Рината Жубатова

Уҡыған мәктәбең, синыфың: Ейәнсура районының Иҙелбәк мәктәбендә XI синыфта уҡыйым. Төрлө өлкәлә яулаған уңыштарың: 2017 йылда баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәтенән район кимәлендәге олимпиадала – еңеүсе, республика һәм Бөтә Рәсәй кимәлендә призёр булдым, былтыр тормош хәүеф­һеҙлеге нигеҙҙәренән – муниципаль этапта призлы урын, тарихтан еңеү яуланым. Уңышлы булыу серен нимәлә күрәһең? Тырышлыҡта, ялҡауланмай ғына уҡыуҙа.

Айсар Йосопов

Һинең статусың: Учалы районы Ҡунаҡбайҙағы балалар сәнғәт мәктәбенең VIII синыф уҡыусыһымын, һеңлем өсөн хәстәрлекле ағай. Ҡаҙаныштарың: уңыштарым бик күп. Шуларҙың иң-иңдәрен әйткәндә, 2015 йылда Силәбелә үткән баш­ҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыу­сыларҙың балалар һәм үҫмерҙәр халыҡ-ара конкурсында – дипломант, Октябрьскийҙа йәш музыканттарҙың «Башҡорт халыҡ ҡоралдары» Бөтә Рәсәй конкурсында – III дәрәжә диплом лауреаты, 2016 йылда Магнитогорскиҙа …

Continue reading ‘Айсар Йосопов’ »

Тамерлан Әхмәров

Һинең статусың: Өфө ҡалаһының 35-се белем биреү үҙәгендә VII синыфта уҡыйым. Уҡыуҙа, бәйгеләге уңыштарың, ҡаҙаныштарың: былтыр, мәҫәлән, Сочи янындағы Лоо ҡасабаһында 14 йәшкә тиклемге малайҙар һәм ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса уҙған Рәсәй беренселегендә өс тапҡыр алтын миҙал яулап, унда абсолют еңеүсе булдым. Донъя беренселегенә үткәрелгән йәштәр турнирында, Европа чемпионатында ла алдынғы урындарҙы бирмәнем. Һанай …

Continue reading ‘Тамерлан Әхмәров’ »

Камилла Байбурина

Һинең статусың: Шишмәләге 1-се мәктәптә VIII синыфта уҡыйым.Ҡаҙаныштарың: уҡыу алдынғыһымын, шахмат буйынса Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара турнирҙарҙа еңеүҙәр яуланым.Уңышлы булыу өсөн… үҙ өҫтөңдә эшләргә, күнегергә һәм ҡуйылған маҡсатыңа ынтылырға кәрәк.

Тырышҡан – мораҙына ирешкән

Һуңғы көндәрҙә Туймазы ҡалаһындағы 4-се мәктәптең X синыф уҡыусыһы, Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендияһына лайыҡ булған Алина Шәйхиева дуҫтарының, синыфташтарының, яҡын кешеләренең һәм, әлбиттә, уҡытыусыларының күп йылы һәм ихлас ҡотлауҙарын ҡабул иткәндер.

Азалиә Шафиҡова

Һинең статусың: баш ҡалалағы Михаил Ферин исемендәге 60-сы лицейҙың X «А» синыфында уҡыйым. Уҡыуҙа, бәйгеләрҙәге уңыштарың, ҡаҙаныштарың: уҡыу алдынғыһымын, 2015/16 уҡыу йылында «Йыл уҡыусыһы», 2016/17 уҡыу йылында В. И. Корзников исемендәге стипендиат, финанс грамоталығы буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабы еңеүсеһемен, Бөтә Рәсәй кимәлендә призёр булдым, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының район, …

Continue reading ‘Азалиә Шафиҡова’ »

Динислам Әхмәев

Уҡыған мәктәбең, си­ныфың: Ауырғазы районы Талбазылағы лицейҙың XI «Б» синыфында уҡыйым. Төрлө өлкәлә яулаған уңыштарың: 2017/18 уҡыу йылында экология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында, «Таҙа фән» фәнни-ғәмәли конференцияһында – еңеүсе, ботаника буйынса йәш экологтарҙың Бөтә Рәсәй слётында призёр булдым. Уңышлы булыу серҙәре: эшһөйәр, маҡсатыңа ынтылыусан, тырыш булһаң, теләгәнеңә ирешәһең.

Вика Тарасова

Уҡыған мәктәбең, синыфың: Ауыр­ғазы районы Талбазылағы лицейҙың XI синыфында белем алам. Төрлө өлкәлә яулаған уңыштарың: үткән уҡыу йылында урыҫ әҙәбиәте буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының район, төбәк этаптарында еңеүсе булдым. Быйыл да урыҫ теле һәм әҙәбиәте буйынса муниципиаль этапта беренсе урын алдым. Уңышҡа өлгәшеү сер­ҙәре: фәнгә ҡарата ҡы­ҙыҡһыныуым һәм тырышлығым булыуы, аҙаҡ шуны иҫбатларға теләү.

«Уңыш сере тырышлыҡта һәм түҙемлелектә», – ти Гөлнәзирә

Исемең-шәрифең: Гөлнәзирә Мәхмүтова. Уҡыған мәктәбең, синыфың: Йылайырҙағы Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының XI «А» синыфында уҡыйым.

«Ҡоламаҫ өсөн ҡыбырларға кәрәк!» – ти Ғәзинур

Исем-шәрифең: Ғәзинур Рыҫмөхәмәтов. Уҡыған мәктәбең, синыфың: Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республи­ка башҡорт интернат-гимназияһының X «А» синыфы уҡыусыһымын. Төрлө өлкәлә яулаған уңыштарың: математика олимпиадаһында – республика буйынса, физика олимпиадаһында ҡала буйынса призёр булдым. Еңел атлетика буйынса республика чемпионатында еңеп сыҡтым, 9 Май эстафетаһында – III, ҡала бәйгеһендә 800 метрға йүгереүҙә икенсе урын яуланым. Тәбиғәт ғилеме …

Continue reading ‘«Ҡоламаҫ өсөн ҡыбырларға кәрәк!» – ти Ғәзинур’ »