Ҡайҙа булған гөбөргәйелем?

Учалы районында йәшәгән өләсәйемдең ике гөбөргәйеле бар. Динға – ете, Рияға ун йәш инде. Һеңлем менән каникулда уларҙы ашатырға, ҡарарға яратабыҙ. Йәйге йылы көн­дәрҙә гөбөргәйелдәрҙе тыш­ҡа сығарып алабыҙ. Был юлы ла һай кәритәгә һыу һалып, Дин менән Рияны шунда ебәрҙек. Улар йөҙөп кинәнә, бәләкәй ташҡа менеп, ҡояшта ҡыҙына. Бәй, бер ҡараһаҡ, гөбөргәйелдәребеҙ юҡ?! Кәритә буш. …

Continue reading ‘Ҡайҙа булған гөбөргәйелем?’ »

Һеңлеләремде ҡараштым

Эх, күңелле шул йәй айҙары! Быйыл эшем үтә ныҡ күп булһа ла, ялым бик матур үтеп бара. Мин бит хәҙер ҙур ҡыҙ – өсөнсө синыфҡа уҡырға барам. Шуға ла әсәйем күп эштәрҙе миңә ышанып тапшыра. Өй йыйыштырам, баҡсаға һыу һибәм, ҡый утайым, көтөү ҡаршылайым. Әйткәнде лә көтмәй, үҙем белеп башҡарам.

Шар эсенә инеп ултырып

Йәйге каникул башланыуын ашҡынып көтөп алдым. Сөнки беҙ, V синыф уҡыусылары (етәксебеҙ – Раушания Ғайси­на), каникулдың тәүге көндәрендә үк атай-әсәйҙәребеҙ менән Әб­йәлил районының Ас­ҡар ауылы эргәһендә урынлаш­ҡан «Экстрим» турис­тик ла­герына ял итергә барҙыҡ. Бик күңелле үтте көндәребеҙ. Тиҫтерҙәрем менән шар эсенә инеп ултырып, һыу өҫтөндә йө­рөнөк, батутта һикерҙек, тир­ҙа төҫлө буяуҙар менән атып, бүләктәр оттоҡ, …

Continue reading ‘Шар эсенә инеп ултырып’ »

Икәү булғас, беҙгә күңелле!

Йәй айҙарын йыл һайын көтөп алам. Шул тиклем рәхәт, күңелле бит ул. Иң оҙон каникул булһа ла, уның үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ. Минең Гөлиә һеңлем бар. Бө­тә нәмәне уның менән бергә эшләйбеҙ. Ялыбыҙҙы ла фай­ҙалы һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә тырышабыҙ. Көн дә футбол уйнайбыҙ, сәскәләргә, йәшелсә-емештәргә һыу һибә­беҙ.

Биш килолыҡ суртан

Юлдаш ҡустым менән балыҡ ҡармаҡларға яратабыҙ. Атайымдан күскәндер инде. Ул беҙҙе бәләкәйҙән үҙе менән бергә алып йөрөнө. Күлгә лә барабыҙ, Инйәр йылға­һында ла тотабыҙ. Инйәр ауылыбыҙҙың уртаһынан ғына аға. Таҙа һыулы матур йылға. Йәй буйына унда һыу инеп тә рәхәтләнәбеҙ. Атайым әйтеүенсә, уның балығы элек бигерәк күп булған. Хәҙер ни өсөндөр кәмегән. Быныһы үкенесле, әлбиттә.

Һарыҡай себеш, түгелгән еләк һәм бер биҙрә тубырсыҡ

Баш ҡатырғыс яҙма эштәрҙән ҡотолғанға ҡыуанып бөтә алмай йөрөгән саҡ. Рәхәтләнеп йоҡо туйҙырабыҙ, уйнайбыҙ. Бер көндө ашап алғас, ҡустым менән урамға сыҡтыҡ. Нимә эшләргә белмәй йөрөнөк-йөрөнөк тә юл аша ғына йәшәгән өләсәйгә йүнәлдек. Барып инһәк, ихатала һарыҡай ғына себештәр йүгереп йөрөй. Үҙҙәре күп. Йомшаҡ ҡыналарҙыр инде, тип ҡустым менән текләп торабыҙ. Көн һалҡынса булғас, өләсәй …

Continue reading ‘Һарыҡай себеш, түгелгән еләк һәм бер биҙрә тубырсыҡ’ »

Беҙ — инглизсә, Андреа башҡортса өйрәнде

Һеҙ нисектер, мин үҙем йәйҙе йыл һайын түҙемһеҙләнеп көтөп алам. Иң оҙон каникул бит! Йәй башы матур, ҡояшлы көндәре менән ҡыуандырмаһа ла, бойоғоп ултырыу юҡ. Мажаралар, иҫтәлекле, бәхетле минуттар бүләк итеп кенә тора йәйем. Һәм, әлбиттә, яңы дуҫтар! Эйе-эйе, был юлы сит ил ҡунағы менән таныштым. Мәктәбебеҙҙә «Тимербатыр. Аҡыллы каникулдар» лагеры эшләп килә. Үткән йыл …

Continue reading ‘Беҙ — инглизсә, Андреа башҡортса өйрәнде’ »

Мөғжизәләр күп булыр әле

Быйыл беҙҙең мәктәптә көндөҙгө ял лагеры Мәрйәм Бураҡаеваның «Йәйләү» программаһы буйынса ойошторолдо. Балаларҙың шат тауыштарынан мәктәп гөрләп торҙо. Ваҡытыбыҙ ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс үтте. Бер көнөбөҙҙө милли матбуғатҡа арнаныҡ. «Йәншишмә» гәзитен яратып уҡыусылар күп булыуы шатландырҙы. Төрлө рубрикалар буйлап сәйәхәт иттек. «Минең өс айым» конкурсы айырыуса ҡыҙыҡ­һындырҙы. Ошо уңайҙан «Ижади минут» бәйгеһе иғлан ителгәс, ҡыҙыу эштәр башланды.

Роботтар һабантуйы

Июнь айында һәр ерҙә шаулап-гөрләп һабантуйҙар уҙа. Миңә ошо матур байрамдың ғәҙәти булмағанын – Робоһабантуйҙы күрергә насип булды. Баҡтиһәң, роботтар ҙа баш­ҡорттарҙың милли уйындарын белә икән. Ҡарап тороуы үҙе бер кинәнес инде. Улар көршәк тә ватты, арҡан да тартты, тоҡ менән дә һуғышты, көрәшергә лә оҫталар бит үҙҙәре! Бәй, ҡолғаға ла үрмәләп баралар түгелме? Эйе …

Continue reading ‘Роботтар һабантуйы’ »