Театрҙарҙы беләһеңме?

Иғтибар: яңы конкурс! Быйыл Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә иғлан ителгән Театр йылына арнап «Йәншишмә» гәзите конкурс иғлан итә. Ул ике турҙан торасаҡ. Тәүгеһе – февраль – май, икенсеһе сентябрь – декабрь айҙарында үтәсәк. Һәр турға 25 һорау тәҡдим ителә.