Әбештә үткән көнөм

Берҙән-бер көндө ғаиләбеҙ менән Әбешкә ҡунаҡҡа барҙыҡ. Ауылда рәхәт. Туйғансы йоҡлай алаһың. Иртән торғас, рәхәтләнеп ялан аяҡ ысыҡ кисеү оҡшап ҡалды әле. Ә бер көндө күмәкләшеп еләккә киттек. Емештең күплеге! Беҙ туйғансы һыйландыҡ, атай мәтрүшкә йыйҙы. Иртәгеһенә Парапалға ҡайын еләгенә барҙыҡ. Тәбиғәттең матурлығы иҫ китмәле! Күп итеп еләк йый­ҙыҡ. Көн һайын урманға йөрөнөк, ҡышҡылыҡҡа запас …

Continue reading ‘Әбештә үткән көнөм’ »

Сыбыртҡы менән һаҙан тотҡан

Уҡыуҙар тамамланғас, һағынып тыуған ауылыма ҡайттым. Өс көн һиҙҙермәй генә үтеп китте. Дүртенсеһендә кискә табан күршебеҙ инде лә беҙгә иртәгә ауыл көтөүен көтөргә сират етеүен әйтте. Атайым шунда уҡ сыбыртҡыһын, кәрәк-яраҡтарын әҙерләп ҡуйҙы. Йоҡонан һуң уяндым. Мин торғанда атайым күптән көтөүгә киткән ине инде. Әсәйем өй эштәре менән булышып йөрөй. Шул саҡ ҡапыл телефон шылтыраны. …

Continue reading ‘Сыбыртҡы менән һаҙан тотҡан’ »

«Япония»ны күрһәттек, «Париж»ды барып күрҙек

Быйылғы йәйге ялым айырыуса иҫтәлекле булды. Бер туған апайым Фаягөлдөң туйы булды. Никах май айында беҙҙә үткәйне, ә туй 1 июлдә еҙнәмдәр яғында – Ҡыйғыла уҙҙы. Юл оҙон, Баш­ҡортостандың иң көньяҡ нөктәһенән төньяҡ-көнсығышына табан 12 сәғәт барҙыҡ. Шул алыҫлығынан ҡурҡып, башта йөрөмәҫкә лә уйлағайным, ләкин барыһы ла автобусҡа ултырыша башлағас, дәртләндем дә киттем. Ә юл …

Continue reading ‘«Япония»ны күрһәттек, «Париж»ды барып күрҙек’ »

Еңгәйле булдыҡ

Йәй – бөтә кешеләрҙең дә яратҡан миҙгеле. Мин дә был ваҡытты көтөп алам. Быйыл II синыфты яҡшы итеп тамамлағас, дуҫтарым менән бергә мәктәбебеҙҙәге «Һаҡмар» йәйләүендә рәхәтләнеп ял иттем. Миңә бигерәк тә спортҡа арналған һәм «Һаҡмар һылыуҡайы» байрамдары оҡшаны. Сөнки унда төрлө спорт уйындары уйнаныҡ, ә икенсе көндө йәйләүебеҙҙең иң оҙон сәсле һылыуҡайы тип танылдым. 21 …

Continue reading ‘Еңгәйле булдыҡ’ »

Шүлгәнташта булдыҡ беҙ

Йәйге каникулымды һәр саҡ көтөп алам, сөнки уҡыу йылы тамамланыу менән геүләп торған баш ҡалабыҙҙан Учалы районына мине һағынып көтөп торған атайым, әсәйем эргәһенә юл тотам. Әммә быйыл ауылға ҡайтҡас та гимназия ныҡ һағындырҙы, синыфташтар менән осрашҡы килеп тик торҙо. Бер көн кеҫә телефоныма ят номерҙан шылтыраттылар. Баҡтиһәң, ауылда уҡыған синыфташтарым сәйәхәткә саҡыра икән!

Өйрәктәрҙе йыуындырҙым

Минең менән көн дә тиерлек төрлө мажаралар булып ҡына тора. Йәйге ялымды ауылда өләсәйемдәрҙә үткәрергә яратам. Шунда булған бер ҡыҙыҡлы хәлде һеҙгә лә һөйләп үтмәксемен. Өләсәйем күпләп ҡош-ҡорт тота: ҡаҙ, өйрәк бәпкәләре, себештәр. Матур ғына һарыҡайҙарҙы тәрбиәләүҙе был юлы миңә йөкмәтте. Көн һайын улар­ҙы көтәм, йәшел үлән өҫтөн ҡаплап, һап-һары булып йөрөйҙәр. Шулай бер ямғырлы …

Continue reading ‘Өйрәктәрҙе йыуындырҙым’ »

Ҡунаҡҡа йөрөү оҡшаны

Минең өс айым күңелле генә үтеп бара. Яңыраҡ ҡына Өфөгә Байрас ағайҙарға ҡунаҡҡа барып ҡайттыҡ. Башҡортостандың баш ҡалаһына барыр өсөн, алты сәғәтлек юл үттек. Бәләкәй һеңлеләрем Алтынай менән Кәримә: «Байрас ағайҙарға барайыҡ та барайыҡ»,– тигәстәр, сығып киттек инде. Тик ярты юлға етер-етмәҫтән Кәримә: «Ҡайтайыҡ», – тип мыжый башламаһынмы. Уларҙың бит былай оҙаҡ юлда йөрөгәндәре юҡ …

Continue reading ‘Ҡунаҡҡа йөрөү оҡшаны’ »

Сүмесбаштарым баҡаға әйләнгән

Йәйҙе көтөп алам. Кү­ңелле мәл шул! Һылыуым менән Оло Һүрәм, Эйек йылғаларында ярыша-ярыша һыу инәбеҙ, ҡояшта ҡыҙынабыҙ. Ҡус­ҡар, сиңерткә, баҡа, сүмесбаш, май һәм мөгөҙлө ҡуңыҙҙар менән уйнарға ла яратам. Уларҙы ҡарап, күҙәтеүе бик мәҙәк! Ошо­ға бәйле ҡыҙыҡ­лы хәлдәр ҙә булып тора.

Балыҡһыҙ ҙа, галушһыҙ ҙа…

Мин үҙем балыҡ ҡармаҡларға ныҡ яратам. Көн дә тиерлек ҡармаҡ сыбығымды тотоп, яҡындағы күлгә йөрөйөм. Ҡайһы ваҡытта апаруҡ ҡына эләгеп тә ҡуя, ҡайһы саҡ бер нәмәһеҙ ҙә ҡайтам. Был юлы ла яр башында бик оҙаҡ торҙом. Тып-тын. Исма­һам, күңел өсөн сиртмәй ҙә бит. Аптырағас, тәрәнгәрәк ташлар өсөн һыуҙы кисеп, эскәрәк индем. Барыбер файҙаһы теймәне. Оҙаҡламай …

Continue reading ‘Балыҡһыҙ ҙа, галушһыҙ ҙа…’ »