Рәхмәт хаты алды

Мәскәүҙә үткән кәңәшмәлә Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министры Ольга Васильева республикабыҙҙың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡоваға Рәхмәт хаты тапшырҙы. Ул бындай баһаны Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарған мөһим сараларҙы яҡшы әҙерлек һәм юғары кимәлдә ойошторғаны өсөн алды.

Һынау иншалары

Уҙған аҙнала республикала 18 мең 500-ҙән ашыу сығарылыш синыф уҡыусыһы – йомғаҡлау иншаһы, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән 300 бала изложение яҙҙы. Уның һөҙөмтәһе буйынса уҡыусыларға Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуға рөхсәт биреү хәл ителәсәк. Балаларҙың ижади эште нисек үтәүҙәре 21 декабргә тиклем билдәле буласаҡ.

Ҡытай теленән дә БДИ булырмы?

Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығы белгестәре фекеренсә, өс йылдан ҡытай теленән һынау мотлаҡ һаналасаҡ. Ә унан тәүге имтихандарҙы туғыҙынсылар алдағы 2018 йылда уҡ биреп ҡарай ала.

Урыҫ әҙәбиәтенән дә телдән һынау көтөлә

БДИ тапшырыуҙы ҡатмарлаштырып бер булалар. Инде хәҙер урыҫ әҙәбиәтенән телдән һынау индермәкселәр. Уны тапшырыу рәүеше, ваҡыттары хаҡында уйланыла, бәхәстәр бара. Ә әлеге уҡыу йылында урыҫ теленән телдән һынау буласаҡ. Туғыҙынсыларға уҡытыусы менән әңгәмә ҡороп, үҙенең уй-фекерен аныҡ итеп әйтә, һөйләй белеүен күрһәтергә кәрәк. Әңгәмәләшеүҙе уңышлы үткәндәр генә йомғаҡлау аттестацияһын бирергә рөхсәт ала.

Уҡытыусыға эш ҡалырмы?

Ҡытайҙа киләсәктә мәктәптәргә яһалма интеллект­ҡа нигеҙләнгән белем биреү платформаһын тәрәнерәк индерергә уйлайҙар. Ил етәкселәре иҫәпләүенсә, ауыл балалары иң яҡшы интернет-ресурстарҙы файҙаланыуҙан, алдынғы уҡытыу­сылар уҡытыуынан мәхрүм. Сөнки уларҙың күбеһе ярлы ғаиләләрҙән һәм сифатлы белем алырға мөмкинлектәре юҡ. Әле Ҡытайҙа онлайн белем биреүгә ныҡ таяналар, ҡағиҙә булараҡ, был уҡытыусыны тулыһынса алмаштыра алмаһа ла, уға ярҙамы ҙур. Мәҫәлән, …

Continue reading ‘Уҡытыусыға эш ҡалырмы?’ »

«Тел – халыҡ күңеле»

Ошондай исем менән туған телдәрҙе үҫтереү буйынса акция ойошторола. Уны йыл һайын бөтә ауыл һәм ҡалаларҙа 12 декабрҙә үткәрергә тәҡдим ителә. Акцияла ҡатнашырға теләүселәр тыуған ер, Ватан йәки туған тел тураһында шиғырҙар һөйләй. Нәфис һүҙ оҫталары сығыштары милли кейемдә һәм музыка оҙатыуында алып барылырға тейеш. Шиғыр­ҙарҙы башҡорт, урыҫса йәки Башҡортостанда йәшәгән башҡа халыҡтар телдәрендә ятларға …

Continue reading ‘«Тел – халыҡ күңеле»’ »

Республикала тәүге тапҡыр

Баш ҡалала беренсе тапҡыр балалар өсөн «Беҙ бергә» тигән фестиваль ойошторола. 5 декабрҙә уҙасаҡ сарала сәләмәт балалар менән бергә һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр ҙә ҡатнаша ала. Бәйге йыр, бейеү, нәфис һүҙ оҫталығы номинацияларында үткәрелә. Ғаризалар 15 ноябргә тиклем Республика халыҡ ижады үҙәгендә ҡабул ителә.

Автобустар күҙәтеү аҫтында

1 сентябрҙән Учалы, Иглин һәм Өфө райондарында һынау рәүешендә ғәмәлгә ашырылған проект республика хөкүмәтендә тикшерелде. Уға ярашлы, уҡыусыларҙы йөрөтөү аутсорсинг рәүешендә башҡарыла, йәғни был эш өсөн мәктәптәр түгел, республика транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты һәм «Баш­автотранс» предприятиеһы яуаплы. Балаларҙы 86 автобус йөрөтә. Тикшереү барышында тахограф, ГЛОНАСС приборҙары булмауы, тәжрибәһеҙ водителдәр эшләүе кеүек етеш­һеҙлектәр …

Continue reading ‘Автобустар күҙәтеү аҫтында’ »

Остаздары ла дәртләндерелә

Хәҙер БДИ-ла 100 балл йыйған уҡыусыларҙың остаздары матди дәртләндереләсәк. Был башланғысты республика ректорҙар советы ла хупланы. Уҡытыусы ғына түгел, мәктәп тә айырым бүләкләнәсәк. Тик бер шарты ғына бар. 100 балл йыйған сығарылыш синыф уҡыусыһы республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттарын һайларға тейеш. Әйткәндәй, быйыл Башҡорт­остандан 69 уҡыусы юғары һөҙөмтәләр күрһәтте. Бәләбәйҙән Саша Козлов менән Шишмә районынан Гү­зәл …

Continue reading ‘Остаздары ла дәртләндерелә’ »

Һәләтле балалар өсөн йүнәлешле лицейҙар

Башҡортостанда һәләтле балалар өсөн йүнәлешле лицейҙар асыласаҡ. Был хаҡта республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың уҡытыусылар менән осрашыуында әйтелде. Илдең күп төбәктәрендә ошондай учреждениелар эшләй, беҙҙә лә бар, тик улар түләүле, тип белдерә педагогтар. Төбәк башлығы Мәғариф министрлығына мәсьәләне хәл итергә ҡушты. Бындай уҡыу йортона һәләтле уҡыусылар, төрлө олимпиада еңеүселәре алынасаҡ.