Бүләккә – Маҡтау ҡағыҙы

Ҡәҙерле дуҫтар, февраль башында гәзитебеҙҙә «Мәктәбем ғорурлығы» тигән яңы конкурс иғлан иткәйнек. Бик күп хаттар килде. Бәйгене күтәреп алғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, уҡыу­сыларыбыҙ, береһенән-береһе һәләтлерәк ҡыҙҙар һәм егеттәр менән таныштырҙығыҙ.

Бер ҙә һынатмаҫар әле

Белем усағыбыҙҙа ҡы­ҙыҡһыныусан, белемгә ынтылыусан, тырыш, ту­ған телен яратыусы балалар күп. Бөгөн һүҙем Тусыбай мәктәбенең V синыфын тамамлаған Әлмир Ғилемшин һәм Илнара Ғәфүрова тураһында. Район, республика кимәлендәге күп төрлө олимпиада, бәйгеләрҙә ҡатнашҡан уҡыу алдынғылары улар.

Шиғри күңелле ҡыҙ

Һәр республика, район, ауыл, ҡала үҙенең арҙаҡлы улдары, ҡыҙҙары менән ғорурлана. Сәйетбаба, тиһәк, иң беренсе күҙ алдына 10 яҙыусы тәрбиәләп сығар­ған Жәлил Кейекбаев исемендәге мәктәп күҙ алдына килеп баҫа. Ғорурланырлыҡ уҡыусыларыбыҙ бөгөн дә етерлек. Шуларҙың береһе – Азалиә Аҙнаева. Мәктәптә иң әүҙем уҡыусыларҙың береһе. Шиғри күңелле ҡыҙ ул. Йыл да мәктәп уҡыусылары араһында «Табын» район …

Continue reading ‘Шиғри күңелле ҡыҙ’ »

Игеҙәктәр – илгәҙәктәр

Игеҙәктәр Инсаф һәм Илшат Мансуровтар 2009 йылдың 4 ноябрен­дә хозур тәбиғәтле Байназар ауылында тыуған. Улар тырыш, эшһөйәр, уңған, ҡыйыу булып үҫеп килә. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә һүрәт төшөрҙөләр, күңелле уйындар уйнанылар, йырланылар, бейенеләр. Һәр байрамда ши­ғырҙар һөйләнеләр.

«Урал батыр»ҙың мең юлын ятлаған!

Баланың һәләте бәләкәйҙән беленә. Бының өсөн бары тик ата-әсәнең, уҡытыусының уға башланғыс синыфтан уҡ иғтибар бүлеүе кәрәк. Мәктәптең ғорурлығы булырҙай ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың ижади мөмкинлектәрен үҫтереүҙә улар мө­һим роль уйнай. Бөрйән районының белем усаҡтарында алдынғы уҡыусылар бихисап. Район һәм республика кимәлендә үткәрелгән мәҙәни сараларҙа, спорт ярыштарында, уҡыу­ҙа ла һынатмай улар. Гөлназ Әхмәтова Иҫке Собханғол мәктәбенең …

Continue reading ‘«Урал батыр»ҙың мең юлын ятлаған!’ »

Киләсәк – һәләтлеләр ҡулында

Мәктәбебеҙҙең бер нисә алдынғы уҡыусыһы тураһында яҙып үткем килә. Улар бөтәһе лә яҡшы уҡыуҙары, һәләттәре, әүҙемлектәре менән айырылып тора. XI синыфты тамамлаған Миләүшә МӘХМҮТОВА спорт яғынан шәп. 2014 йылда саңғы буйынса Башҡорт­остан йыйылма командаһына инеп, Анапаға ярышҡа барҙы һәм II урын яуланы. ГТО нормативтарын үтәү­ҙә лә иң-иңе булды. – Ваҡытымды бушҡа үткәрергә яратмайым, шунлыҡтан һүрәт …

Continue reading ‘Киләсәк – һәләтлеләр ҡулында’ »

Алға, тик алға!

Һылыу ҡыҙ Гүзәлиә ИШ­ҠЫУАТОВА ғаиләләрендә иң кесе бала булғанлыҡтан, һәр ваҡыт апаһынан һәм ағаһынан өлгө алып үҫә. Яҡындары гелән уға яҡшы кәңәштәрен биреп, ярҙамлашып һәм ҡурсалап ҡына тора. Бала сағынан эшһөйәр, сәмсел, уңған булған. Әле X синыфты тамамланы. Тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Мәктәп тормошонда бик әүҙем ҡатнаша.

Алһыу өсөн шатланабыҙ

VIII синыфты тамамлаған Алһыу Ҡоломбәтова өсөн был уҡыу йылы уңыштарға бай булды. Мәктәп, район, республика күләмендә уҙғарылған төрлө сараларҙа булып, еңеү артынан еңеү яуланы. Математика, физика, йәм­ғиәтте өйрәнеү, тарих фәндәренән район олимпиадаларында ихлас ҡатнашты. Физиканан район, «Гагарин кубогы» исемендәге Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабында ҡатнашып, шул уҡ фәндән тағы ла еңеүсе булды. Йәм­ғиәтте өйрәнеү, тарих …

Continue reading ‘Алһыу өсөн шатланабыҙ’ »

Уға ҡарап һоҡланабыҙ

Мәктәптә үткәрелгән линейкаларҙа аҙна һайын Почёт грамотаһы сығып алыусы синыфташығыҙ бармы һеҙҙең? Ә бына минең әхирәтем Рәйсә Мырҙабулатова – тап шундай уҡыусыларҙың береһе. Һәләтле ҡыҙыҡай һүрәт төшөрөргә, ҡул эштәренә, бейергә маһир. Шулай уҡ спорт менән дә шөғөлләнә. Саңғыла оҫта йөрөй, шашка уйнай, мәктәптең баскетбол, волейбол, мини-футбол командаларының алмаштырғыһыҙ ағзаһы. Футболды малайҙарға ҡарағанда ла шәберәк уйнай …

Continue reading ‘Уға ҡарап һоҡланабыҙ’ »

Йәш хәбәрсе лә үҙе

Кем ул мәктәптең ғорурлығы булырҙай уҡыусы? Беҙҙең мәктәптә лә бар ундайҙар. X синыфты тамамлаған Тәнзилә Таһирова булыр ул. Шундай дәртле, өлгөр, әүҙем үҙе. Бер ниндәй конкурс, олимпиада, ярыштарҙан ҡалмай. Һәр береһендә ҡатнашырға тырыша. Спорт­та ла иң-иңе! Тәнзиләнең иң ҙур ҡаҙанышы – «Аманат»тың йыл һылыуы – 2016» тигән исем алыуы. Тағы ла был журналдың «Йәш хәбәрсе»һе …

Continue reading ‘Йәш хәбәрсе лә үҙе’ »