Дуҫың кем?

Ҡобараһы осоп йүгереп килеп ингән дуҫына Ильяс бер һорау ҙа биреп өлгөрмәне. Динар: «Сәләм! Хәлдәр?» – тине лә елдереп уның китаптары, дәреслектәре торған шкаф янына үтте. «Сәләм, Динар, әллә бер ни булдымы, нимә эҙләйһең?» – тип ҡыҙыҡһынды. Дуҫы алан-йолан ҡаранды ла куртка эсенән бер бәләкәй генә төргәк сығарып, ниндәйҙер китаптың эсенә тыҡты. Был күренешкә аптыраған …

Continue reading ‘Дуҫың кем?’ »

Яныбыҙҙа күпме ҡайғы, ғазап…

Шуныһы шәп: ауылыбыҙ Өфөгә яҡын урынлашҡан. Шуға ла театрҙарға, киноларға, ҡаланың иҫтәлекле урындарына барыу беҙгә бик еңел. Бер матур көндө башҡорт теле уҡытыу­сыһы Рида Рәзиф ҡыҙы Кашапова беҙҙе Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт акаде­мия драма театрына «Хыялға ҡар­шы» спектаклен ҡарарға алып китте. Күптән йыйына инек.

Wi-Fi хәүефлеме?

Донъябыҙҙы интернет ауы солғап алды. Бөгөн банк, магазин, кафе, аэропорт, төрлө мәғариф учреждениеларын унһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын, шулаймы? Күп кенә ололар ҙа, балалар ҙа көн һайын ҡулланмайынса тора алмай. Ҡайҙа ғына булһаҡ та – өйҙәме ул, эштәме, ниндәйҙер күңел асыу үҙәгендәме – Wi-Fi-роутер аша инеп булһа ла, интернет киңлектәрен гиҙергә әҙербеҙ. 1991 йылда …

Continue reading ‘Wi-Fi хәүефлеме?’ »

Вандалдар

Балалар, ошо ҡурҡыныс һүҙҙе ишетһәгеҙ, кемде күҙ алдына килтерәһегеҙ ул? Шөҡәтһеҙ, аяҡ-ҡулдары йөнлө, алпан-толпан баҫҡан айыу­ҙан да ҙур бер хайуан кеүек кешегә оҡшаған нәмәкәй күргәндәй булам мин. Ҙур ҡулдарын бер һелтәһә был «мәхшәркеше», эргә-тирәләге бөтә нәмә пыран-заран ҡыйралалыр…

Нисә бала – шунса яҙмыш

Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика социаль приютына китеп барам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн бик кәрәк шул бындай урындар. Балаларҙы үҙ атай-әсәйҙәренең вайымһыҙлығынан, битарафлығынан яҡлар өсөн бит ул. Ҡайһы берҙәрен хатта аяныслы хәлдәрҙән ҡотҡарыр өсөн. Сөнки йәмғиәтебеҙҙә үҙ мәнфәғәттәрен, үҙ ҡыҙыҡһыныуҙарын, асыуым да килмәгәйе, эскелекте һәм еңел-елпе тормошто өҫтөнөрәк ҡуйған, бала ҡәҙерен белмәгән атай-әсәйҙәр …

Continue reading ‘Нисә бала – шунса яҙмыш’ »

Миңә лә спиннер кәрәк!

– Cпиннер алығыҙ, спиннер! – тип ҡысҡырып торған һатыусылар хәҙер аҙым һайын, тиһәң дә була. Ә ниндәйе генә юҡ был уйынсыҡтың?! Формаһы, төҫө, мате­риалы буйынса ла. Уртаһында – подшипник, ситтәрендә бер иш фигуралар. Шуны бармаҡтары менән тоталар ҙа әйҙә әйләндерәләр генә!

Кешегә насарлыҡ теләгәнсе…

Айнур менән Русландың кәйефтәре күтәренке. Сөнки улар бөгөн сыйырсыҡтарға оя яһарға һөйләшкәйне. Руслан өйҙә ата-әсәһенә ярҙамлашты ла кәрәк-яраҡтарын алып Айнурға китте. Дуҫы уның килеүенә әҙер ине. Малайҙар интернет селтәренән бик үҙенсәлекле генә сыйырсыҡ ояһын эшләү схемаһын табып алды ла тап шундағы кеүек итеп яһарға тотондо. Хеҙмәт дәрестәрендә Илнур ағайҙарынан ниҙәр генә өйрәнмәйҙәр, шуға ла оялар …

Continue reading ‘Кешегә насарлыҡ теләгәнсе…’ »

Электрон сигарет тәмле еҫле булһа ла…

Электрон сигарет, вейп, вейпинг… Был һүҙҙәрҙең нәҡ үҫ­мерҙәр, мәктәп уҡыусылары менән ныҡ бәйле булыуы эсте бошора. Бер нисә йыл элек электрон сигарет тура­һында ишеткәнем хәтеремдә. Тартыусыларға тәмәкене ташлатыу өсөн һәйбәт, тип әйтәләр ине. Йәнәһе лә, көс­лө никотинлы сигарет урынына шуның пары менән алданалар. Ике мең һум тирәһенә һатып алаһың да, әйҙә, һураһың. Эйе, нәҡ файҙалы …

Continue reading ‘Электрон сигарет тәмле еҫле булһа ла…’ »

Ят ярлыҡамаҫ

Интернет заманы…Кәрәҙле телефонһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтереп булмай хәҙер. Планшет тигән нәмәне минең өләсәйем хатта күрмәне лә, белмәне лә, меҫкенкәйем! Их, рәхәт тә ул, килешәһегеҙме, балалар, ошо нәмәләр булғас, шулай бит?! Дәрестәр теҙмәһе WhatsApp-та, интернет селтәре аша йәһәт кенә өйгә эште эшләп-күсереп тә ҡуяһың! Төймәгә бер-ике баҫыу менән тарихтан кәрәкле теманың тексын түгел, ә …

Continue reading ‘Ят ярлыҡамаҫ’ »

Ҡаты бәғерлелек ҡайҙан килә?

Ләйсән беренселә генә уҡый әле. Мәктәптә балалар баҡсаһына ҡарағанда ҡыҙығыраҡ та, күңеллерәк тә кеүек ҡыҙға. Бер төрлө генә кейенеп йөрөйһөң, партала етди генә ултыраһың. Ҙур шул ул хәҙер, уҡыусы булды бит. Уҡытыу­сылары ла бик ипле, һәйбәт. Бер ҙә тауыш күтәргәне юҡ. Әммә шулай тыныс ҡына уҡып йөрөгән көндәрҙең береһендә көтөлмәгән хәл булды. Тик торғанда бер …

Continue reading ‘Ҡаты бәғерлелек ҡайҙан килә?’ »