәләр. Шул тирәнән әллә ни алыҫ та түгел уфылдап ятҡан һаҙлыҡ яғына шылыша имсе, ахырҙа. Ай күр­ҙе, ҡояш алды булыр, бер кем юллап тапмаҫ эҙемде, мәңге сер булып ҡалыр минең юғалыуым, тип фараз итә лә тәүәккәлләй.
Имгәкләп һаҙлыҡҡа инеп бара, инеп бара, ти, был. Әммә һис убылмай, туп кеүек өҫкә ҡалҡып килә лә сыға, килә лә сыға икән. Таң атҡан да кис бул­ған, тағы ла таң атҡан… Өс көн шулай аҙапланған, ахырҙа, башын түмгәккә ҡуйып, аяҡтарын һаҙ күрәненә һуҙып һалып, йоҡлап киткән. Уянғас, ары шыуышмаҡ иткән, хәлһеҙ аяҡтарына күҙ һалған: абау! Ике аяғы ла тубыҡ тиңентен ҡарайған, яп-ялтыр булып күпкән, ти. Ҡото осоп ҡарап торғанда, бер заман тыптыр-тыптыр итеп, йоп-йомро ҡара бармаҡ кеүек әллә нәмәкәйҙәр балтырҙарынан өҙөлөп төшә башлаған, имеш. Им­се иҫен юйған, бындай ғибрәтте күргәс…
Аңына килгәс, күрә икән: аяҡтары ағарып, таҙарып ҡалған, шеше ҡайтҡан, ә эргә-тирәлә теге ҡара нәмәкәйҙәр тәгәрәшеп ята. Төрткөләп ҡараһа, эстәре тулы ҡара ҡан, ти, ул мәхлүктәрҙең. Бәй, былар бит уның шешкән аяҡтарындағы яман ҡанды һурып һәләк булған, әләй­һәң?!
Имсе үҙенең ҙур асыш яһауын аңлаған һәм тиҙерәк был хаҡта кешеләргә еткерергә теләгән, тик еп өҙөрлөк тә хәлгенәһе юҡ, ти, шул. Һәр саҡ билбауында ҡыҫ­тырыулы йөрөгән һыбыҙ­ғыһы иҫенә төшкән әлдә, шуны алып һыҙғыртып ебәргән икән, уны эҙләп сыҡҡан ырыуҙаштары ишетеп килеп тә еткән.
Ә теге мәхлүктәрҙе шунан бирле дарыу һөлөгө тип йөрөтә башлағандар: дауалайҙар бит үҙҙәренсә. Имсе иһә һөлөк һалыу һөнәрен үҙләштереп алған, ти.

* * *

Әйткәндәй, һөлөктәр тәрән күлдәрҙә, һәлмәк ағышлы йыл­ғаларҙа, быуа һәм һаҙлыҡтарҙа үрсей, шундағы тереклектең ҡанын һурып туҡлана икән.
…Күргәнем бар дарыу һөлөгөн: ҡарағусҡыл йәшкелт төҫтә, башы яғы йыуаныраҡ, ҡойроҡҡа табан нәҙегерәк селәүсенгә оҡшаған. Һыртында өҙөк-өҙөк буй һыҙыҡсалары күренә, ҡор­һағы һарғылтыраҡ. Үҙе шундай шыма, ҡан һурғыс имгестәре бар, әммә улар күҙгә салынып тормай.
Дарыу һөлөгө менән дауалау бөгөнгө медицинала киң ҡулланыла һәм гирудотерапия тип атала, белгегеҙ килһә.

Гөлнур ЯҠУПОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code