Әлдә Бурдасов бар!

«Локомотив» менән уйнап, юлаевсылар ике мәрәй генә түгел, өс хоккейсыһын да бер аҙ ваҡытҡа юғалтты. Төп ҡапҡасыбыҙ Юха Метсола, һаҡсыларыбыҙ Григорий Панин һәм Захар Арзамасцев йәрәхәт алып ҡуйҙы. Ярославлдә беҙҙекеләр 2:0 менән еңеп бара ине, голдарҙы Йоонас Кемппайнен менән Максим Майоров индерҙе. Уйын аҙағынаса хәлдәре етмәне, күрәһең. Метсола урынына сыҡҡан Андрей Кареев та ҡапҡаһын ышаныслы …

Continue reading ‘Әлдә Бурдасов бар!’ »

«Ҡурай» башҡортса хоккей күрһәтә

«Салауат Юлаев»ҡа тағы ла яңы ҡапҡасы килде. «Амур»ҙан (Хабаровск) Юха Метсола беҙгә күсте. Финляндия вәкиле оҫта ғына хоккейсы күренә. Былтыр ул ҡап­ҡаһын ышаныслы һаҡлап, көйәрмән­дәр­ҙән маҡтау һүҙҙәрен күп ишеткәйне. Шуға ла Өфөгә саҡырҙылар, юғиһә, юлаев­сылар ҡапҡасыларҙан уңманы бит. Канаданан Бен Скривенс та йүнле уйын күрһәтмәне. Хәҙер бына Метсола нисек булыр? Ҡотҡарырмы? Төп ҡапҡасыбыҙға әйләнерме? Ә …

Continue reading ‘«Ҡурай» башҡортса хоккей күрһәтә’ »

Көсөбөҙ самалы ине

Плей-оффҡа саҡ-саҡ эләктек, «Авангард»ты етенсе уйында ғына еңеп, үҙ боҙобоҙҙа «Трактор» менән етенсе осрашыуҙа отолдоҡ. Шулай итеп, тағы ла бурысын үтәй алманы «Салауат Юлаев». Көсөбөҙ самалы ине шул. Сит илдән саҡырылған баш тренер Эркка Вестерлунд та өмөттө аҡламаны. Белгегеҙ килһә, ул «Трактор»ҙың йәш тренеры Әнүәр Ғәтиәтуллиндан еңелде.

Эй, «Трактор», туҡтап тор!

Юлаевсылар «Трактор» (Силәбе) менән дүрт уйын үткәрҙе. Әлегә иҫәп – 2:2. Белеүегеҙсә, плей-офф­та дәғүәсеңде дүрт тапҡыр еңергә кәрәк. Бына бөгөн улар Өфөлә тағы ла осрашасаҡтар. Барып ҡарағыҙ, бер ҙә үкенмәҫһегеҙ. Ысынлап та, ике команда ла матур уйын күрһәтә.

«Трактор» менән алыш көтә

Эйе, хәҙер бөгөн һәм иртәгә Өфөлә «Салауат Юлаев» силәбеләр менән көс һынашасаҡ. Шулай уҡ уйындар дүрт еңеүгә тиклем барасаҡ. 6:4, 2:7, 3:5, 4:2, 2:1, 2:3, 3:2… Тик етенсе хәл иткес алышта ғына, етмәһә, өҫтәмә ваҡытта юлаевсылар «Авангард»ты (Омск) еңеүгә иреште. Саҡ-саҡ оттоҡ. Әйткәндәй, һуңғы дүрт осрашыуҙа беҙҙең ҡапҡаны Бен Скривенс һаҡланы. Ышаныслы торҙо, күп тапҡырҙар …

Continue reading ‘«Трактор» менән алыш көтә’ »

Халҡы өсөн янып йәшәне

Беҙҙең Хәйбулла районында тыуып үҫкәндәр араһында кешелекле холҡо, яҡты аҡылы, яҡшы эше менән дан алған яҡташтарыбыҙ байтаҡ. Халыҡ уларҙы борон-борондан азамат ир, уҙаман, тип ололап, исемен телгә алған. Ундай шәхестәрҙең эше һәм тормошо халыҡ күңелендә яҡты эҙ ҡалдыра.

Артур Сурин иҫтәлегенә

Ғинуар айында көндәр бик һалҡын килде. Шуға ҡарамаҫтан, районыбыҙҙың шәп егеттәре Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) һәм Әбеш ауылдарына хоккей турнирына йыйылды. Был ярыш Вәзәм ауылында тыуып үҫеп, мәғариф министры урынбаҫары дәрәжәһенә күтәрелгән арҙаҡлы яҡташыбыҙ Артур Шәйхетдин улы Сурин иҫтәлегенә бағышланды.

Икенсе урын беҙҙекеме?

«Салауат Юлаев» үҙ боҙонда дүрт уйынын үткәрҙе. Ҙур һынау кеүек булды улар. Ни тиһәң дә, һаман да беҙҙең команданың плей-оффҡа сығыуы хәл ителмәй бит. «Амур», «Себер», «Авангард» менән ҡыҙыу көрәш бара. Урын өсәү генә, дүртәүҙең кемеһе артыҡ булыр? «Салауат Юлаев»ҡа ҡалған ике уйында дүрт мәрәй яулау ҙа етә. Ул сағында беҙҙекеләр бик юғарыға – икенсе …

Continue reading ‘Икенсе урын беҙҙекеме?’ »

Өфөгә Кирилл Капризов килә!

Сит майҙанда бер-бер артлы ун уйын үткәреү, ай-һай, еңелдән түгелдер. Шуға ла юлаевсыларға «Динамо» (Рига), «Торпедо» (Түбәнге Новгород), «Северсталь» (Череповец) менән алышта ҡыйынға тура килде. Етмәһә, көн аралаш уйнарға кәрәк ине.

Аҫҡа тәгәрәйбеҙ

Бер аҙналыҡ тәнәфес юлаевсыларға файҙаға булманы, ахыры. Ял итер­ҙәр, көс йыйырҙар, тиһәк, киреһенсә килеп сыҡҡан кеүек. Әле үткәргән ике уйында ла хоккейсыларыбыҙ тиҙ генә арыған һымаҡ күренде. Бөтәһе лә физик әҙерлеккә бәйле шул, ә тренерҙарыбыҙ ни ҡараған? Аңлашылмай…