Баҡсала эштәр гөрләй

Мәктәптә уҡыуҙар тамамланыу менән «хеҙмәт сиреге» башланды. Яҙ көнө түтәлдәр эшләп сәскән йәшелсәләребеҙ матур булып ултыра. Ҡый үләндәре уларҙан да йышыраҡ булып, бер ҙә ҡалышмаҫҡа тырышҡан кеүек. Беҙ, V – IX синыф уҡыусылары, түтәлдәрҙе утаныҡ, кәбеҫтә, помидорҙы күсереп ултырттыҡ, уларға һыу һибеп тор­ҙоҡ.