Атай-әсәйҙәргә рәхмәт!

Атай-әсәйҙәргә рәхмәт инде. Синыфыбыҙ менән «Йәншишмә»гә яҙылдыҡ. Ә уларҙың ярҙамынан башҡа был эште атҡарып сыға алыр инекме ни? Уҡыуҙа ла, ялда ла, байрамдарҙа ла гел бергәбеҙ. Улар – беҙҙең оло таянысыбыҙ! Гүзәлиә ЙӘНТҮРИНА, IV синыф етәксеһе. Миәкә районы, Тамъян-Таймаҫ мәктәбе.

Афарин, бишенселәр!

Бишенселәргә: «Афарин!» – тиергә генә ҡала. Нәркәс Әхмәтйәнова, Дияз Мөхәмәтйәнов, Эльвина Вәхитова, Линар Ғәлимов, Айназ һәм Закир Мырҙагилдиндар уҡытыусылары Сәүиә Шәрифулла ҡыҙы Закирова менән бергәләп киләһе йылға «Йәншишмә»гә яҙылып та ҡуйҙы. Уҙған йылда ла алдырыусылар бар ине. Быйыл иһә – бөтә синыфтары менән! Яратҡан гәзиттәрен улар дәрестә лә фай­ҙалана, өйгә эш әҙерләгәндә лә ҡуллана.

Дәрестәрҙә ҡулланасаҡбыҙ

Беҙҙең Дүсән башланғыс мәктәбендә бик тырыш уҡыусылар белем ала. Районда, республикала уҙғарыл­ған төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, мәктәп, ауыл данын күтәргән яҡшы уҡы­ған балалар ғына, тиһәк тә, хата булмаҫ. Фәтих Кәрим исемендәге Айыт урта мәктәбенең филиалыбыҙ. Дирек­тор Илмир Рәшит улы Шафиҡов тара­фынан бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырыл­ған. Синыф бүлмәләре яҡты һәм йы­лы. Бында төплө белем алыр өсөн шарттар …

Continue reading ‘Дәрестәрҙә ҡулланасаҡбыҙ’ »

Бишенселәргә – «бишле»!

Иҫәнғолдағы башҡорт гимназияһы уҡыу­сылары быйыл да акциябыҙға ихлас ҡушылды. Был юлы бишенселәр синыфтары менән «Йәншишмә»гә яҙылды! Шундайҙар күберәк булһын ине! – Беҙҙең синыфта бөтәһе 20 уҡыусы, – тип ҡаршыланы тәрбиәселәре Гөлнара Барис ҡыҙы Бирҙеғолова. – Татыубыҙ, бер­ҙәмбеҙ. Китап, гәзит-журналдар уҡырға яратабыҙ. Искәндәр Бирҙеғолов, Фидан Дәүләтбаев, Илназ Күсәрбаев, Рената Ғайсина, Эльвира Йәғәфәрова гел «бишле»гә генә өлгәшә. …

Continue reading ‘Бишенселәргә – «бишле»!’ »

Гәзитһеҙ йәшәп булмай

Был уҡыу йылы бик күңелле башланып китте. Беҙ башланғыс синыф уҡыусыларынан урта звеноға күстек. Яңы дуҫтар, уҡытыусылар, яңы мөхит! Шулай ҙа тиҙ арала дуҫлашып, бер-беребеҙгә өйрәнеп киттек. Синыф етәксебеҙ Зарема Замир ҡыҙына рәхмәт инде. Ул беҙҙе бар яҡлап дәртләндереүсе лә, ҡурсалаусы ла булып тора. Һәр көнөбөҙҙө матур үткәрергә, телем, халҡым, тип янып йәшәргә өйрәтә.

Күңелле йәшәйбеҙ

Ҡайһы бер мәктәптәр­ҙә «Йән­шишмә» гәзитенә синыфтары менән яҙылыусыларҙы күреп, беҙ ҙә уларҙан ҡалышмаҫҡа булдыҡ. Яңы йылдан барыбыҙҙың да, шул иҫәптән синыф етәксебеҙ һәм тәрбиәсебеҙҙең дә, өйөнә яратҡан баҫмабыҙ килә башлаясаҡ. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән гәзиттең эстәлеге, тышҡы биҙәлеше, үткәрелгән конкурстар бик оҡшай. Беҙҙең тәҡдимде Әсәй­ҙәр көнөндә үткәрелгән «Йөрәк һүҙе» шиғырҙар бәйгеһенә саҡырылған ата-әсәләр ҙә …

Continue reading ‘Күңелле йәшәйбеҙ’ »

Йөйәктәр башланы, ә һеҙ әҙерме?

Көҙгө сыуаҡ, матур көндәрҙең береһендә Белорет тарафтарына юл алдыҡ. Ауылдарҙа был ваҡытта бигерәк күңелле. Ағастар йәшел күлдәктәрен ҡыҙыл, һары, көрән төҫтәгеләренә алмаштыра башлаған. Иҫ китмәле хозурлыҡ! Халыҡ тыштан инә белмәй. Баҡсалағы көҙгө эштәр менән булыша. Йылы көндәр – әбейҙәр сыуағы һанаулы ғына шул. Журналистар өсөн дә был осор – ҡыҙыу эш мәле. Әлеге ваҡытта киләһе …

Continue reading ‘Йөйәктәр башланы, ә һеҙ әҙерме?’ »

Барыбыҙ ҙа яҙылдыҡ

Беҙ синыфыбыҙ менән бөтәбеҙ ҙә 2017 йылдың беренсе ярты йыллығына яратҡан гәзитебеҙгә яҙылдыҡ. «Йәншишмә» – ҡыҙыҡлы гәзит. Һәр һанын көтөп алабыҙ. Уҡытыусыбыҙ Фәнүзә Миңлебулат ҡыҙы Хәлитова менән бергәләп уҡыйбыҙ, дәрестә лә ҡулланабыҙ. II синыф уҡыусылары. Көйөргәҙе районы, Яҡшембәт мәктәбе.

Гәзитһеҙ беҙгә күңелһеҙ

Синыфыбыҙ менән «Йәншишмә»­гә яҙылып, үҙебеҙгә ҙур бү­ләк эшләнек. Гәзиттең һәр һанын түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ, ҡыҙыҡһынып уҡыйбыҙ, дәрестәрҙә лә ҡулланабыҙ. «Уны һәр саҡ алдырығыҙ, уҡығыҙ, башҡорт телен үҫтерегеҙ», – ти беҙгә уҡытыусыбыҙ Гөлшат Хөрмәт ҡыҙы Юнысова. IV «Б» СИНЫФЫ УҠЫУСЫЛАРЫ. Хәйбулла районы, Аҡъярҙағы 2-се мәктәп.