Госпиталдә инәй-олатайҙар янында

Терелткән дә тел, үлтергән дә тел… Был әйтемдең мәғәнәһен барыбыҙ ҙа яҡшы аңлай, шулай бит? Кешенең бер йылы һүҙе әллә ниндәй дауаларыңдан артыҡ ҡайһы ваҡытта. Берәйһе сирләп-фәлән китһә, боронғолар иң башта һүҙ менән имләп ҡараған, аҙаҡ ҡына үлән төнәтмәләренә һәм башҡаларына күсер булған.

Франциянан – уйынсыҡ айыуҙар

Яңыраҡ Өфөлә Франция вәкилдәре хәйриә акцияһы менән булып ҡайтты. Ойоштороусыһы – Мари Белегу. Ҡунаҡтар 9-сы балалар йорто тәрбиәләнеүселәренә уйынсыҡ айыуҙар бүләк итте. Был осраҡлы ғына түгел. Сере I Бөтә донъя һуғышы менән бәйле. Ошо яу ваҡытында Франция ауыр һынау кисерә. Рәсәй 45 мең кешеһен ярҙамға ебәрә. Урыҫ экспедиция корпусы һалдаттары Марн департаментының Курси ауылын азат …

Continue reading ‘Франциянан – уйынсыҡ айыуҙар’ »

«Бирешмә»ләр ярҙамға ашыға

Баш ҡаланың «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Бирешмә» төркөмөнөң тәүге айырым концерты үтте. Ул Ғафури районы Красноусолдағы 2-се мәктәптең VII синыф уҡыусыһы, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән Руслан Шәрәфетдиновҡа ярҙам итеү ниәте менән ойошторолғайны. Рамаҙан айында бик изге эш баш­ҡарҙылар.

Ҡышҡы йыйын

Баш ҡалабыҙҙа ауыр тормош хәлендә ҡал­ғандар өсөн ҡышҡы йыйын ойоштороу матур йолаға әйләнде. Әлегеһендә барлығы 160 үҫмер ҡатнашты. Уның барышында 61-се мәктәп һәм 83-сө лицей базаларында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, сәләмәт йәшәү рәүешенә өйрәтеү йәһәтенән бер нисә сара уҙҙы. «Индиго» үҙәге белгестәре «Экология һәм йәшлек» темаһына психологик-коррекцион дәрес үткәрҙе. Балалар Хәрби дан республика музейына экскурсияға ла …

Continue reading ‘Ҡышҡы йыйын’ »

Әмиргә ярҙам кәрәк

Яҡшы уҡыған, спорт менән шөғөлләнгән 11 йәшлек Әмир Ҡарасурин яҙғыһын ҡапыл арҡаһы ауыртыуға зар­лана башлай. Ата-әсәһе шунда уҡ уны табиптарға күр­һәтә. Төрлө анализдар тапшыралар, ләкин аныҡ ҡына диагноз ҡуя алмайҙар. Август айында малай бөтөнләй йөрөй алмай башлай. Реанимацияға эләгеп, яҡындарына аяуһыҙ сир тураһында хәбәр итәләр. Лейкемия аҙаҡҡа тиклем үҙен белгертмәй һәм ҡот осҡос тиҙлек менән …

Continue reading ‘Әмиргә ярҙам кәрәк’ »