Арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ

Ҡәҙерле дуҫтар! 10-ынан 20 майға тиклем гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгө бара. Әйҙәгеҙ, мөмкинлектән файҙаланып, «Йәншишмә»гә арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ. Гәзитебеҙҙең индексы – П2765. Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 420 һум 42 тин.

Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!

10 майҙан “Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө” башлана. Ул 20 майға тиклем дауам итәсәк. Ошо осорҙа гәзит-журналдарға арзаныраҡ хаҡҡа яҙылырға була. Ун көнлөк барышында “Йәншишмә”гә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу хаҡы 420 һум 42 тин торасаҡ, йәғни 60 һумға яҡын аҡсағыҙ кеҫәгеҙҙә ҡаласаҡ, тигән һүҙ. Мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ, дуҫтар!

«Аҙна һайын – отош» башлана

Ҡәҙерле дуҫтар! Гәзитле лә, бүләкле лә булғығыҙ киләме? Бының өсөн 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына «Йәншишмә»гә яҙылып, квитанция күсермәһен редакцияға ебәрегеҙ. Ни өсөнмө? Күптәр көтөп алған «Аҙна һайын – отош» уйыны башлана! Ул матбуғат баҫмаларына яҙылыу бөткәнсе бара. «Башҡорт­остан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы һеҙгә матур-матур бүләктәр ҙә әҙерләгән. Кемдәр беҙҙең «Йәншишмә»гә яҙылыр­ға теләй, …

Continue reading ‘«Аҙна һайын – отош» башлана’ »

Яҙыл да бүләк от!

“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто” дәүләт унитар предприятиеһы 2018 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы уңайынан «Туған телеңдәге баҫмаға яҙыл!» марафонын иғлан итте. “Йәншишмә” гәзитенә яҙылыусылар ҙа “Аҙна һайын – отош!”, “Суперприз от!” конкурстарында ҡатнаша ала. Шарттары ябай: гәзиткә яҙылығыҙ ҙа, квитанцияғыҙҙың күсермәһен үҙегеҙ тураһында мәғлүмәт менән бергә редакцияға ебәрегеҙ.

Арзан хаҡҡа яҙылып ҡал!

Ҡәҙерле дуҫтар! 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға ваҡытынан алда яҙылыу дауам итә. Акция 31 мартҡа тиклем бара, өлгөрөргә тырышығыҙ. Ни өсөн тигәндә, әле арзаныраҡ хаҡҡа яҙыла алаһығыҙ. Һуңынан хаҡтарҙың артыуы көтөлә. Әле ваҡыт яғы ла иркенерәк. Уҡыу йылы аҙағы етһә, мәшәҡәттәр күбәйә, имтихандарға әҙерлек башланып, гәзиткә яҙылыу онотолоп торола. Шуға ла был мөмкинлектән файҙаланып …

Continue reading ‘Арзан хаҡҡа яҙылып ҡал!’ »

Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Ҡәҙерле дуҫтар! 1 февралдән 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға ваҡытынан алда яҙылыу башланды. Ул 31 мартҡа тиклем дауам итәсәк. «Йәншишмә»гә бер айға яҙылыу хаҡы – 77 һум 29 тин, ярты йылға – 463 һум 74 тин. Индексы – П2765.

Гәзитле лә, бүләкле лә

Яңы йыл алдынан һәр кем мөғжизә көтә. Бына, мәҫәлән, фотолағы мөләйем ҡыҙ Алһыуҙың ғаиләһендә лә яңыраҡ күңелле ваҡиға булды. Улар «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ойошторған «Суперприз от!» акцияһында ҡатнашып, шәп бүләк – телевизор оттолар. Ғәбиҙуллиндар 2017 йылдың икенсе ярты йыллығына «Йәншишмә»гә һәм район гәзите «Таң»ға яҙылып, квитанция күсермәләрен нәшриәт йортона ебәрәләр. Акцияла бүләк отҡандарын белгәс, …

Continue reading ‘Гәзитле лә, бүләкле лә’ »

Ә һин «Йәншишмә»гә яҙылдыңмы?

Әле гәзиткә яҙылыуҙың иң ҡыҙған ғы­на мәле. Әйҙәгеҙ, атай-әсәйҙәр, олатай-өлә­сәйҙәр, ағай-апайҙар, балала­ры­ғыҙға, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә, ҡус­ты-һеңлеләрегеҙгә бүләк эшләп, 2018 йыл­ға «Йәншишмә»гә яҙылып ҡуяйыҡ. Балалар, һеҙгә өндәшәбеҙ: киләсәктә лә беҙҙең менән бергә ҡал­һағыҙ, киң мәғлүмәтле булып, рухи яҡтан байыр­һығыҙ, көндәрегеҙ ҙә фай­ҙалы, мауыҡтырғыс үтер. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, матур-матур бүләктәр ҙә ота алаһығыҙ. «Йәншишмә»гә ярты йылға яҙылыу хаҡы –  …

Continue reading ‘Ә һин «Йәншишмә»гә яҙылдыңмы?’ »

Мораҡта – матбуғат байрамы

Бәләкәйҙән балаларыбыҙҙа туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләйек, гәзит-журналдарҙы яҙҙырайыҡ. Телебеҙ бар икән, халҡыбыҙ ҙа, илебеҙ ҙә йәшәр. Милли матбуғат – күңелдәрҙе рухи яҡтан байытыусы ла, халҡыбыҙҙы берләштереп, бар итеүсе лә ул.

Ҡәҙерле дуҫтар!

Һеҙҙең дә гәзитле лә, бүләкле лә булғығыҙ килһә, әйҙәгеҙ, әүҙемлек күрһәтәйек. Бының өсөн «Йәншишмә»гә яҙылып, квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәрергә генә кәрәк. «Йәншишмә»гә ярты йылға яҙылыу хаҡы – 476 һум 28 тин. Индексы – 50605. Бер йылға яҙылыу хаҡы – 844 һум 52 тин. Индексы – П3371.