Дүрт йәш кенә, тимәгеҙ…

Өфөлә була был хәл. Киске етеләр тирәһе. Алёша Гребешков велигында тегеләй-былай елдереп, рәхәтләнә генә. Эргәһендә атаһы ла ҡарап йөрөй. Бер мәл ҡыҙыҡһыныусан малай төтөн сыҡҡанын күреп ҡала. «Атай, ҡара әле, нимәлер яна! Барып киләйек. Бәлки, кемгәлер ярҙам кәрәктер», – ти 4 йәшлек кенә малай ололарса. Күндерә атаһын. Барһалар, ҡоро үлән яна икән. Бер кем дә юҡ, етмәһә. Ут эргәләге эшселәрҙең йәшәгән еренә етеп кенә бара. Бында ла Алёша юғалып ҡалмай: «Янғын һүндереүселәрҙе тиҙерәк саҡыра һал», – тип атаһына ҡысҡыра.

Беренсе ҡаттың тәҙрәһенә туҡылдатҡас, бөтә эшселәр ҙә урамға йүгереп сыға. Ҡотҡарыу­сылар ҙа килеп етә. Алёшаның ҡыйыу аҙымы арҡаһында бер кем дә зыян күрмәй. Йорт та ҡотҡарыла. Янғын һүндереүселәр был малай тураһында белгәс, үҫә төшкәс, үҙҙәренә эшкә килергә саҡыралар.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code