Икенсе тур

Өсөнсө мәсьәлә Аҡтар башлай ҙа ике йөрөштән мат ҡуя. Диаграммалағы позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крf4, Фа3, Сg6, Kb4, пе3 (5 фигура), ҡаралар – Крс4, пс6 (2 фигура). Мәсьәләнең авторы – О. Блюменталь (18 71).                

Башланды!

Ҡәҙерле дуҫтар, «Серле шаҡмаҡтар» бәйгеһен башлайбыҙ. Һеҙгә был юлы ла 10 мәсьәлә тәҡдим ителәсәк. Был конкурста мәктәп йәшендәге һәр гәзит уҡыусы ҡатнаша ала. Яуап­тарығыҙҙы ебәргәндә тулы исем-фамилияғыҙҙы, нисәнсе синыфта, ҡайһы мәктәптә уҡыуығыҙҙы, адресығыҙҙы күрһәтергә онотмағыҙ, йәме. Еңеүселәргә редакцияның Почёт грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырыласаҡ.

Ялығыҙҙа сисегеҙ

Аҡтар башлап, ике йөрөштән мат ҡуя. Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡ­тар – Кре8, Фd7, Ла3, Сd3, Кһ5, пf2 (6 фигура), ҡаралар – Кре5, Ла4, па5 (3 фигура). Мәсьәлә-мередиттың авторы – Г. Хиткот (1891). Мередит – фигура­лар һаны 12-гә тиклемге шах­мат композицияһы. Был мәсьәлә­не сискәндә бер аҡ фигура ҡорбан ителә.

Туғыҙынсы, унынсы мәсьәләләр

Туғыҙынсы мәсьәлә Аҡтар башлай ҙа дүрт йөрөштән мат ҡуя. Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крһ2, Ле7, Сd3, Сf8, пһ4 (5 фигура), ҡаралар – Крf2, пf5 (2 фигура). Был миниатюраның авторы – А. Галицкий (1894). Алыҫтағы аҡ филде әүҙемләштерергә кәрәк.

Етенсе, һигеҙенсе мәсьәләләр

Етенсе мәсьәлә Аҡтар башлай ҙа өс йөрөштән мат ҡуя. Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Кре5, Ла3 Лb1, Сb3, Сd2 (5 фигура), ҡаралар – Крg2, пg5 (2 фигура). Миниатюраның авторы – донъя чемпионы Эмануил Ласкер (1903).              

Бишенсе, алтынсы мәсьәләләр

Бишенсе мәсьәлә Аҡтар башлай ҙа өс йөрөштән мат ҡуя. Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Кре1, Фb4, Ка2, пе2 (4 фигура), ҡаралар – Крс2, пf4 (2 фигура). Миниатюраның авторы – В. Шинк­ман (1890). Мәсьәләне ферзь йөрөшө хәл итә. Бер вариантты ғына табыр­ға.

Ҡыҙыҡлы мәсьәлә

Аҡтар башлай ҙа өс йөрөштән мат ҡуя. Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Kpd5, Фf3, па3 (өс фигура), ҡаралар – Кра4, ппа6, d7 (өс фигура). Миниатюраның авторы – Георгий Ибулаев. Сиселештең өс вариантын да табырға.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

«Серле шаҡмаҡтар» бәйгеһен йәйгелеккә туҡтатып торабыҙ. Сентябрҙән яңынан иғлан итербеҙ. Унда ҡатнашыу өсөн, әлбиттә, һуңламайынса «Йәншишмә»гә яҙылырға кәрәк. Берүк онотоп ҡуймағыҙ, йәме! Әле уҙған конкурсҡа йомғаҡ та яһалды. Кемдәр еңдеме? Бына улар –  Зөлфәт МӘМБӘТОВ (Әбүбәкер, Хәйбулла), Сәлимә ӘХМӘРОВА (Күмертау), Данияз ХӘСӘЕВ (Шабағыш, Көйөргәҙе). Был йәш шахматсылар бөтә мәсьәләләргә лә дөрөҫ яуап ебәрҙе. Еңеүселәргә редакцияның …

Continue reading ‘Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!’ »