Шағир, журналист, йәмәғәт эшмәкәре Нияз СӘЛИМОВҡа – 60 йәш

Ғалим, яҙыусы һәм журналист, дәүләт эшмәкәре Нияз Сәлимов 1958 йылдың 27 сентябрендә Ғафури районы Яугилде ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия инс­ти­тутының филология факультетын тамамлаған. «Йәшлек», «Башҡортостан» гәзиттәрендә, Ғафури районының «Йондоҙ», «Табын» баҫмаларында баш мөхәррир булып эшләй.Әлеге көндә ул – Баш­ҡортостан Республикаһы Милли архивының директор урынбаҫары. Балалар өсөн яҙған китаптары: «Ҡурсаҡ булғы килмәне» (1992), «Атайым йомаҡтары» …

Continue reading ‘Шағир, журналист, йәмәғәт эшмәкәре Нияз СӘЛИМОВҡа – 60 йәш’ »

Моңлогөл, тиҙәр уны

Ысынлап та, шулай тиҙәр уның хаҡында. Шиғриәте моңло, хисле, уйлы булған өсөн. Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылында тыу­ған ҡыҙ әсәһе Миңһылыу Шәрифйән ҡыҙының моңло халыҡ йырҙарын тыңлап, атаһы Сәлимйән Ноғман улының һуғыштан яраланып ҡайтып, госпиталдә яҙған шиғырҙарын уҡып күңелендә йыр-моңға һөйөү уяна һәм үҙе лә тәүге шиғыр­ҙарын ижад итә.

Шиғриәт – минең булмышымда

Ҡасан шиғыр яҙа башланығыҙ? Ул нисек тыуа? Нимә ул илһам? Ижадҡа ҡағылышлы ошондайыраҡ һорауҙар менән осрашыуҙар ваҡытында ла, хат аша ла уҡыусылар йыш мөрәжәғәт итә. Бөтә кеше лә шағир була аламы? Һәләт беренселме, әллә тырышлыҡмы? Бындай һорауҙар бигерәк тә үҙҙәре лә ҡәләм тибрәтеп ҡараған әҙәбиәт һөйөүселәрҙе ҡыҙыҡһындыра.

Өлөшлө әҙибә

Уны «ҡанатлы Гөлфиә», тиҙәр. Билдәле шағир Ирек Кинйәбулатов тәүләп әйткән был ҡушаматты. Ысынлап та, бик хаҡ һүҙҙәр. Баш­ҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаеваға тап килгән нарыҡлау. Үҙенең 70 йәшен билдәләгән әҙибә ерҙән атлап түгел, осоп йөрөгән кеүек. Ул һәр ваҡыт ҡайҙалыр ашыға, кемгәлер ярҙам итә, кемделер хәстәрләй.

Утлы ҡулса

10 июнь – Шағирә Тамара ИСКӘНДӘРИӘгә – 60 йәш Тамара Искәндәриә (Тамара Ишбулды ҡыҙы Юлдашева) Ишембай районының Ҡыяуыҡ ауылында 1958 йылда тыуған. Үҙҙәрендә башланғыс белем алғандан һуң Йәнырыҫ мәктәбендә уҡый. Мәктәп йылдарында уҡ әҙәби ижадҡа ылыға. Шиғыр һәм хикәйәләре «Башҡортостан пионеры» (хәҙерге «Йәншишмә») гәзитендә донъя күрә, хатта республика әҙәби конкурсында юғары баһалана. Ҡыҙ Бөтә Союз …

Continue reading ‘Утлы ҡулса’ »

«Мин тауҙарҙа тыуҙым, тауҙарҙа…»

Шағирә Таңһылыу Ҡарамышеваға – 70 йәш Ауылыбыҙ мәҙәниәт йортонда республиканың күренекле шағирәһе, публицист, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты Таңһылыу Ҡарамы­шеваның «Мин тауҙарҙа тыуҙым, тауҙарҙа» исемле юбилей кисәһе үтте.

80 йыллыҡҡа – 80 изге эш!

Баш ҡаланың Совет районы быйыл үҙенең 80 йыллығын билдәләй. Ошо уңайҙан ойошторолған акция сиктәрендә райондың балалар баҡсалары коллективы бик матур, изге эштәр башлап ебәрҙе. Улар ҡарауһыҙ, ата-әсә йылыһынан мәхрүм ҡалғандар янына барып, бәләкәй генә байрамдар ойоштора. Мәҫәлән, 84-се балалар баҡсаһыныҡылар хужаһыҙ ҡалған эттәр приютына күстәнәстәр алып ба­рып, маъмайҙарҙы һыйлаһа, 205-се балалар баҡсаһы бүләктәр, күстәнәстәр алып …

Continue reading ‘80 йыллыҡҡа – 80 изге эш!’ »