Тарих яҙыу – маҡтаулы эш

«Тарих яҙабыҙ» конкурсы тамамланды. Беҙҙе ҡыуандырҙылар: республиканың төрлө тарафтарынан бик күп мәҡәләләр алдыҡ. Ҡайһы бер уҡыусылар 2 – 3 эш ебәрҙе. Бер хатҡа әллә нисә ер-һыу атамаһының тарихын һыйҙырған авторҙар байтаҡ булды.

Ауыл бөтһә лә, легендалар йәшәй

Өләсәйем тыуып үҫкән Көйөргәҙе районындағы Түбәнге Мотал ауылының Ер йөҙөнән юҡҡа сығыуына 35 йыл инде. Беҙ йәй көнө шул урынға барабыҙ. Өләсәйем, инәйем бала саҡтары үткән өй урынын күрһәтә, ер-һыу атамалары тураһында һөйләй. Ауылдың бөтөүе ҡыҙғаныс. Ләкин тарихы, легендалар йәштәр хәтерендә һаҡланырға тейеш.

Еҙем, Уҡлығая

Йәй етеү менән мин каникулға өләсәйем менән олатайым янына ҡунаҡҡа ҡайтам. Атайым да, әсәйем дә – Ғафури районынан. Береһе – Аҡташтан, икенсеһе – Ҡарағайҙан. Һеҙгә Еҙем йылғаһы һәм Уҡлығая тауына бәйле тарихты һөйләйем әле.

Бесәнсе-Хоҙайбирҙин

Күгәрсен районы Хоҙайбирҙин (Бесәнсе) ауылы тарихы менән бала сағымдан уҡ ҡыҙыҡһына башланым. Уның эргәһендәге тау, йылға исемдәре тураһында Фәтих Азаматов, Юнир Аҙнағоловтар сығарған «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» китабынан һәм ҡарт­әсәйемдең һөйләүҙәренән үҙемә күп кенә мәғлүмәттәр таптым.

Ҡарамалы-Ғөбәй

Урыҫ батшаһы Яуыз Иван бөйөк урыҫ империяһы тураһында хыялланып, башта мордва халыҡтарын баҫып алып, унан сыуаштарҙы, мари һәм удмурттарҙы христиан диненә көсләп күсерә (суҡындыра). Аҙаҡ инде Ҙур Иҙел буйында йәшәүсе татарҙарҙы ла мәжбүр итмәксе, ерҙәрен үҙләштермәксе була. Шундай уйҙар менән йөрөһә лә, 1550 йылда Ҡазан ны­ғытмаһын яулай алмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тирә-яҡтағы ауылдарҙы туҙҙыра. Шул емерелгән, …

Continue reading ‘Ҡарамалы-Ғөбәй’ »

Сура батыр

Батыр исемен Сура 1550 – 1552 йылдарҙа Ҡазанды урыҫ ғәскәрҙәренән яҡлап һуғышҡан осорҙа ала. Үҙе Тамъян ырыуы кешеһе була, ә уларҙың Оло Ҡыҙыл йылғаһы буйҙарына килеп урынлашыуҙарына яҡынса 470 йылдар самаһы бар.

Гәрәбаш ауылы

Һәр каникулды көтөп алам, сөнки гелән генә әсәйемдең ауылына ҡунаҡҡа ҡайтабыҙ. Ул Тәтешле районының Гәрәбаш ауыланан. Был яҡтың тәбиғәте ғәжәйеп матур. Ауылдың барлыҡҡа килеү тарихы 1680 йылдарға барып тоташа.

Әлкәй мулла нигеҙ һалған

Әлкәгә мулла Әлкәй Булатов нигеҙ һала. Ул 1735 – 1740 йылдарҙағы Ҡараһаҡал яуында ҡатнашҡан һәм ихтилал етәкселәренең береһе һаналған. Ҡарттың Әптекәй һәм Ҡотсура исемле улдары булған. Тарихта мәңгелеккә ҡалған улар. Әлеге көндә лә Әлкә ауылында Әптекәй баҫыуы, Ҡотсура ҡулы тип аталған урындар бар.

Конкурс оҙайтылды

2019 йылда Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итәсәкбеҙ. Ошо юбилей айҡанлы «Йәншишмә» гәхитендә «Тарих яҙабыҙ» тип аталған конкурс ойошторғайныҡ. Йыл аҙағында йомғаҡ яһарбыҙ, тигәйнек, әммә уҡыусылар әүҙем ҡатнаша, хаттар күп килә, шуға ла бәйгене 2019 йылдың мартына тиклем дауам итергә булдыҡ. Ә еңеүселәрҙе Башҡортостандың 100 йыллығын байрам итер алдынан билдәләрбеҙ. Конкурс шарттарын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.