«Ҡояшлы китапхана»ла

Йәйге айҙар китапханала нисек үтте һуң? Беҙҙә бик күңелле һәм файҙалы! Сөнки балалар өсөн 18 сара уҙғарыл­ды, уларҙа 366 бала, 70-тән артыҡ ололар ҡатнашты. Йәнә 10-дан ашыу китап, журнал күргәҙмәләре ойошторолдо, 100 дана самаһы башҡорт һәм урыҫ яҙыу­сыларының яңы китаптары менән таныштырҙыҡ. Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы ҡарамағындағы йәйге һауыҡтырыу май­ҙансыҡтарына йөрөгән балалар, 25-се, 44-се …

Continue reading ‘«Ҡояшлы китапхана»ла’ »

Маҡсатлы малай

– Әсәй, һинең ҡайтыуыңа тәмле итеп салат яһаным, – тип ҡаршыланы Ирхан эштән арып килеп ингән ҡәҙерлеһен. – Эй, рәхмәт, балам, әлдә һин бар әле, – тине әсәһе, ҡыуанып. Шөкөр, улы – уның уң ҡулы, бөтә эштә лә ярҙамсы. Йәй буйы баҡсалағы йәшелсәләрҙе ҡараны, һыу һипте, утаны. Бушты бушҡа ауҙарып, ваҡыт үткәрмәне. Яланға сығып еләген …

Continue reading ‘Маҡсатлы малай’ »

Сибайҙа – динопарк

Һуңғы йылдарҙа асыҡ һауала урынлашҡан динопарктарҙың асылыуы йыш күҙәтелә. Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып барлыҡҡа килгән динопарк Әбйәлил районында урынлашһа, ошо көндәрҙә Сибайҙа «Динозавр» балалар паркы үҙ ишектәрен асты. Ул ҡаланың ял итеү паркында урынлашҡан.

Йәйгенәмде «Йәйләү»ҙә йәйләйем

– Ырыуыбыҙ – Бөрйән! – Ырыуыбыҙ – Ҡыпсаҡ! – Әйлеләр, теҙелегеҙ! – тигән фармандар яңғыратҡан ырыу башлыҡтарының тауышы беҙҙе әллә ҡайҙан уҡ ҡаршы алды. Тәбиғәттең матур ерендә, ожмахҡа тиң ҡосағында урынлашҡан аҡланда йыйын бара тиерһең. Һәр ырыу үҙ исемен, ҡошон, аға­сын, оранын, тамғаһын, батырын ҡысҡырып әйтеп, йырын башҡарып, бер-береһен сәләмләй. Ҡайҙа, тиһегеҙме? Баймаҡ районы Граф …

Continue reading ‘Йәйгенәмде «Йәйләү»ҙә йәйләйем’ »

«Йәй – китап уҡыр мәл»

Баш ҡаланың 7-се моделле балалар китапханаһы ошондай девиз менән «Йәй һәм китап – 2018» тип исемләнгән тылсымлы дәүләттә йәшәүселәр рәтенә инде. Ысынлап та, ул мөғжизәле икән: быйыл конкурс эштәренә Джоан Роулингтың Гарри Поттер тураһындағы китаптар серияһы ла индерелгән. Бәйгенең исеме лә ғәҙәти булмағанса яңғырай – «Ғаилә Поттергеймы». Тимәк, ул балаларға ғына түгел, атай-әсәй­ҙәре өсөн дә …

Continue reading ‘«Йәй – китап уҡыр мәл»’ »

«Аҡсарлаҡ»тағы ҡабатланмаҫ минуттар

Алыҫтан уҡ балаларҙың шат тауышын, ихлас көлөүҙәрен, дәртле йыр-көйҙәрҙе ишеткәс, «ай-һай, бында күңеллелер!» тип уйлап ҡуяһың. Хәйбулла районының иң матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан «Аҡсарлаҡ» һауыҡтырыу лагеры менән яҡындан танышып сыҡҡас, бының ысынбарлыҡҡа тап килеүенә тағы бер ҡат инандыҡ.

«Йәйләү»ҙән илһам алып

Эх, күңелле лә инде йәй көндәрендә! Рәхәтләнеп ҡояшта ҡыҙынаһың, һыу инәһең, дуҫтарың менән тәбиғәт ҡосағына сығаһың, өйҙә атай-әсәйҙәргә лә булышаһың… Еләк, бесән мәлдәре лә бер мөғ­жизәгә тиң. Әллә күпме мажаралы, иҫтәлекле ваҡиғаларға осрауың ни тора!

Йәйге китапхана саҡыра

Йыл һайын оҙайлы каникул ваҡытында Дим биҫтәһе паркында Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге үҙәк һәм 11-се, 19-сы балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан йәйге уҡыу залы ойошторола. Бында теләгән һәр бала килеп, китап уҡый, һүрәт төшөрә һәм төрлө спорт уйындарында ҡатнаша. Ә иң зирәктәр әҙәби викторина һорауҙарына яуап биреп, үҙҙәренең белемдәрен тикшерә ала.

Һаҡмар-Наҙарғолға сәйәхәт

Уҡыу йылы барышында уҡ автобус менән күрше ауылдарҙың береһенә походҡа барырға хыялланғайныҡ. Ниһайәт, уйыбыҙ тормошҡа ашты. Бына башланғыс синыф уҡыусылары менән яңы, уңайлы автобуста хозур тәбиғәтле, йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан Һаҡмар-Наҙарғол ауылына юлландыҡ. Унда беҙҙе ҡыуаныслы ваҡиға көтә ине. Был көндө, «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» программаһына ярашлы, спорт һәм уйын майҙансығын асыу тантанаһы …

Continue reading ‘Һаҡмар-Наҙарғолға сәйәхәт’ »

Күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр

Йәйге каникул – һәр бер бала өсөн көтөп алынған файҙалы һәм күңелле ваҡыт. Ҡыҙҙар һәм малайҙар ял итеп кенә ҡалмай, һаулыҡтарын нығыта, киләһе уҡыу йылына көс йыя, үҙҙәренең ижади, лидерлыҡ һәләттәрен аса. Бының өсөн районда йыл һайын эшләп килгән «Йәйләү» йүнәлешле лагеры ярҙам итә. Унда ял итеүселәр башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, йолалары менән дә таныша, …

Continue reading ‘Күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр’ »