Чудовҡа алмаш үҫә

Саңғы-роллерҙарҙа йөрөгән малай, ҡыҙҙарҙы күргәнегеҙ бармы? Ауылда йәшәүселәр өсөн ят күренеш булһа, ҙур ҡалаларҙа был спорт төрө менән шөғөлләнеүселәрҙе йыш осратырға мөмкин. Ә бына Өфө районының Шамонин ауылында йәшәүсе балалар был йә­һәттән бик бәхетле. Мәктәптә өсөнсө йыл инде саңғы секция­һы уңышлы эшләп килә, Айгөл Әүхәт ҡыҙы Хәкимова етәкләй уны.

Айгөл Рәсәйҙә иң-иңе

Чехияла шоссе велоспорты буйынса Европа беренселегенә ярыш уҙғайны. Рәсәй йыйылма командаһы составында беҙҙең республикабыҙҙан да ике ҡыҙ – Айгөл Гәрәева ме­нән Юлиә Ғәлимуллина көсөн һынаны. Һөҙөмтәләре лә бик ҡыуаныслы. Айгөл күмәк ярышта «алтын» яулап, 17 – 18 йәш­лектәр араһында иң яҡшыһы тип табылды, Юлиә алтынсы булып килде. Афариндар!

Франциямы, Хорватиямы?

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәй командаһы Хорватиянан отолоп ҡуйҙы. Төп иҫәп – 2:2, беҙҙекеләрҙән голды әлеге лә баяғы Денис Черышев менән Марио Фернандес индерҙе. Испания менән уйнағандағы һымаҡ инде, был юлы ла пенальти типтеләр. Хорватия уйынсылары оҫтараҡ, мәргәнерәк булып сыҡты.

Аргентина ла, Испания ла еңелде

Беҙҙең футболсылар тәки Испанияны еңде бит! Бының өсөн иң ҡулай ысулын таптылар. 11 уйынсы күп ваҡытын үҙ ҡап­ҡаһын һаҡлап үткәр­ҙе, йәғни футбол көйәрмәндәре теле менән әйткәндә, «автобус» ҡуйып уйнанылар. Улай ҙа ярай ин­де. Башҡаса Испания командаһына ҡаршы тороу ҡыйын…

Денис Черышев һоҡландыра!

Рәсәйҙә футбол байрамы дауам итә. Көйәрмәндәрҙең күплегенә хайран ҡалырлыҡ! Африканан да, Көньяҡ һәм Төньяҡ Американан да, Австралиянан да килеп еткәндәр! Стадиондарҙағы төрлө милләт вәкилдәрен күреп, хатта ғорурлыҡ кисерәбеҙ. Әлдә беҙҙең илебеҙҙә үтә футбол буйынса донъя беренселеге!

Рәсәйгә Месси, Роналду килде!

Ниһайәт, бөтәбеҙ ҙә көтөп алған көн етте, Рәсәйҙә футбол буйынса донъя беренселеге башланды! Уйындар Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Екатеринбургта, Ҡазанда, Волгоградта, Дондағы Ростовта, Түбәнге Новгородта, Һамарҙа, Сочиҙа, Калининградта, Саранскиҙа үтәсәк. Футбол байрамы илебеҙҙә 15 июлгә тиклем дауам итәсәк.

«Ағиҙел» – чемпион!

Ура, шатлан, ғорурлан, Башҡортостан! Өфөнөң «Ағиҙел» хоккейсылары Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында иң-иңе хәҙер. Финалда «Торнадо» клубын 3:0 иҫәбенә ҡыйратып, тәүге тапҡыр Кубок яуланылар! Байрамға шәп бүләк инде. Хоккейсыларыбыҙҙы еңеүҙәре менән республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡотланы.

Абҙанда шахмат яраталар

Былтырғы уҡыу йылында Иҫәнғолдан, Таҙлар ауылынан «Серле шаҡмаҡтар» конкурсында әүҙем ҡатнашҡайнылар. Еңеүселәр бүләктәребеҙҙе алып ҡыуанғайны. Ә быйыл Абҙан мәктәбе бәйгегә ихлас ҡушылды.