Һүҙ — Хәйбулла районының Аҡъярҙағы 1-се мәктәбе уҡыусыларына

Хәйбулла районының Аҡъярҙағы 1-се мәктәбендә икенсе йыл инде «Йәш хәбәрсе» түңәрәге уңышлы эшләп килә. Етәксеһе – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Камил ҡыҙы Ибраһимова. Унда балалар шиғыр яҙыу нескәлектәренә өйрәнә, журналистика серҙәренә төшөнә. Ай һайын мәктәп яңылыҡтарын яҡтыртҡан «Мәктәп тормошо» гәзитен дә сығаралар. Ҡәләм тибрәтеүсе уҡыусыларыбыҙ күп кенә. Уларҙың бер нисә шиғырын һеҙгә лә …

Continue reading ‘Һүҙ — Хәйбулла районының Аҡъярҙағы 1-се мәктәбе уҡыусыларына’ »

Һүҙ — Ғафури районының Сәйетбаба мәктәбе уҡыусыларына

Дәрестә Агния Бартоның шиғырҙарын башҡортсаға тәржемә итеп ҡараныҡ. Уларҙы һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ. Барабан Һул аяҡ! Уң аяҡ! Парадҡа бара Отряд. Парадҡа бара Отряд – Барабансыбыҙ Бик шат!

Һүҙ — Асҡын районының Сураш мәктәбе уҡыусыларына

Мәктәбебеҙ ҙур түгел, шулай ҙа әҙәбиәт дәрестәрен, шиғриәтте яратыусы уҡыу­сыларыбыҙ күп. Араларында шиғыр яҙыусылар ҙа бар. Улар­ҙың ижад емештәрендә күҙәтеүсәнлек, тәбиғәтте яратыу, йыл миҙгелдәренә һоҡланыу тойғолары ярылып ята. Ҡәләм тибрәтеүсе балаларыбыҙҙың шиғри шәлкемен һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ. Вәрисә САДИҠОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Асҡын районы, Сураш мәктәбе. Иң шәп ауыл Ер йөҙөндә ауылдар …

Continue reading ‘Һүҙ — Асҡын районының Сураш мәктәбе уҡыусыларына’ »

Һүҙ — Белорет районының Үткәл мәктәбе уҡыусыларына

«Йәншишмә»не алдырып, һәр һанын ҡыҙыҡһынып уҡып барабыҙ. Гәзиттә баҫылған мәҡәләләр, шиғырҙар бик оҡшай, уларҙы дәрестә файҙаланабыҙ. Беҙ, бер төркөм уҡыусылар, үҙебеҙ ҙә ҡәләм тибрәтә башланыҡ. Етәксебеҙ Нурсилә Фәтих ҡыҙы Йомағужина яҙыу серҙәренә өйрәтә. Ижад емештәребеҙҙе яратҡан гәзитебеҙҙә күрһәк, ныҡ ҡыуаныр инек.

Һүҙ — салауаттарға

Салауат ҡалаһының 25-се баш­ҡорт гимназияһының II «В» синыфында белем алыусы балалар уҡытыусылары Эльмира Илдар ҡыҙы Ларионова менән ши­ғырҙар ҙа яҙып ҡарай. Әйҙәгеҙ, уларҙы бергәләп уҡыйыҡ.

Ижади түңәрәктәрҙә

Белорет районының Инйәрҙәге 2-се мәк­тәбендә «Өмөт бөрөләре» исемле йәш әҙәбиәтселәр түңәрәге эшләп килә. Уны Әлиә Марс ҡыҙы САМАТОВА етәкләй. Бөгөн һеҙгә уларҙың ижад емештәрен тәҡдим итәбеҙ.