Дүртенсе тур

Етенсе мәсьәлә

Етенсе мәсьәлә

Аҡтар башлай ҙа өс йөрөштән мат ҡуя.
Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крһ3, Фа6, Сс7, пg2 (4 фигура), ҡаралар – Крһ5, пf6 (2 фигура).
Мәсьәләнең авторы – Виктор Чепижный (1986). Тәүге йөрөштә көтмәгәндә аҡтар бер фигураһын юғалта. Өс вариантты ла табырға.

 

Һигеҙенсе мәсьәлә

 

Һигеҙенсе мәсьәлә

Аҡтар башлап, был юлы ла өс йөрөштән мат ҡуйырға тейеш.
Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крf5, Фd3, Сd8, ппа4, d6, е5 (6 фигура), ҡаралар – Крb4 (1 фигура).
Авторы – Александр Кудрявцев (2006). Сиселеш аҡтарҙың ҡара ко­ролгә бер асыҡ юл ҡалдырыуы менән башлана. Ике вариантты ла күрһәтергә кәрәк.

Яуаптарығыҙҙы тикшереп ҡарағыҙ

(«Йәншишмә» №13, 31 март, 2017 йыл.)

Бишенсе мәсьәлә

  1. Кс7 – а8!! Кре5 – d6
  2. Крd3 – d4 Крd6 – с6
  3. Фf7 – d5х.

Алтынсы мәсьәлә

  1. Фb4 – b7! f4 – f3
  2. е2:f3 Крс2 – d3
  3. Фb7 – е4х.

Дөрөҫ яуаптарҙы Нурислам ФӘЙРУШИН, Артур ТИМЕРМУЛЛИН, Динислам ЮЛДАШБАЕВ, Ислам КИЛДЕЙӘРОВ (Иҫән­ғол), Нуршат СӘЙФЕТДИНОВ, Айнур ИСКӘН­ЙӘРОВ, Саша ЮРТАЕВ, Әнүәр САФИН, Филүз ДАУЫТОВ, Никита КУЛИЧКИН, Илһам КӘЛИМУЛЛИН, Айгиз ИЛЬЯСОВ (Таҙлар, Ейәнсура), Зөлфәт МӘМБӘТОВ (Әбүбәкер, Хәйбулла), Коля ШИБАЕВ (Күмертау) һәм конкурстан тыш ҡатнашыусы уҡы­тыусы Илһам ЛАТИПОВ (Алағуҙ, Ҡый­ғы) ебәргән.

ШАХ БАБАЙ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code