Тыуған Башҡортостанына ҡайтты

11 октябрь, Республика көнөндә, Рөстәм Хәмитов вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында иғлан итте. Хуш­лашыу телмәрендә үҙенең китеүен, ул һәр яҡлап тикшерелгән шәхси ҡарар, тип аңлатты һәм 2019 йылда үтәсәк Баш­ҡортостан Республикаһы Башлығын һай­лауҙа үҙ кандидатураһын күрһәтмәйәсә­ген әйтте. «Өлкән йәштәге төбәк етәксе­ләре үҙ ваҡытында һәм лайыҡлы рәүештә китергә тейеш», – тип белдерҙе ул.

Радий Хәбиров Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһында тәртип урынлаштырыуҙы талап итте

Бөгөн, 15 октябрҙә, Башҡортостан хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә төбәк Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының эшен ҡаты тәнҡитләне.

Яңы команда булырмы?

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙенә команда төҙөү принциптары хаҡында хәбәр итте. Был хаҡта Радий Фәрит улы социаль селтәрҙәрҙәге рәсми сәхифәләрендә яҙҙы.

Бөгөн – Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы Рәсәй Федерацияһының рәсми дәүләт символы булып тора. 22 августа Рәсәйҙә Дәүләт флагы көнө билдәләнә. Был көндө 1991 йылда Мәскәүҙә Аҡ йорт өҫтөндә беренсе тапҡыр рәсми рәүештә, дәүләт символы булып торған ураҡ һәм сүкеш менән ҡыҙыл байраҡты алмаштырған, өс төҫлө Рәсәй флагы күтәрелә. Был ваҡиғанан һуң өс йыл үткәс Рәсәй Президенты Дәүләт …

Continue reading ‘Бөгөн – Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө’ »

Путин – беҙҙең Президент!

2018 йылғы Президент һайлауҙарын балалар ҙа ҡыҙыҡһынып көтөп алды. «Ә һин һайлауға бараһыңмы, кемде һайлайһың? Мин дә һиңә эйәрәйем әле…» Ошондай һүҙҙәр күп ғаиләләрҙә булғандыр, моғайын. Быйылғы һайлауҙа йәштәрҙең дә әүҙемлеге күренде. Быны улар­ҙың социаль селтәрҙәргә ҡуйған фотоларынан да белеп була ине. Ә 18 йә­шен тултырып, тәүгә гражданлыҡ бурысын үтәүселәр Баш­ҡортостан­да – барлығы 50 мең …

Continue reading ‘Путин – беҙҙең Президент!’ »

Рәсәй Президентын һайлаясаҡбыҙ

Уҙған йылдың 18 декабрендә, тауыш биреүгә теүәл өс ай алдан, рәсми рәүештә Рәсәй Президентын һайлау кампанияһы башланып китте. Фе­дерация Советының «Российская газета» баҫмаһында сыҡҡан 2018 йылдың 18 мартында һайлауҙар уҙғарыу тураһындағы ҡарары уға старт бирҙе. Һайлауҙар Ҡырымдың һәм Севастополдең Рәсәйгә яңынан ҡушылыуына дүрт йыл тулыу менән тап килә.

Тыныслыҡ «күгәрсендәре»

Һәр ваҡыт булһын ҡояш, Һәр ваҡыт булһын һауа, Һәр ваҡыт булһын әсәй, Булайым һәр саҡ мин… Был йырҙы белмәгән малай һәм ҡыҙ бармы икән?! Ә ошо дүрт юллыҡты Костя Баранов исемле малай уйлап сығарған. Николай Чарухин тигән рәссам ул һүҙҙәрҙе ҡулланып, тыныслыҡ тураһында плакат эшләгән. Лев Ошанин рәсемде күреп оҡшат­ҡан да шиғыр яҙған, Аркадий Островский …

Continue reading ‘Тыныслыҡ «күгәрсендәре»’ »

Күпселек «Берҙәм Рәсәй» яҡлы

Белеүегеҙсә, 18 сентябрҙә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә, Баш­ҡортостанда етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына, урындағы үҙидараның вәкиллеге органдарына депутаттар, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәмә һайлауҙар уҙҙы. Парламент һайлауҙарында 14 сәйәси партия ҡатнашты. Алты бер мандатлы һайлау округында Дәүләт Думаһындағы депутат мандаттары өсөн 47 кандидат көрәште.

Бергәләп хәл иткәндә генә…

«Ислам дәүләте» – Рәсәйҙә тыйылған террористик ойошма. Кемдәр унда тупланған? Енәйәтселәр. Ислам диненә бер ниндәй ҙә ҡатнашлыҡтары юҡ. Ләкин башҡарған эштәре, енәйәттәре менән уны ла бысратырға тырышалар. Был экстремистик ойошма әленән-әле төрлө илдәрҙә теракт ҡылып, бер ғәйепһеҙ кешеләрҙең ғүмерен ҡыя. Ана шул арҡала әллә күпме кеше тыуған ерен таш­лап китергә мәжбүр булды. Бөгөнгө көндә улар …

Continue reading ‘Бергәләп хәл иткәндә генә…’ »