Хәҙер беҙҙең Кузьмин бар!

Көйәрмәндәр көслөләрҙән-көслө СКА, «Йокерит» менән уйындарҙы ашҡынып көткәйне. Нисек ҡаршы торор юлаевсылар? Ҡыйратылып ҡайтырҙармы? Питерҙа СКА менән алыш ҡы­ҙыу барҙы. Өсөнсө осорҙа ғына ике гол үткәреп, еңелеп ҡуйҙылар. Ә бит иҫәпте беҙҙекеләр асҡайны – 1:0. Голды Йонас Кемппайнен индерҙе. Һуңынан ике команда ла һөжүм артынан һөжүм ойошторҙо. Хужаларҙың ҡапҡасыһы ныҡ тор­ҙо. Беҙҙең Андрей Кареев та …

Continue reading ‘Хәҙер беҙҙең Кузьмин бар!’ »

Куляш команданан китте

СКА-нан ҡыйратылғас, юлаевсылар «Авангард»тан да (Омск) еңелде – 1:3. Үҙ боҙобоҙҙа бер-бер артлы отолоуҙар киткәс, көйәрмәндәр аптырашта ҡалды. Тиҙ арала клуб етәкселәре сараһын күрмәһә, хәлдәр мөшкөл. Финалға сығыу түгел, плей-оффҡа эләгеү ҙә ҡыйынлашасаҡ. Хәҙер ни беҙҙекеләр «Югра», «Амур» кеүек көсһөҙ командаларға ла ҡаршы тора алмай башланы. Быны нисек аңлатырға?

Бындай уйын кемгә кәрәк?

1:6… «Салауат Юлаев»ты СКА (Санкт-Петербург) ҡыйратып ҡайтып китте. Бер нисек тә ҡаршылыҡ күрһәтә алманыҡ. Аптыраталар. Уйын бармай. Командабыҙҙа характер юҡ кеүек. Көсөн йәлләмәй тырышҡандар ҙа бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ярай әле Линус Умарк, Теему Хартикайнен, Йоонас Кемппайнен, Филип Ларсен бар, тип ҡуяһың. Уларға әллә ни тәнҡит һүҙе әйтеп, бәйләнеп булмай. Ә башҡалар ҡайҙа? Ни һәйбәт …

Continue reading ‘Бындай уйын кемгә кәрәк?’ »

СКА менән нисек уйнарбыҙ?

Беҙҙең «Салауат Юлаев» бер ҙә үҙгәрмәй, үҙенең валидоллы уйындарын дауам итә. Тәүге 20 минутта дәғүәселәренә тынғылыҡ бирмәй алышалар ҙа, ә ҡалған 40 минутта ҡапыл үҙгәрәләр ҙә ҡуялар. Әллә нисек хәлдәре, уйынға дәрттәре бөткән һымаҡ күренә башлай. Тренерҙарыбыҙға уйланырға урын бар. Ярай әле Магнитогорскиҙа еңделәр – 4:3. Ә бит 3:0 менән отоп бара инек, иҫәп тигеҙләнгәс …

Continue reading ‘СКА менән нисек уйнарбыҙ?’ »

Инде генә еңеүҙәр башланғайны…

Аңламаҫһың юлаевсыларҙы, инде матур ғына уйнай башлағайнылар, көтмәгәндә үҙ боҙонда «Северсталь» (Череповец) хоккейсыларынан еңелеп тораларсы? 0:2 иҫәбенә отол­долар… Бынан алда «Салауат Юлаев» көслө генә «Торпедо» (Түбәнге Новгород) һәм «Спартак» (Мәскәү) менән уйнағайны. Икеһендә лә көйәрмәндәрҙе ҡыуандырҙылар. Бигерәк тә «Торпедо» менән алыш ҡыҙыу барҙы. Ҡунаҡтар ныҡ ҡаршы торҙо, беҙҙекеләрҙе үҙ ҡапҡаларына яҡын ебәрмәнеләр. Гол индергәс, бөтөнләй …

Continue reading ‘Инде генә еңеүҙәр башланғайны…’ »

Әлдә Умарк менән Ларсен бар

«Салауат Юлаев» уйынын сит боҙҙа – Подольскиҙа «Витязь» менән уңышлы үткәрҙе. 4:2 иҫәбе менән еңеп ҡайттылар. Беҙҙекеләрҙән голдарҙы Линус Умарк, Александр Логинов, Теему Хартикайнен һәм Вячеслав Солодухин индерҙе. Әйтергә кәрәк, һуңғы уйындарҙа Умарк ҡыуандыра башланы. Уның шайбаны боҙҙа йөрөтөүе, дәғүәселәрен нисек оҫта алдауы, матур-матур голдар индереүе көйәрмәндәрҙе һоҡландыра. Күптән көтә инек шу­лай уйнауын. Лидерһыҙ командаға …

Continue reading ‘Әлдә Умарк менән Ларсен бар’ »

Валидоллы уйындар

Юлаевсылар «Сочи» хоккейсыларын – 11:3, ә «Нефтехимик»ты (Түбәнге Кама) 6:0 иҫәптәренә ҡыйратҡас, көйәрмәндәр бик ҡәнәғәт ҡалғайны. Был уйындарҙа һаҡсыбыҙ Филип Ларсен йәнә ике голын индереп, иң мәргәндәр иҫәбенә ингәйне. Ысынлап та, һоҡландыра ул! Их, башҡалар ҙа шулай тырыш­һын ине…

Умаркка ни булған?

«Салауат Юлаев» үҙ боҙонда тағы ике уйын үткәрҙе. Әйтергә кә­рәк, бер ҙә ҡыуандырманылар. Ике­һендә лә отолдолар. Беҙҙең фин тренерҙары юлаевсыларға ниндәй хоккей өйрәтергә теләгәнен аңлауы ҡыйын. Уйын бармай, һәр кем үҙенсә генә тырышҡан ке­үек, ә команда ҡайҙа? Аптыраталар. «Амур»ҙан (Хабаровск) – 4:5, ә «Куньлунь Ред Стар» (Пекин) клубынан 1:2 иҫәбенә еңелдек. Шуныһы үкенесле: ҡытайҙар беҙҙең …

Continue reading ‘Умаркка ни булған?’ »

Денис Куляш – беҙҙең капитан

Юлаевсыларҙың йәйге ялы оҙаҡ барманы. Июлдә үк күнекмәләр – яңы миҙгелгә әҙерлек башланды. Августа ике турнирҙа ҡатнашып та өлгөрҙөләр. Түбәнге Новгородта еңеүсе булһалар, ә Өфөлә Баш­ҡортостан Республикаһы Кубогында икенсе урын алдылар.

Хәлең нисек, «Салауат Юлаев»?

Уҙған миҙгел юлаевсыларға ҡыуаныс килтермәне. Плей-оффҡа сыҡтылар сығыуын, тик барыбер «Аҡ Барс»ҡа еңел генә отолоп, Гагарин кубогы өсөн артабанғы алыштарҙа ҡатнашманылар. Ә финалда, белеүегеҙсә, СКА (Санкт-Петербург) менән «Металлург» (Магнитогорск) уйнаны. Кемдәр еңдеме? Әлбиттә, бөтә көслө хоккейсыларҙы үҙенә йыйған Питер клубы инде…