Дүрт аяҡлы дуҫым

Йорт хайуандарын ныҡ яратам. Бигерәк тә көсөк, бесәй балаһы күрһәм, һушым китә. Өләсәйемдең Роза исемле ҡарт бесәйе бар. Уның күңеле бик тә йәш, гел һикереп уйнап, иркәләнеп кенә тора. Үҙе көнө буйы йүгерә. Түңәрәкләнә башлаһа, балалары тыуыуын көтә башлайым, өләсәйемдән һорап йөҙәтәм. Был юлы ҡаты ауырып дауаханаға яттым. Розаның балаларын, күҙҙәре асылғас, кешеләргә таратып бөткәндәр, ә миңә иң матурын – өс төҫлөһөн ҡалдыр­ғандар.

Дауахананан кискә генә ҡайтып еттек, шул тиклем арығайным, тиҙерәк йоҡларға яттым. Иртәнсәк уяныу менән тарау ятҡан әйберҙәремде шифоньерға теҙә башланым. Шул саҡ ҡулым йомшаҡ, йылы бер нәмәгә тейҙе. Тәүҙә тертләп киттем. Һуңынан абайлабыраҡ ҡараһам, бәләкәс бесәйем икән. Ул шундай матур, сиам тоҡомонан. Мин уға Кукки тип исем ҡуштым. Бик аҡыллы булып сыҡты, үҙен яҡшы итеп тәрбиәләйем. Кукки шаян, бергәләп уйнайбыҙ. Бик бөхтә генә йөрөй, мин уны йыуындырып та торам. Ул әсәһенә бик оҡшаған, ә ҡойроғо атаһыныҡылай оҙон. Атаһы менән гел һуғыша. Миңә шул ғына оҡшамай, әрләп бөтәм. Бысранһа, Кукки уны «йыуындыра». Төнөн «ҡосаҡлашып» йоҡлайҙар.
Ҡайҙалыр барһам, бесәйем мыяулап оҙатып ҡала. Ҡайтһам, ҡаршыма йүгерә. Кукки – минең дүрт аяҡлы дуҫым.

Ирина ХӘЗИЕВА, VII синыф уҡыусыһы.
Туймазы районы, Бишҡурай ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code