Бәйге башланды!

Ҡәҙерле йәш шахматсылар, һеҙ әҙерһегеҙме? Яңы шахмат конкурсын иғлан итәбеҙ. Октябрҙә башлап, декабрь бөткәнсе 10 мәсьәлә, башлыса миниатюралар (фигуралар һаны 7-гә тиклем), тәҡдим ителәсәк. Һөҙөмтәләр ғинуарҙа билдәле буласаҡ. Тимәк, 2018 йылға «Йәншишмә»гә яҙылып ҡуйырға кәрәк инде. Бәйгелә мәктәп, лицей, гимназия уҡыусылары, шахмат түңәрәге ағзалары ҡатнаша ала. Еңеүселәрҙе редакцияның Почёт грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләге көтә. Яуаптарығыҙҙы …

Continue reading ‘Бәйге башланды!’ »

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

2017 йылдың беренсе ярты йыллығында шахмат мәсьәләләре сисеү конкурсында ҡатнашыусылар Ейәнсуранан күп булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы турға улар­ҙың береһе лә яуап ебәрмәне. Ә бына Зөлфәт Мәмбәтов менән Коля Шибаев ҡыуандырҙы. Был егеттәр беҙ тәҡдим иткән 10 мәсьәләгә лә дөрөҫ яуап ебәрҙе. Тимәк, икеһе лә еңеүсе инде. Ҡотлайбыҙ! Уларға редакцияның Почёт грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләктәре тапшырыласаҡ. …

Continue reading ‘Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!’ »

Бишенсе тур

Туғыҙынсы мәсьәлә Аҡтар башлай ҙа дүрт йөрөштән мат ҡуя. Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Кре6, Сd1, Кf5, Кg5 (4 фигура), ҡаралар – Кре8 (1 фигура). Был бәләкәй мәсьәлә – аристократ, пешкалар бөтөнләй юҡ. Авторы – В. Резинкин (2006). Сиселештең ике вариантын да табырға.                  

Ейәнсураның йәш шахматсылары

Был һүрәттәрҙә һеҙ Ейәнсура йәш шахматсыларын күрәһегеҙ. «Серле шаҡмаҡтар» конкурсында иң әүҙем ҡатнашыусы улар. Бының өсөн Көйөргәҙенән районына күсеп ҡайтҡан Айрат Хәсән улы Хәсәевкә рәхмәт әйтке килә. Ул балаларҙы бәйгегә дәртләндерә икән. Афарин!

Дүртенсе тур

Етенсе мәсьәлә Аҡтар башлай ҙа өс йөрөштән мат ҡуя. Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крһ3, Фа6, Сс7, пg2 (4 фигура), ҡаралар – Крһ5, пf6 (2 фигура). Мәсьәләнең авторы – Виктор Чепижный (1986). Тәүге йөрөштә көтмәгәндә аҡтар бер фигураһын юғалта. Өс вариантты ла табырға.  

Өсөнсө тур

Бишенсе  мәсьәлә Аҡтар башлай ҙа өс йөрөштән мат ҡуя. Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крd3, Фf7, Кс7 (өс фигура), ҡаралар – Кре5 (1 фигура). Мәсьәләнең авторы – А. Феранте (1859). Сиселештәге беренсе йөрөштә бер аҡ фигура таҡтаның ситенә күсә. Бер вариантты ғына күр­һәтергә кәрәк.

Икенсе тур

  Өсөнсө мәсьәлә Аҡтар башлай ҙа ике йөрөштән мат ҡуя. Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Kpd4, Фe4, Cf4 (3 фигура), ҡаралар – Крd1, Са4, ппb2, һ4 (4 фигура). Миниатюраның авторы – С. Гольд (1896). Сиселештең өс вариантын да табырға кәрәк.

Беренсе тур

Шахмат мәсьәләләре сисеү конкурсын дауам итәбеҙ. Быныһы инде ғинуарҙа башланып, майға тиклем барасаҡ. Еңеүселәр июндә билдәле буласаҡ. Был бәйгелә лә һеҙгә 10 мәсьәлә, күберәген миниатюралар, тәҡдим ителәсәк. Яуаптарығыҙҙы редакцияға һуңлатмай 10 көн эсендә ебәрергә тырышығыҙ. Хатығыҙҙа тулы исем-шәрифегеҙҙе, адресығыҙҙы, нисәнсе синыфта, ҡай­һы мәктәптә уҡыуығыҙҙы күрһәтергә онотмағыҙ, йәме. Беренсе мәсьәлә Аҡтар башлай ҙа ике йөрөштән мат …

Continue reading ‘Беренсе тур’ »

Шах бабай бүләктәре

Ҡәҙерле йәш шахматсылар, сентябрь – декабрь айҙарында барған «Серле шаҡмаҡтар» бәйгеһенә йом­ғаҡ яһарға ла ваҡыт етте. Һеҙгә 10 шахмат мәсьәләһе тәҡдим ителгәйне. Уларҙың бөтәһен дә дөрөҫ сисеп, Кәрим БАТЫРШИН, Коля ШИБАЕВ (Күмертау), Зөлфәт МӘМБӘТОВ (Әбүбәкер, Хәйбулла), Нуршат СӘЙФЕТДИНОВ, Айнур ИСКӘНЙӘРОВ, Айгиз ИЛЬЯСОВ, Саша ЮРТАЕВ (Таҙлар), Нурислам ФӘЙРУШИН, Динислам ЮЛДАШБАЕВ, Артур ТИМЕРМУЛЛИН (Иҫәнғол, Ейәнсура) еңеүсе булды! …

Continue reading ‘Шах бабай бүләктәре’ »