Үҙебеҙҙең «Азамат»

Байназар ауылында күп йылдар элек барлыҡҡа килгән «Азамат» өлгөлө бейеү ансамбле районыбыҙҙың, ауылыбыҙҙың данын арттырып йәшәп килә. Уны 1999 йылда Айгөл Фәрит ҡыҙы Буранова ойошторған. Тәүге уңыштарын 2002 йылда Учалы районында республика кимәлендә үткән «Башҡортостан ынйылары» фольклор конкурсында яулайҙар. Унда II дәрәжә диплом менән бүләкләнәләр.

«Спортһыҙ – донъя йәмһеҙ!» – ти Динислам Хөсәйенов

Гимназиябыҙҙа көслө спортсылар байтаҡ ҡына. Шуларҙың береһе – Х «Б» синыфы уҡыусыһы Динислам Хөсәйенов. Ул туғыҙ йәшенән спортҡа ғашиҡ. «Динамо» стадионына футбол секцияһына йөрөй, баскетбол менән дә шөғөлләнә. Фотоһы «Гимназиябыҙҙың иң шәп спортсылары» тигән таҡтала эленеп тора.

Атаһы – Үлмәҫбай, һеңлеһе – Аҡйондоҙ…

Ә уның исеме – Алтынай, фамилияһы – Вәлитов. Ишеткәнегеҙ бар­ҙыр әле был егет тураһында. Бейеүсе, брейк-данс оҫтаһы. Иң беренсе мин дә, ҡыҙҙар исеме түгелме ул Алтынай, тип аптырағайным.

Күңелдәрендә – илһөйәрлек тойғоһо

Буласаҡ ил һаҡсылары ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш? Ҡыйыу, батыр, аҡыллы, тиерһегеҙ. Дөрөҫ, улар рәтенә сәләмәт тормош яҡлыларҙы, спорт һөйгәндәрҙе лә индерергә кәрәк. Интернат-гимназияның VIII «А» синыфы уҡыусылары ошо сифаттарға эйә булырға тырыша ла инде.

Лицей данын яҡлайҙар

Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһында VIII синыф уҡыусыһы физиканан II урын алды, тип яҙҙылар, әммә исем-шәрифтәрен атамағайнылар. Баҡһаң, ул республика инженер интернат-лицейынан Тамерлан Әфләтунов икән. Вәт, маладис егет! Үҙенән өлкәнерәктәрҙең танауына сирткән бит. Ул – Учалы ҡалаһынан. Бында VII синыфҡа, ҙур конкурсты уңышлы үтеп, уҡырға алынған. Баш ҡалала белем алыуына бик ҡыуана. Өфө Өфө инде, мәғариф …

Continue reading ‘Лицей данын яҡлайҙар’ »

Һин – супер, Зарема!

Яңы ғына Учалы ҡыҙы Ләйсән Золотарёва Мәскәүҙә үҙенең сығышы менән бөтә илде шаулатҡайны. Әле бына Әбйәлил районының Асҡар балалар йортонда тәрбиәләнеүсе, IX синыф уҡыусыһы Зарема Шәйхетдинова НТВ каналы саҡырыуы буйынса «Һин – супер!» проектының 2-се миҙгелендә һынау тотасаҡ.

Сәхнә өсөн тыуған ул!

Борон-борон борондан, Кеше-маҙар килмәгән, Килеп аяҡ баҫмаған, Ул тирәлә ҡоро ер Барлығын һис кем белмәгән… Ана, бер ҡыҙ үҙенә генә хас моңло тауыш менән «Урал батыр» эпосын һөйләй. Бигерәк бирелеп ятлай. Халҡыбыҙҙың үлемһеҙ әҫәрендәге Урал, Шүлгән, Һомай образдарын да нисек оҫта еткерә. Ифрат килештерә! Кем, ул тиһегеҙме? Хәйбулла районы Аҡъя­рҙағы 2-се мәктәптән Рәлиә Ғәббәсова. Юҡҡа …

Continue reading ‘Сәхнә өсөн тыуған ул!’ »

Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?

Гөлнәзирә… Матур исем, эйеме? Үҙебеҙсә, башҡортса. Гөлнәзирә Ғәниеваға ла үҙенең исеме бик оҡшай. – Таңһылыу өләсәйем ҡушҡан, ти ҡыҙ ғорурла­нып. – Ул 20-се мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән. Хәҙер хаҡлы ялда. 90 йәш инде үҙенә. Беҙҙең менән бергә йәшәй. Өләсәй менән барыбер рәхәт. Әкиәтен дә, үҙе менән булған төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында ла һөйләй.