Өйәҙетамаҡ тауҙары

1795 йылғы халыҡ иҫәбен алғанда, Өйәҙетамаҡ исеме менән аталһа ла, ауылдың теүәл генә барлыҡҡа килгән йылы билдәле түгел. Был яҡтар борон-борондан ҡуйы урмандары, тауҙары, болондары менән үҙенә йәлеп итеп торған.Ололар һөйләүенсә, Өйәҙ тигән кеше иң тәүгеләрҙән булып күсеп килгән. Күрәһең, ошо хозур ерҙәр оҡшағандыр. Ағас-ҡыуаҡтар араһынан сылтырап аҡҡан йылға буйына өй һалған һәм ғаиләһе менән шунда көн күрә башлаған.

Әзүм тауы

Мин Белорет районының Исмаҡай ауылында тыу­ғанмын. Әле Шығай мәктәбендә уҡып йөрөйөм. Исмаҡайға 1724 йылда нигеҙ һалынған. Түңгәүер ырыуына ҡарай. Ауылыбыҙ тәбиғәте бигерәк матур. Тауҙар араһында ултыра ул. Көнсығыштан – 1724 метр бейеклектә Бишитәк, ә көнбайыштан – Бейекморон, Ҡыҙылтау, Бүтә­лай­ғы, көньяҡтан – Аҡтүбә, төньяҡтан Беҙәк тауҙары уратып алған. Ҡыҫҡаһы, ауылыбыҙ ҡаҙан эсендә ултырған кеүек. Ә уны …

Continue reading ‘Әзүм тауы’ »

Мортас күле

Ер-һыу атамаларыбыҙ­ҙың тарихын һәр беребеҙ өйрәнһәк ине. Ата-бабаларыбыҙ ҡурай уйнаһа, баш­ҡарған көй тарихын тыңлаусыларға һөйләгән. Йырсылар йырлар бул­һа, ошо йырҙың исеме нисек килеп сығыуын аңлат­ҡан. Халҡыбыҙҙың күргән-кисергәндәрен үҙҙәрендә һаҡлай ул беҙҙе уратып алған ауыл-ҡалалар, тау-түбәләр, йылға-кисеүҙәр, ҡыр-болондар… Әлеге яҙып алған күл атамаһы хаҡында оҙаҡ ҡына уйланып йөрөнөм.

Беритәк – Берәтәк

Йәй һайын әсәйемдең тыу­ған ауылына бармай ҡалмайбыҙ. Берәтәктә Нөгөш һәм Берәтәк йылғалары бар, улар ҡушылған урын Күкьятыу тип атала. Миңә иң оҡшағаны – шунда һыу инеү. Таулы-урманлы тәбиғәте ныҡ матур. Ауылдың тарихын тарих уҡытыу­сы­һы Вәли бабай Ғүмәров яҙып алған, ти әсәйем. Мин дә был турала интернеттан уҡыным.

Тәтәй күпер

«Тәтәй күпер» риүәйәтен 1910 йылғы Мәүлетдин Сәхәбиев олатайҙан Ләлә Абзалова 1997 йылда яҙып алған: «Пугачёв еңелгәс, Екатерина II бөтә көсөн Башҡортостан ерендәге Салауат яуын баҫтырыуға йүнәлтә. Ауылыбыҙҙың үткеһеҙ ҡуйы урмандарын киҫеп, тәрән йылға аша ғәскәр ҡаршылыҡһыҙ сыға алһын өсөн күпер һалырға кәрәк була. Уны бик тиҙ өлгөртәләр. Ҙур таштарҙан тигеҙ итеп һалынған, фонарҙар менән яҡтыртылған …

Continue reading ‘Тәтәй күпер’ »

Соҡаҙыбаш

Тыуған ауылым ҡалҡыулыҡтар итәгендә урынлашҡан. Әллә ҡай­ҙан, бына мин ниндәй, тигән шикелле, ҡыҙыл ҡалай түбәле, бейек манаралы мәсете, ике ҡатлы мәктәбе сәләм бирә кеүек. Ауыл кескәй генә Соҡаҙы йыл­ғаһы буйында ултыра. Унда миңә һәр ер таныш, ҡәҙерле. Бигерәк тә яҙ, йәй көндәрендә күп ваҡытымды урмандарҙа еләк, сәскә йыйып, ҡоштар һайрауын тыңлап үткәрергә яратам.

«Беҙ, беҙ, беҙ инек, утыҙ ике ҡыҙ инек…»

Йәмәйәт тауының исеме «йәмәғәт» һүҙенән килеп сыҡҡан. Ошо ерҙәргә башҡорттар күсеп килеп ултырғас, тауҙың ҙур асыҡ яланында йәмәғәт йыйыны уҙа. Халыҡ кемгә ҡайһы ерҙе бүлеп биреү хаҡында һөйләшә.

Баҙансат ауылы

Тыуған яҡ һәр кешегә ҡәҙерле һәм яҡын. Әммә уны яратыу ғына етмәй, тарихын да белергә кәрәк. Төйәгебеҙҙәге урман-тау­ҙарҙың, йылға-күлдәрҙең исемдәре ниндәй серле! Уларҙы өйрәнеү һәм киләһе быуынға еткереү мөһим. Шуның өсөн дә Баҙансат ауылы тирәһендәге ер-һыу атамалары исемлеген туплау, легендаларын өйрәнеү һәм төркөмләү эшенә тотондом. Ауылдағы олатайҙар, инәйҙәр менән осрашып, уларҙан әллә күпме мәғлүмәт алдым. …

Continue reading ‘Баҙансат ауылы’ »

Ҡандракүлдә йәшәйем

Башҡортостанымдың иң матур ерендә йәшәйем: бер яҡта – күл, икенсе яҡта – урман. Иҫ китмәле хозур тәбиғәт, һоҡланмаған кеше юҡтыр! Ауылыбыҙҙың тарихсыһы, ихтирамлы кешеһе Фәсим ағай Ғәшимов тыуған яғыбыҙға арнап шиғыр ҙа яҙған. Мин ер-һыу атамалары менән ҡыҙыҡһына башланым. Һеҙгә лә бер нисә эшемде тәҡдим итәм.