Шәжәрә – киләсәккә тәҙрә

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан «Республиканың район-ҡалаларында Шәжәрә байрамдары үткәреү тураһында» закон ҡабул ителеүе бик һәйбәт булды. Һәр төбәктә ырыуҙаш­тар шундай осрашыу үткәреп, быуындар сылбырын нығыта. Мин дә күптән был байрамды күрергә хыяллана инем. Аллаға шөкөр, быйылғы йәй ул тормошҡа ашты. Йәмле июль көнөндә Сәғитовтар нәҫеле бергә йыйылып, Бөрйән районы Байназар ауылы эргәһендә Шәжәрә байрамын үткәрҙе. …

Continue reading ‘Шәжәрә – киләсәккә тәҙрә’ »

Клип төшөрөү ҙә ҡыҙыҡ!

«Иғтибар! Камера! Мотор!» Был һүҙҙәр апайымдың ихатаһында бер нисә көн яңғырап торҙо. Нимә тураһында һүҙ бара икән, тип аптырап ҡалғанһығыҙҙыр әле? Хәҙер барыһын да яҡшылап аңлатам. Быйылғы йәй һалҡын, ямғырлы көндәре менән аптыратты бит. Тышта йөрөп булмай, урамда уйнаусы балалар ҙа бик һирәк. Күберәк компьютер артында ултыралар. Ә беҙ ваҡытты ҡыҙығыраҡ үткәрер өсөн был замана …

Continue reading ‘Клип төшөрөү ҙә ҡыҙыҡ!’ »

Мажаралы көн

Быйылғы йәйем мажараларға бик бай булды. Шуларҙың иң иҫтәлеклеһе – балыҡҡа барыу. Һыуыҡ көн ине. Нимә эшләргә белмәй, ихатала аптырап йөрөп ятһам, күрше Фәрит ағай эргәһенә саҡырҙы ла: – Айгизә, ана, ҡара әле, Азамат ниндәй матур бесәй балаһы алып ҡайтҡан, – тине. – Исеме нисек? – тип һораным, мыяуҡайҙы ҡулға алып.

Сәйәхәткә бай йәйем

Йәйге каникул һәр кемдең күңелендә онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдыра. Минеке лә күңелле башланып китте. Июнь айының ҡояшлы бер көнөндә синыфыбыҙ менән Өфөләге «Fly Park» мауыҡтыр­ғыс спорт үҙәгенә барҙыҡ. Беҙгә бында ныҡ оҡшаны, ваҡытты бик күңелле үткәр­ҙек. Оҫта тренерҙарҙан күп нәмәләргә өйрәндек, ыңғай тәьҫораттар ғына алып, тағы ла унда барыу теләге менән ҡайттыҡ. Ә һуңынан «Тылсымлы донъя» …

Continue reading ‘Сәйәхәткә бай йәйем’ »

Тәбиғәт ҡосағында

Ҡояш ҡыҙҙыра, һауа торошо шәп. Иртән иртүк өсәүләп – мин, әсәйем, атайым тәбиғәт ҡосағына сығып әйләнергә булдыҡ. Ҡайынтауға барып етер-етмәҫ уның буйлап сылтырап ҡына ағып ятҡан шишмә тауышын ишеттек. Яҡынлашҡан һайын моңло көйө көсәйә төштө. Әйткәндәй, был һыу сығанағы бөтә Рәсәй буйлап иғлан ителгән «Таҙа шишмә» акцияһы үткәреләсәк исемлеккә индерелде. Ошо уңайҙан төҙөкләндереү эштәре алып …

Continue reading ‘Тәбиғәт ҡосағында’ »

Әбештә үткән көнөм

Берҙән-бер көндө ғаиләбеҙ менән Әбешкә ҡунаҡҡа барҙыҡ. Ауылда рәхәт. Туйғансы йоҡлай алаһың. Иртән торғас, рәхәтләнеп ялан аяҡ ысыҡ кисеү оҡшап ҡалды әле. Ә бер көндө күмәкләшеп еләккә киттек. Емештең күплеге! Беҙ туйғансы һыйландыҡ, атай мәтрүшкә йыйҙы. Иртәгеһенә Парапалға ҡайын еләгенә барҙыҡ. Тәбиғәттең матурлығы иҫ китмәле! Күп итеп еләк йый­ҙыҡ. Көн һайын урманға йөрөнөк, ҡышҡылыҡҡа запас …

Continue reading ‘Әбештә үткән көнөм’ »

Сыбыртҡы менән һаҙан тотҡан

Уҡыуҙар тамамланғас, һағынып тыуған ауылыма ҡайттым. Өс көн һиҙҙермәй генә үтеп китте. Дүртенсеһендә кискә табан күршебеҙ инде лә беҙгә иртәгә ауыл көтөүен көтөргә сират етеүен әйтте. Атайым шунда уҡ сыбыртҡыһын, кәрәк-яраҡтарын әҙерләп ҡуйҙы. Йоҡонан һуң уяндым. Мин торғанда атайым күптән көтөүгә киткән ине инде. Әсәйем өй эштәре менән булышып йөрөй. Шул саҡ ҡапыл телефон шылтыраны. …

Continue reading ‘Сыбыртҡы менән һаҙан тотҡан’ »

«Япония»ны күрһәттек, «Париж»ды барып күрҙек

Быйылғы йәйге ялым айырыуса иҫтәлекле булды. Бер туған апайым Фаягөлдөң туйы булды. Никах май айында беҙҙә үткәйне, ә туй 1 июлдә еҙнәмдәр яғында – Ҡыйғыла уҙҙы. Юл оҙон, Баш­ҡортостандың иң көньяҡ нөктәһенән төньяҡ-көнсығышына табан 12 сәғәт барҙыҡ. Шул алыҫлығынан ҡурҡып, башта йөрөмәҫкә лә уйлағайным, ләкин барыһы ла автобусҡа ултырыша башлағас, дәртләндем дә киттем. Ә юл …

Continue reading ‘«Япония»ны күрһәттек, «Париж»ды барып күрҙек’ »

Еңгәйле булдыҡ

Йәй – бөтә кешеләрҙең дә яратҡан миҙгеле. Мин дә был ваҡытты көтөп алам. Быйыл II синыфты яҡшы итеп тамамлағас, дуҫтарым менән бергә мәктәбебеҙҙәге «Һаҡмар» йәйләүендә рәхәтләнеп ял иттем. Миңә бигерәк тә спортҡа арналған һәм «Һаҡмар һылыуҡайы» байрамдары оҡшаны. Сөнки унда төрлө спорт уйындары уйнаныҡ, ә икенсе көндө йәйләүебеҙҙең иң оҙон сәсле һылыуҡайы тип танылдым. 21 …

Continue reading ‘Еңгәйле булдыҡ’ »

Шүлгәнташта булдыҡ беҙ

Йәйге каникулымды һәр саҡ көтөп алам, сөнки уҡыу йылы тамамланыу менән геүләп торған баш ҡалабыҙҙан Учалы районына мине һағынып көтөп торған атайым, әсәйем эргәһенә юл тотам. Әммә быйыл ауылға ҡайтҡас та гимназия ныҡ һағындырҙы, синыфташтар менән осрашҡы килеп тик торҙо. Бер көн кеҫә телефоныма ят номерҙан шылтыраттылар. Баҡтиһәң, ауылда уҡыған синыфташтарым сәйәхәткә саҡыра икән!