Һинең фликерың бармы?

Уҡыуҙар башланыу менән Өфө ҡалаһы хакимиәтенең йәмәғәт тәртибен һаҡлаусылары баш ҡалабыҙ мәктәптәренә юлланды. Балиғ булмағандар менән шөғөлләнеүсе инс­пекторҙар төрлө уҡыу йорттарында балаларҙы яҡлау, уларҙың хоҡуҡи белемдәрен арттырыу темаһына лекциялар, уйындар, викториналар үткәрә, комендант сәғәтенең ваҡыты үҙгәреүе хаҡында иҫкәртә. Бындай аралашыу бик файҙалы: һәр кем үҙенең тәртибенә, тәрбиәһенә, белем кимәленә байҡау яһай. Ҡанунды белмәү яуаплылыҡтан ҡотҡармай, …

Continue reading ‘Һинең фликерың бармы?’ »

«Иғтибар: балалар!» акцияһы башланды

14 августан 13 сентябргә тиклем республикала «Иғтибар: балалар!» иҫкәртеү сараһы үткәрелә. Тиҙҙән яңы уҡыу йылы башлана бит, балалар һәм үҫмер­ҙәргә көн һайын белем усағына барыр­ға кәрәк буласаҡ. Шуға ла, дуҫтар, үҙегеҙ мәктәпкә йөрөгән хәүефһеҙ юлды иҫегеҙгә төшөрә тороғоҙ. Бәлә-ҡазаға тарымаҫ өсөн юл ҡағиҙәләрен дөрөҫ үтәгеҙ. Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙарының маршрут һәм постары белем усаҡтарына, бала­лар өсөн …

Continue reading ‘«Иғтибар: балалар!» акцияһы башланды’ »

Хәүефһеҙлек ҡайышын эләктерҙеңме?

Ниһайәт, күптән көткән ҡанун үҙ көсөнә инде. Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең балалар креслоһына ҡағылышлы өлөшө тураһында һүҙебеҙ. Беренсенән, бынан һуң хәүефһеҙлек ҡайышына адаптерҙар бөтөнләй тыйыла. Күп тәжрибәләр үткәргәндән һуң, был ҡулайламаның хәүефле булыуы иҫбатланған. Икенсенән, хәҙер ете йәшкә тиклемге балаларҙы машинаның артҡы урындарына креслоһыҙ, хәүеф­һеҙлек ҡайышын эләктереп кенә йөрөтөү рөхсәт ителде. Әммә был алда ултырған осраҡҡа …

Continue reading ‘Хәүефһеҙлек ҡайышын эләктерҙеңме?’ »

«Йәйәүле» акцияһы бара

Көндәр йылынды. Тиҙҙән ҡар ҙа иреп бөтөр инде. Тыштан инге лә килмәҫ. Велосипед, ролик, скейтборд, самокаттарға ла иркенлек асылыр. Әммә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәклеген бер ҡасан да иҫегеҙҙән сығармағыҙ, дуҫтар. Юлға яҡын урындарҙа уйнамағыҙ. Әйткәндәй, йылдың тәүге өс айында республикала 83 кешенең ғүмере юл-транспорт фажиғәләрендә өҙөлгән. Тәгәрмәс аҫтына эләгеп, 19 кеше һәләк булған, 225-е төрлө …

Continue reading ‘«Йәйәүле» акцияһы бара’ »

Автокресло кәрәк!

Хәтерегеҙҙәлер, үткән йылдың аҙағында автокреслолар тураһында матбуғат сараларында бик күп мәғлүмәт булғайны. 2017 йылың 1 ғинуарынан 7 йәштән өлкән балаларҙы автомобилдең арттағы урындарына креслоһыҙ, хәүефһеҙлек ҡайышын ғына эләктереп йөрөтөргә мөмкин буласаҡ, тип хәбәр ителгәйне. Әммә республикабыҙҙың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов үҙенең блогында: «Был турала рәсми документ һаман да юҡ әле», – тип яҙа. Тимәк, депутаттарыбыҙ …

Continue reading ‘Автокресло кәрәк!’ »

Штраф түләмәйем, тиһәң…

Ишеттегеҙме әле, 1 ғинуарҙан автомобилдә балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләре үҙгәрә. Иң мөһим яңы­лыҡ: 7 йәше тулған балаларҙы артҡы урындарға кресло­һыҙ ултыртырға мөм­кин буласаҡ. Әммә хә­үеф­һеҙлек ҡайышын мотлаҡ эләктерергә кәрәк. Ә 12 йәшкә тиклемгеләрҙе алғы урын­дарға ултыртыу өсөн буйына һәм ауырлы­ғына тура килгән кресло алырға тура киләсәк. Тағы cалонда 7 йәше тулмаған кескәй­ҙәрҙе машинала бикләп ҡалдырған атай-әсәйҙәргә …

Continue reading ‘Штраф түләмәйем, тиһәң…’ »

Юлдарҙа һаҡ булайыҡ!

24 октябрҙән 11 ноябргә тиклем Рәсәйҙең күп төбәктәрендә «Иғтибар: балалар!» акцияһы уҙа. Уның маҡсаты – балаларға тағы ла бер тапҡыр хәүефһеҙлек ҡағи­ҙәләрен үтәргә кәрәклеген аңлатыу, атай-әсәйҙәр менән ошо турала әңгәмәләр үткәреү. Кескәйҙәр өлкәндәрҙән өлгө ала, күп нәмәне уларҙан күреп эшләй. Шуға ла атай-әсәйҙәр үҙҙәре балалары алдында юл йөрөү ҡағиҙәләрен боҙмаһын ине. Светофорға йыраҡ, тип 100 …

Continue reading ‘Юлдарҙа һаҡ булайыҡ!’ »

Юлдар хәүефһеҙ булһын!

Стәрлетамаҡ ҡалаһында август аҙағында 14 йәшлек үҫмер тәгәрмәс аҫтында ҡала. Сәбәбе – тыйылған урындан юл аша сыҡҡан. Һөҙөмтәлә, баш мейеһе ҡаты яраланған һәм ауыр хәлдә дауаханаға эләккән. Бик ҡыҙғаныс хәл, уҡырға йөрөй алмағас, синыфташтарынан артта ҡалыр инде. Тиҙерәк һауығып китһен ине…

Һаҡлана ла белергә кәрәк

Бар кеше лә юл хәрәкәтендә ҡатнаша. Һәр кем ҡағиҙәләрҙе белергә һәм үтәргә бурыслы. Урам бөтәһенән дә иғтибарлы һәм тәртипле булыуҙы талап итә. Юл ҡағиҙәләрен һәр ваҡыт иҫтә тоторға кәрәк. Уны боҙоу үҙеңә һәм башҡаларға бик күп ҡыйынлыҡтар килтерә.

Иғтибар: балалар!

Республикала «Иғтибар: балалар!» иҫкәртеү акцияһы яҙғы каникулда ла барып, 8 апрелгә тиклем дауам итәсәк. Был осорҙа ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре балалар менән осрашып һөйләшә, викториналар, уйындар ойошторола.