Башҡорт теле көнөнә арнап

Башҡорт теле көнө алдынан интернет селтәрендә бер нисә конкурс башланды. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ойоштора. Ярыштар туған телебеҙҙе әүҙемләштереү маҡсатын ҡуя. Нәфис әҙәбиәт өлгөләрен тәржемә итеп ҡарарға теләүселәр ҙә үҙ көсөн һынай ала. Конкурстар менән «Бәйләнештә» селтәрендә «Башҡорт теле көнө» төркөмөндә таныша алаһығыҙ.

Балалар өсөн медицина бүлмәләре

Өфө мәктәптәренең 63 мең 538 уҡыу­сыһына 62 табип һәм 87 шәфҡәт туташы тура килә. Был хаҡта ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә мэрияның халыҡтың һаулығын һаҡлау бүлеге начальнигы Рәдиф Сабиров белдерҙе. Әлеге ваҡытта ҡаланың барлыҡ мәктәптәрендә лә медицина учреждениелары менән балаларҙы хеҙмәтләндереү өсөн лицензиялар рәсмиләштерелгән. Баш ҡаланың ике лицейы (160-сы һәм 161-се) документҡа ҡул ҡуйыу стадияһында.

Етәкселәр ҙә – социаль селтәрҙәрҙә

«Етәкселәр социаль селтәр­ҙәрҙә булырға һәм кешеләр ебәргән һорауҙарға яуап бирергә бурыслы. Халыҡтың талабын иғтибарға алмау йөкмәтелгән вазифаларҙы үтәмәүҙе аңлата», – тип хәбәр итә республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәте. «Социаль селтәр халыҡҡа бюрократик кәртәләрҙе еңел генә үтеп, тиҙ арала һорауын еткереү форсаты бирә», – тип иҫәпләй Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина. Әйткәндәй, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары …

Continue reading ‘Етәкселәр ҙә – социаль селтәрҙәрҙә’ »

Иң-иңдәр ҡайҙан?

Республикабыҙҙа «Беҙҙең киләсәк» хәйриә фонды «Изгелекте бергәләп» тигән конкурс иғлан итте. Унда иң яҡшы йәшел, бронза, көмөш һәм алтын быуын номинациялары буйынса иң-иң ирекмәндәр билдәләнәсәк. Тәүгеһенә – 18 йәшкәсә ҡыҙҙар һәм егеттәр, икенсеһенә – 18 – 35, өсөнсөһөнә – 36 – 50, һуңғыһына 51 йәштән өлкәнерәктәр инә.

Өфө вуздарында башҡорт телендә уҡыусы журналистар өсөн бюджет урындары асылыуы мөмкин

4 сентябрҙә Өфөлә уҙған медиафорумдың ҡарарҙар проектына бюджет иҫәбенә киң мәғлүмәт саралары өсөн республиканың дәүләт телдәрендә журналистарҙы маҡсатлы уҡытыу тураһында пункт индерҙеләр.

Ишеттегеҙме әле?

«Китап» нәшриәте Мостай Кәрим әҫәрҙәренең тулы йыйынтығының һуңғы 10-сы томын сығарырға йыйына. Мостай Кәрим исемендәге фондтан хәбәр итеүҙәренсә, 2019 йылда китап Башҡортостандың халыҡ шағирына 100 йыл тулыу уңайынан нәшер ителә. Уға көндәлек яҙмалар һәм хаттар туплана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Мостай Кәрим әҫәрҙәре йыйынтығының беренсе томы 2009 йылда шағирҙың 90 йыллығына донъя күргәйне. Күп томлыҡ әҫәрҙәрҙең тулы …

Continue reading ‘Ишеттегеҙме әле?’ »

Мәғариф яңылыҡтары

2021 йылға бөтә ҡағыҙ китаптар ҙа электрон дәреслектәргә алмаштырыла, тип яҙалар. Әммә Рәсәй Федерацияһы мәғариф министры Ольга Васильева белдереүенсә, тулыһынса электрон әсбаптарға, ручка менән яҙыуҙы онотоп, клавиатураға күсеү тураһындағы хәбәр­ҙәр нигеҙһеҙ. «Бығаса нисек яҙғанбыҙ, артабан да шулай буласаҡ. Был балаларҙың ваҡ моторикаһын үҫтереү өсөн кәрәк. Ә мультимедианы ҡулланыу – дәрестең бер өлөшө генә», – тине …

Continue reading ‘Мәғариф яңылыҡтары’ »

Ишеттегеҙме әле?

Республиканың дәүләт тел­дәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан башлығы гранттарына дәғүә итеүгә һайлап алыуҙы 185 проект уңышлы үтте. Улар араһында мәҙәниәт, мәғариф, спорт һәм йәштәр сәйәсәте, киң мәғлүмәт сараларына ҡағылышлы, фән өлкәһендәге проекттар бар.

Ата-әсәләр форумы

19 майҙа Өфөлә II республика ата-әсәләр форумы үтә. Башҡортостан Мәғариф министрлығы хәбәр итеүенсә, уның программаһы республика һәм федераль кимәлдәге күп кенә эксперттар, практиктар ярҙамында әҙерләнә һәм бик сағыу, файҙалы, ҡыҙыҡлы, бай йөкмәткеле булырға оҡшай.

Бала ҡараусы кәрәкһә…

Өфөнөң Ленин районындағы ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам итеү бүлегендә 3 йәшкәсә балаларҙы бушлай ҡарап торорға әҙерҙәр. Хеҙмәт өйҙә күрһәтелә. Баланы социаль хеҙмәткәр менән аҙнаһына ике тапҡыр 2,5 – 3,5 сәғәткә ҡалдырырға була.