Алтын ҡуллы ҡыҙыбыҙ

Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия уҡыусыһы Аделина Вәғәзиева башланғыс синыфтарҙан алып тик «бишле»­ләргә генә өлгәшә. Унан тыш, тү­ңәрәктәргә йөрөп, төрлө яҡлап һәләтен үҫтерә. Балалар ижады һарайында ихлас шөғөлләнә. Етәксеһе Фәүзиә Сибәғәт ҡыҙы Әминеваның хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Төрлө ҡалаларға ярыштарға алып йөрөй. Ҡыҙыбыҙҙың ҡул эштәре һәр саҡ баһаланып тора. Ул дуҫтарына, туғандарына ла бүләкте үҙ ҡулдары …

Continue reading ‘Алтын ҡуллы ҡыҙыбыҙ’ »

Эҙәрмән дә, бейеүсе лә

Һеҙҙе XI синыфты тамамлаған Азалиә Буранбаева менән таныштырмаҡсымын. Мәктәптә гел «бишле» билдәләренә генә өлгәште ул. Башланғыс синыфтарҙан алып тәүге уҡытыусыһы Әсмә Әхтәм ҡыҙы Шәрипова менән бергә төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаштылар, еңеү яуланылар. Азалиә район кимәлендә үткәрелгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадала һәр саҡ уңыш­ҡа өлгәште. Халыҡ-ара «Көнгөрә», «British Buldo» уйын-конкурстарында ҡатнашты. Республика кимәлендә үткәрелгән «Ш.У.СТР.И.К» …

Continue reading ‘Эҙәрмән дә, бейеүсе лә’ »

Апайым – терәгем!

Был конкурс тураһында ишетеү менән мотлаҡ Сәүиә апайым хаҡында яҙырға булдым. Ул I синыфтан алып тик «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Быйыл бишенсене тамамланы. Бынан тыш, Инйәр ҡасабаһындағы музыка мәктәбенең музыкаль-фольклор бүлегендә белем ала. Сәүиә апайым район һәм республика кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларҙа, кон­курс­тарҙа призлы урындар яулай. Ул йыр-моңға бәләкәй­ҙән ғашиҡ, районда һәм ауылда үткән …

Continue reading ‘Апайым – терәгем!’ »

Һай, ҡыҙҙары, ҡыҙҙары!

– «Күтәрелеш» исемле район әҙәби әҫәрҙәр һәм автор йыры бәйгеһе еңеүсеһе Розалина Хәмиҙуллина диплом менән бүләкләнә, – мәктәп директоры Лилиә Айрат ҡыҙы Заһиҙуллинаның шулай тип әйтеүенә бөтәһе дәррәү килеп, ҡул сапты. – Ошо уҡ конкурста II урын алған Ралина Хәмиҙуллинаға ла махсус приз бирелде. Апалы-һеңлеле Хәмиҙуллиналар – беҙҙең мәктәптең ғорурлығы. Улар­ҙан өлгө алығыҙ. Ә һеҙгә, …

Continue reading ‘Һай, ҡыҙҙары, ҡыҙҙары!’ »

Әхирәтем һоҡландыра

Быйыл беҙҙең туғыҙынсылар бик әүҙем булды. Уҡыу йылы буйына бер саранан да ситтә ҡалманыҡ, яҡшы уҡыныҡ, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаштыҡ. Мәктәптә иң ҙурҙары булғас, башҡаларға ла өлгө күрһәтергә тырыштыҡ. Шулай ҙа Диана Муллаҡаеваға етеүсе булмағандыр. Ул – уҡыу алдынғыһы, бөтә фәндәрҙән дә «бишле»ләргә генә өлгәшә, төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Яңыраҡ «Күтәрелеш» тип исемләнгән әҙәби …

Continue reading ‘Әхирәтем һоҡландыра’ »

Тырыштарға уңыш йылмая

Ирина Хажиева мәктәптә күптәрҙе һоҡландыра. Матур йырлай, бейей, тасуири итеп шиғырҙар һөйләй, яҡшы уҡый. Төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулай. Быйыл Гагарин исемендәге Рәсәй олимпиадаһында мәктәп кимәлендә еңеүсе булып, муниципаль этапта яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. «Көҙгө муллыҡ», «Яңы йыл әкиәте» конкурстарында ҡағыҙҙан әйберҙәр яһап, еңеүсе булды.

Илебеҙҙе лә биҙәр

Һәр мәктәп үҙенең талантлы, тырыш уҡыусылары менән ғорурлана. Синыфыбыҙҙа бөтәһе 29 бала. Үҙ-ара бик дуҫ, татыу йәшәйбеҙ. Төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа ҡатнашып торабыҙ. Быйыл Өфөлә юл ҡағиҙәләренә арналған викторинала III урын яуланыҡ. Ғилем серҙәрен беҙгә мөләйем йөҙлө, тырыш, бөтә яҡтан да талантлы уҡытыусыбыҙ Светлана Илһам ҡыҙы Байғужина аса. Ул шулай уҡ театр түңәрәген дә етәкләй. Әкиәттәр …

Continue reading ‘Илебеҙҙе лә биҙәр’ »

Руслан кеүектәр һирәк

Беҙҙең «Кендек» командаһы КВН-да ҙур еңеү яуланы: Башҡорт юниор КВН лигаһының 4-се миҙгел финал уйынында чемпион булдылар! Салауат ҡалаһында үткән «Юл хәүефһеҙлеге» лигаһында – ике тапҡыр Гран-при, Өфөлә Башҡортостан Республикаһының үҫмерҙәр КВН лигаһында – I урын, Бөрө ҡалаһында үткән турнирҙа ла – иң-иңе. Ә капитаны кем һуң? Әлбиттә, минең һабаҡташым Руслан Ғәлиев. Командаһын шулай юғары …

Continue reading ‘Руслан кеүектәр һирәк’ »

Мәскәүҙән дә миҙал менән ҡайтҡан

Гөлсинә Нәбиуллина гимназиябыҙҙың VI синыфын «бишле»гә генә тамамланы. Был ҡыҙ мәктәп тормошонда бер ҙә һынатмай. Башланғыс синыфтарҙа уҡығанда гимназия уҡыусылары менән Мәскәү­ҙә ойошторолған Халыҡ-ара «Олимп» олимпиадаһында ҡатнашып, III дәрәжә диплом һәм миҙал менән бүләкләнгәйне. Ҡала һәм мәктәп кимәлендә үткәрелгән фәнни-тикшере­неү эштәрендә еңеү­ҙәрен һанап та бөтөргөһөҙ. Шиғырҙар­ҙы тасуири итеп һөйләй белгән, төплө фекер йөрөткән Гөлсинәне барыһы …

Continue reading ‘Мәскәүҙән дә миҙал менән ҡайтҡан’ »

Алтынға бәрәбәр Алтынай

Тәүҙән үк шуны әйтәйем – был ҡыҙ үҙе лә исеме кеүек үҙенсәлекле. Һоҡланғыс та! Ғаиләне шатлыҡҡа күмеп, беренсе булып тыу­ған ҡыҙыҡайға ата-әсә­һе яратып, ҙур өмөттәр бағлап, Алтынай тип исем ҡуша. Алтын ҙур булмай, тиҙәр. Әле алтынсыла ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, уңыштары бихисап. Әсәһе менән атаһы, журналистар Рәмзиә Кәримова һәм Илдар Байбулатов, ҡыҙҙарын бәлә­кәй генә сағынан аҡыл­лы, …

Continue reading ‘Алтынға бәрәбәр Алтынай’ »