Бесән айы – бер мәл генә

Был ваҡытта бесән әҙерләү тамамланыуға табан бара тор­ғайны инде. Көндәр һалҡын, ямғырлы тороу арҡаһында быйыл һуңғараҡ ҡалына. Әле был эштең иң ҡыҙған ваҡыты. Халыҡ ялан тулып мал аҙығы әҙерләй. Берәүҙәр саба, икенселәре әйләндерә, йыя, кипкән бесәнде кәбәнгә өйә.

Ҡыҙҙар эше тип тормайҙар

Ихатаға килеп инеү менән, матур-матур сәскәләр ҡаршылай, арыраҡ ҡаҙан аҫтына ут яғылған: бында ҡош-ҡортҡа ашарға бешерәләр икән. Өйҙәренә күптән газ үткән, хатта һыуҙы ла индереп алғандар, әммә мал-тыуарға йәй көнө тышта бешереү ҡулайыраҡ. Ана, күләгәләге эскәмйәлә Нәжип бабай йәйге аяҙ көнгә һоҡланып ултыра. Уңарсы булмай Зөлфиә инәй килеп сыҡты. 64 йыл бергә йәшәй улар, ту­ғыҙынсы …

Continue reading ‘Ҡыҙҙар эше тип тормайҙар’ »

Һәйтәктә хәлдәр һәйбәт

– Ҡарағаттан ғына быйыл ун бер меңдән ашыу табыш алдыҡ, – ти Һәйтәк мәктәбе директоры Роза Ҡәниф ҡыҙы Мозафарова. – Картуфтан – 2 тонна, кәбеҫтә менән кишерҙән – 1,5 тонна, сөгөлдөрҙән 1 тонна уңыш алғайныҡ былтыр. Быйыл да шул сама булыр, тип өмөтләнәбеҙ.

Колхозға ярҙам иттек

Күңелле каникулдың һуңғы айы – август бара. Йәйге осорҙа һәр бала ял итергә һәм мәктәпкә барғансы аҙ булһа ла аҡса эшләргә теләй. Беҙҙең Исмаил мәктәбе уҡыусылары ла был мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға тырыша.

Эшкә өйрәнеп үҫәләр

Йәйге каникул булһа ла, мәктәп гөрләп тора. Әле өлкәндәр хеҙмәт лагерында мәж килә. Унда быйыл VII – VIII синыфты тамамлағандар тир түгә. Лагерь етәксеһе Ләйлә Мөхәмәтдинова һәр көнгә нимәләр эшләргә кәрәклеген планлаштыра, тәрбиәселәр Дания Шәрифуллина, Ләйсән Сафиуллиналар етәкселегендә уҡыусылар бөтәһен тырышып баш­ҡара. Быйыл бигерәк тә егеттәргә яуаплы эш эләкте. Дауыл ваҡытында ауған мәктәп алды ҡоймаларын …

Continue reading ‘Эшкә өйрәнеп үҫәләр’ »

Ямғыр ҡамасаулаһа ла…

Быйылғы ямғыр ялҡытты. Туҡтауһыҙ яуа ла яуа. Ҡасан тымыр икән? Яҡшембәт мәктәбенең һигеҙенселәре һауа торошоноң яҡшырыуын көтөп ултырмай. Ана, нисек тырышып мәктәп баҡсаһында эшләп йөрөйҙәр. Етәкселәре Зилә Биктимер ҡыҙы Искәндәрова һәм Гүзәл Әхәт ҡыҙы Мирасова менән 15 көн практика үтәләр. – Ямғыр күп яуғас, ҡый үләндәре баҫа ла китә, шуға ныҡ тырышырға тура килә. Балалар …

Continue reading ‘Ямғыр ҡамасаулаһа ла…’ »

Тырышлыҡ бушҡа булмаҫ

Көсөргәнешле уҡыу йылы тамамланыу менән һигеҙенсе синыф уҡыусылары өсөн мәктәбебеҙҙә «Ҡырмыҫҡа» исемле хеҙмәт лагеры эшләне. Уны Экология йылына арнаныҡ. Бергәләп ҡарағай үҫентеләрен ултырттыҡ, тирә-яғыбыҙ йәшеллеккә төрөнөүен, һауабыҙ саф, таҙа булыуын теләп, уҡыусылар бик әүҙем эшләне. Бер нисә йылдан улар шаулап үҫеп китер әле.

Сәскәләр рәхмәт әйтә

– Эй, ҡайһылай һәйбәт иткәнһең әле шланг алып килеп, – тип ҡыуанып ҡаршыланы Камилды уҡытыу­сыһы Оксана Викторовна Исмәғилева. – Улай бул­ғас, бар һин кәбеҫтәләргә һип, юғиһә, башҡалар өлгөрә алмай, ул йәшелсәгә һалҡын һыу ҙа ярай. Камил Усманов шунда уҡ шлангыһын кранға тоташтырып, эшкә лә тотондо. Иртәнге туғыҙынсы яр­ты ғына, ә нисек ныҡ ҡыҙ­ҙыра. Мәктәп баҡсаһында­ғы …

Continue reading ‘Сәскәләр рәхмәт әйтә’ »

Уңыштары мул ғына

Саҡмағоштағы 1-се мәктәптең баҡсаһы үтеп барыусыларҙың иғтибарын йәлеп итмәй ҡалмай. Ниндәй генә сәскәләр юҡ унда! Күҙҙең яуын алып ултыралар. Сейә, ҡарағаты емештәре менән күҙҙе ҡыҙҙыра. Түтәл-түтәл кишер, сөгөлдөр, һуғандары теҙелгән. Ҡабаҡтары ла бар. Мәктәп яны биләмәһе ҙурлығы менән дә хайран ҡалдыра. Йәй көнө бында эш гөрләп тора. Уҡыусылар хеҙмәт практикаһы үтә. Ана, VI «А» синыфы …

Continue reading ‘Уңыштары мул ғына’ »

Аҡса эшләргә лә була

Гимназиябыҙҙа бишенсе синыфтан башлап унынсы­ға тиклем һәр уҡыусы хеҙмәт практикаһы үтергә тейеш. Синыф етәксеһе эш төрөн үҙе билдәләй. Буш­ҡа, аҡса алып та эшләргә мөмкин. Ғәҙәттәгесә, йыл һайын балаларҙы кабинет­тар­ҙы йыйыштырыу, иҙән, тәҙрәләр йыуыу, баҡсалағы түтәлдәргә һыу һибеү, ҡый үләндәрен йолҡоу, ҡыуаҡ­тарҙың остарын ҡыр­ҡыу, буяу, белем усағы тирәһен йыйыштырыу көтә. Беҙ синыфташтарым менән күбеһенсә ҡойма буяныҡ. …

Continue reading ‘Аҡса эшләргә лә була’ »