Ғорурланып һөйләнем

Районыбыҙҙа йыл да Шәжәрә байрамы ойошторола. Быйыл мин дә унда ҡатнаштым, үҙебеҙҙең педагогтар династияһы тураһында һөйләнем. Былтыр Өфөлә ҙур сәхнәлә сығыш яһағайным, шуға ҡаушаманым. Тәүҙә Гөлнара апайым Баһауетдинова гитарала уйнап, әсәйем, ҡустым Амил Баһауетдинов менән бергәләп үҙебеҙ сығарған «Династия» йырын башҡарҙыҡ. Шунан мин ҡыҫҡаса ғына 649 йыл эш стажы йыйылған педагогтар династияһы тураһында бәйән иттем. …

Continue reading ‘Ғорурланып һөйләнем’ »

Быуындар сылбыры өҙлмәһен!

Шәжәрә байрамы баш ҡалалағы 166-сы башҡорт балалар баҡсаһында йыл да үтмәй ҡалғаны юҡ. Бәләкәй генә балалар сатнатып атай-әсәйҙәре менән бергә сығыш яһай. Үҙ ырыуының оранын, ҡошон, ағасын, тамғаһын белеп үҫә. Шуға ла бында рухлы, үҙ теленә ҡарата ихтирамлы ҡыҙҙар, малайҙар тәрбиәләнә. Быйылғы сара Башҡорт теле көнө һәм билдәле мәғрифәт­се Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналды.

Нәҫел ептәрен барлап

Туғандарҙы тупларға, тарихи тамырҙарын иҫкә алырға ибрайҙар Шәжәрә байрамына йыйылды. Һәр бер ара матур итеп үҙ нәҫел ағасын да эшләткәйне. Республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан күп кенә яҡташтарыбыҙ ҡайтты. Бик күңелле, йәнле үтте сара, майҙан гөрләп торҙо.

Нәҫел ептәре өҙөлмәһен

Шығай ауылының «Тамъян» моделле китапханаһында гөрләп Шәжәрә байрамы үтте. Ғаилә йылына арналған был матур сараны китапханасыбыҙ Венера Ишмырҙа ҡыҙы Эниева ойошторҙо. Башта мәктәптең тарих уҡытыусыһы Эльвира Сабит ҡыҙы Сәйәхова ауылдың килеп сығыу тарихы, аралар тураһында сығыш яһаны. Беҙҙә татарҙар, ҡара табандар, һарыбайҙар, һарттар, үңәстәр, башмаҡтар, тояҡтар кеүек араларҙың булыуын белдек. Һәр береһенең килеп сығыу тарихы …

Continue reading ‘Нәҫел ептәре өҙөлмәһен’ »

Тарихыңды онотма, тамырыңды ҡоротма!

Беҙҙең 166-сы балалар баҡсаһында милли саралар ойошторолоп ҡына тора. Йыл да Шәжәрә байрамы үткәреү күптән инде күркәм йолаға әйләнгән. Бына әле яңыраҡ Ғаилә йылына арналған «Тарихыңды онотма, тамырыңды ҡоротма!» исеме менән матур байрам булды.

Нәҫел ептәрен барланыҡ

Исмаил мәктәбендә йыл һайын Шәжәрә байрамы үткәрелә. Әлегеһе «Минең ырыуым – Йылан» тип аталды. Байрамды V «А», V «Б», IX синыфтар ойошторҙо. Унда Әхиәровтар, Закировтар, Хәкимовтар, Ҡаш­ҡаровтар, Мөнировтар, Ғәлимовтар айырыуса әүҙемлек күрһәтте. Ҡул эштәренән әҙерләнгән матур күргәҙмә лә күҙҙең яуын алырлыҡ ине.

Шығайҙа туғыҙ ара булған

2006 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Ибраһим улы Байдәүләтов ҡултамғаһы менән «Шәжәрә байрамы» үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне. Был сара хәҙер бик күп райондар­ҙа, ауылдарҙа уҙғарыла. Халыҡ унда ҙур теләк менән ҡатнаша. Яңыраҡ ошондай матур байрам беҙҙең мәктәптә лә үтте. Уны тарих уҡытыусылары Фәрзәнә Аллабирҙе ҡыҙы Баймөхәмәтова менән Эльвира Сабит ҡыҙы Сәйәхова ойоштор­ҙо. Улар …

Continue reading ‘Шығайҙа туғыҙ ара булған’ »

Тарихҡа сәфәр ҡылдыҡ

Яңыраҡ мәктәбебеҙҙә Шәжәрә байрамы үтте. Был сараға беҙ бик матур итеп әҙерләндек. Уҡыусылар ҡыҙыҡһынып, үҙ тамырҙарын өйрәнде, мәғлүмәттәр йыйҙы. Һәр синыф милли ризыҡтарҙан өҫтәл әҙерләне. Ә ҡулдан эшләнгән әйберҙәр, сувенирҙар, һауыт-һабалар күҙҙең яуын алырлыҡ ине.

Ҡоромаһын ырыу ағасы!

Беҙҙең «Шатлыҡ» балалар баҡсаһында матур саралар ойошторолоп тора. «Тыуған ил нимәнән башлана?» исемле кисәлә кескәйҙәр тыуған ере, районы, Баш­ҡортостан, Рәсәй тураһында белемдәрен арттырҙы. «Сәскә ат, Башҡорт­останым!» шиғыр конкурсында республикабыҙға дан йырланы.