«Әҙәби ҡунаҡхана»ла – Марсель Сәлимов

Башҡортостан Республикаһы Милли музейының «Әҙәби ҡунаҡхана»һында бик матур осрашыу булды. Ул «Башҡорт әҙәбиәтендә сатира һәм юмор» тигән темаға бағышланды. Ҡунаҡхананың абруйлы ҡунағы итеп күренекле яҙыусы-сати­рик, шағир, тәржемәсе, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Марсель Сәлимов саҡырылғайны.

Яҙыусы килде ҡунаҡҡа

Гимназиябыҙҙа «Ярғанат» исемле хикәйәләр, «Ғәжәп хәбәр» тигән шиғырҙар китабы аша балаларға яҡшы таныш булған Башҡортостандың ат­ҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткә­ре, Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты, шағирә, тәржемәсе Гөлнур апай Яҡупова менән осрашыу бик фә­һемле, иҫтәлекле бул­ғандыр, тип уйлайым. Сөнки изге һәм саф күңелле, оло той­ғоло, нес­кә лә, көслө лә, сабыр холоҡло ла, иң мөһиме – бар булмышы …

Continue reading ‘Яҙыусы килде ҡунаҡҡа’ »

Яҡшембәттән – яҡшы кәйеф менән!

Бәй-бәй! Ҡыш бабай бүләктәрен өләшә инде әллә? Ана, тоғон күтәреп Көйөргәҙе районының Яҡшембәт мәктәбендә йөрөп ята. Приздары ла етерлек кенә күренә. Ни эшләп юлын был тарафтарҙан башлаған тиһәк, әлеге белем усағында уҡыусылар «Йәншишмә»гә күпләп яҙылған икән. 2018 йылдың ярты йыллығында 30-ҙан ашыу бала гәзитте алдырып уҡыясаҡ. Һай, афариндар!

Алыҫ араларҙы яҡынайтып, күңелдәрҙе яҡтылыҡҡа байытып

Етмеш саҡрым яҡын ер түгел, Бер осрашыр өсөн килдек беҙ. Аҡ ҡалпағым төшөрҙөм ҡулдан, Беҙҙең дуҫ-иш менән ил тулған… ЙЫРҘА шулай 70 саҡрым яҡын ер түгел, тип йырланһа ла, беҙгә 300 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Әбделмәмбәт ауылына барып, көнөндә кире әйләнеп ҡайтыу ҙа бер ни түгел. Эйе, заманалар ҙа икенсе шул хәҙер. Еңел автомобилдә үткән тигеҙ, …

Continue reading ‘Алыҫ араларҙы яҡынайтып, күңелдәрҙе яҡтылыҡҡа байытып’ »

Байназарҙа ла дуҫтарыбыҙ артһын!

Дуҫтар менән күрешеп, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүгә ни етә һуң?! Йылы аралашыуҙан үҙебеҙгә илһам, матур тәьҫораттар алып ҡайтабыҙ. Байназар мәктәбендә булғандан һуң да күңел тағы күтәрелеп китте. Шулай булмай ни, тиҫтерҙәрен йөкмәткеле мәҡәлә-хәбәрҙәре менән һөйөндөргән Сәлимә Дәүләтшина һәм Зилиә Буранбаевалар уҡый бит ул бында! Яҙғандарын һеҙ ҙә ҡарап бараһығыҙҙыр әле.

Ниндәй һөнәр һайларға?

Мәктәбебеҙҙә БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты уҡытыусылары, студенттары IX – XI синыф уҡыусылары менән һөнәр һайлау буйынса осрашыу үткәрҙе. Унда филология фәндәре докторы, башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһы доценты, башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев, филология фәндәре докторы, башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһы доценты Илшат Камил улы Янбаевтар ҡатнашты.

Теш табибы килде мәктәпкә

Белем усағыбыҙҙа беренсе тапҡыр теш табибы Рәил Шәйехлимамов менән осрашыу булды. Ул беҙҙең амбулаторияла бер йылға яҡын ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, ауылдаштарым араһында ихтирам ҡаҙанған. Йәш теш табибы килеүен бөтә мәктәп менән түҙемһеҙләнеп көттөк.

«Йәншишмә»нән ҡунаҡтар килде

Был хәбәр йәшен тиҙлегендә таралды. Ҡунаҡтар­ҙың да ниндәйе бит әле! Үҙебеҙҙең яратып уҡыған «Йәншишмә» гәзите хеҙмәткәрҙәре. Беренсе тап­ҡыр журналистар менән күҙгә-күҙ ҡарап аралашыу беҙҙең өсөн бик мөһим һәм ҡыҙыҡлы булды. Төрлө милләт – башҡорт, татар, урыҫ балалары – барыһы ла осрашыу­ға килде.

Гәзитле лә, бүләкле лә

Мәктәбебеҙҙә ҡыҙыҡлы осрашыуҙар булып ҡына тора. Был юлы – «Йәншишмә»ләр менән. Уларҙың килеүен түҙемһеҙләнеп көтөп алдыҡ. Ғәҙәти осрашыу түгел ине шул. Өфө ҡунаҡтары «Йәншишмә» – лото» уйынын да үткәр­ҙе.