Ялы ла, эше лә бергә

Баш ҡалала белем алғас, каникул көндәрен түҙемһеҙләнеп көтөп алам. Бигерәк тә оҙайлы йәйге ялдарҙы. Ауыл эштәрен дә һағынам. Ҡайтҡас та атайым, әсәйем менән картуф ултырттыҡ, аҙаҡ сүбен утап, күмдек. Өләсәйемә лә ярҙам итештем. Баҡсаһында эш бөткәс, утынын ярып бир­ҙем. Өләсәйем, эй, шатланды инде! «Улым ҙурайған, эшемде бөтөрөп китте, рәхмәт балаҡайым», – тип күңелемде үҫтереп ебәрҙе, …

Continue reading ‘Ялы ла, эше лә бергә’ »

Алтын ҡуллы ҡыҙҙар

Урамда матур-матур уйынсыҡ брелоктар һатып ултырған ҡыҙҙарҙың эргәһенән туҡтамайынса үтә алманыҡ. Эштәре күҙҙең яуын алырлыҡ та ул! Ҡыҙым да, әсәй, ошо тейенде, юҡ, сус­ҡа балаһын алайыҡ, тип һайлай башлағас, үҫмерҙәр менән танышырға теләк уянды. Баш ҡалабыҙҙың 94-се лицейында уҡыусы Эвелина Моратшина менән Аделина Баһауетдинова булып сыҡты улар.

Аҡсаһына – уҡыу кәрәк-яраҡтары

Йәй – ул ял итеү миҙгеле генә түгел, ә уҡыусы балалар өсөн аҡса эшләп алыу осоро ла бит ул. Мәҫәлән, Әлшәй районы Раевка ауылы гимназияһы уҡыусылары, апалы-һеңлеле Юлиә һәм Азалиә Зәйнуллиналар йәйгеһен еләк һатып, үҙҙәренә уҡыу-кәрәк яраҡтары алған.

Атаһына планшет бүләк иткән

– Шул тиклем итәғәтле, тәрбиәле бала ул. Бер ваҡытта ла иҫәнләшмәйенсә үтмәй. Үҙе бик ярҙамсыл, – тиҙәр ауылдаштары Рөстәм Бик­булатов хаҡында. Ул быйыл IX синыфты тамамлаған. Ауылдарында башланғыс мәктәп кенә булғас, күрше Яңы Надеждинға йөрөп уҡый. Ә бына йәйге каникулын нисек үткәр­ҙе икән уңған егет? Әйҙәгеҙ, үҙенән һорап ҡарайыҡ. – Йәй буйына умарталыҡта эшләнем, үҙебеҙҙәге …

Continue reading ‘Атаһына планшет бүләк иткән’ »

Ләйсән кафеға саҡыра

Булыр бала биләүҙән, тиҙәр бит әле. Ләйсән дә бик бәләкәйҙән ата-әсәһенә ярҙамсы булырға күнеккән. Эшҡыуарлыҡ эшенә башкөллө сумған Әминевтәр ғаилә­һендә шундай бер ғәжәйеп ҡыҙ­ҙың үҫеүе – атаһы менән әсәһе өсөн оло ҡыуаныс. Ни өсөн тигәндә, көн оҙоно ғаилә бизнесын алып барғанда балалар өсөн артыҡ ваҡыт бүлеү мөмкин дә түгел. Шуғалыр ҙа Ләйсән бик иртә аш-һыу …

Continue reading ‘Ләйсән кафеға саҡыра’ »

Бында еләк күп икән, айыу-бүре юҡ икән

– Беҙҙең яҡтар емеш-еләккә, бәшмәккә бик бай. Быйыл да бөтә нәмә уңды. Бигерәк тә ҡайын еләге. Ошо ваҡытта байтаҡ аҡса эшләп ҡалабыҙ. Ярты литрлы банкаһын 250 – 300 һумға һаттыҡ, – ти Архангел районының Уҫаҡлы ауылынан VI синыфты тамамлаған Данис Хәйруллин.

Мунсаҡтан – аҡса

Эх, тиҙерәк йәй етһен ине, тигән хыял менән оҙо-о-он ҡышты, унан яҙҙы үткәреп ебәрәбеҙ. Пландар ҡорабыҙ. Мин үҙем уларҙы дәфтәремә яҙып ҡуям. Йәй минең генә түгел, бөтә балаларҙың да яратҡан миҙгелелер ул.

Ер еләккәйҙәре беште инде

Ҡояш йылы нурҙарын һибә башлау ме­нән, шуны ғына көткәндәй, емеш-еләк беште алланып. Баҙар янынан үткәндә татлы еҫтәрҙән баштар әйләнә хатта. Ҡыҙарып, күҙҙе ҡыҙҙырып яталар. – Баҡса еләген йыйып ҡына өлгөр. Көн дә иртән тороуға яңылары өлгөрөп кенә тора, – ти Шишмә ҡыҙы Сабина Хамматова. – Беҙ баҡсала ла күп итеп үҫтерәбеҙ, Шишмәләге питомникка барып та …

Continue reading ‘Ер еләккәйҙәре беште инде’ »

«Ҡымыҙ һатып аҡса эшләйем»

Шулай тип дәртләнеп һөйләй Айтуған Булатов. Ул Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылында IX синыфты тамам­лаған. Уҡыуҙар бөтөү менән көн дә ата­һын алмаштыра. Оло юлға сығып, ҡымыҙ һата. Ошо бизнес менән 2006 йылдан шөғөлләнә Булатовтар. Бөтәһе 62 баш йылҡы малы бар. Ҡайһы бер ауылдаштары ла йәйгелеккә аттарын уларҙың көтөүенә ҡуша. Әсәһе Земфира көндөҙ уларҙы һауып, ҡымыҙ бешә. …

Continue reading ‘«Ҡымыҙ һатып аҡса эшләйем»’ »

Фермер йә эшҡыуар булыр әле

Яңы Усман ауылынан V синыф уҡыусыһы, «Бәйләнештә» селтәрендә «Тәбиғәт мөйөшө» исемле үҙ төркөмөн булдырып, хайуандар һәм ҡоштар хаҡында блог алып барыусы Ханнан МӘЖИТОВ бер йыл элек йорт ҡуяндары менән ҡыҙыҡһына башлай. Төрлө яҡтарҙан алдырып, бөгөн ул «Фландер», «Великан», «Совет шиншиллаһы» тоҡомло алты ҡуян тота.