Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!

Хөрмәтле балалар, атай-әсәй­ҙәр, олатай-өләсәйҙәр! Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ! Һеҙҙе мосолмандарҙың күркәм байрамы – Ураҙа ғәйете менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Аллаһы Тәғәлә ҡыл­ған изге эштәребеҙҙе, тот­ҡан ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен. Ике донъя­ның да бәхет-сәғәҙәттәре насип булһын. Һәр кемгә ныҡлы һаулыҡ, күңел сафлығы, рух таҙалығы бирһен!

Динле кеше насарлыҡтан йыраҡ тора

Йөйәк халҡы был көндө оҙаҡ көттө. Ниһайәт, иман йорто үҙенең ишектәрен асты. Ауыл тағы ла күркәмләнеберәк киткәндәй, йәм өҫтәлгәндәй булды. Иртәле-кисле яңғырап торған аҙан тауышын ишетеү үҙе генә ни тора! Мәсеттең имам-хатибы Рәхимйән хәҙрәт Ғәләүетдиновҡа рәхмәт инде. Ул – бының өсөн күп көс һалған кеше.

Хызыр-Ильяс бармы ул?

Һеҙгә: «Хызыр-Ильяс юлдаш булһын», – тип әйткәндәре бармы? Эйе, күптәр шулай тип теләй юлға сыҡҡанда. Мин үҙем дә «Фатиха» сүрәһен уҡығас, гел, Хызыр-Ильяс юлдаш булһын, тип өҫтәп ҡуя торғайным. Ҡайһы бер кешеләр уның ярҙамына ышанып, хатта доға уҡый икән. Әммә был дөрөҫ түгел. Мосолмандар Аллаһы Тәғәләгә генә инана, уның берлегенә ышанып, доғалар уҡый, уның ғына …

Continue reading ‘Хызыр-Ильяс бармы ул?’ »

Рамаҙан айы мөбәрәк булһын!

Бөгөн ҡояш байыу менән изге Рамаҙан айы башлана.  Ул – Исламдағы ун ике айҙың солтаны, йәннәт ҡапҡалары асылған ай. Аллаһы Тәғәлә был айҙа һау-сәләмәт булған һәр мосолманға  ураҙа тотоуҙы фарыз иткән. Уҡыусы ҡыҙҙарға – 8, малайҙарға 12 йәштән рөхсәт ителә. Ҡояш ҡалҡырҙан ике сәғәт алда сәхәр ашағандан һуң, фарыз ураҙаны тотоу өсөн ошондай ниәт ҡылына: …

Continue reading ‘Рамаҙан айы мөбәрәк булһын!’ »

Берештә мәсет асыласаҡ

Өҫкә ауып килгән ҡалын шыршы урманынан иртәнге һиллектә башты әйләндерерлек тәмле еҫтәр тарала. Бәшмәге лә, еләге лә емерелеп уңа, йылғаһында балығы ла күп. Береш ауылы ана шундай тәбиғәттең иҫ китмәле хозур ерендә урынлашҡан. Ул йылдан-йыл матурлана, төҙөкләнә бара. Шуға ла был яҡты үҙ итеүселәр ҙә байтаҡ.

Иң ҡәҙерле көн

Бөгөн – йома. Ислам динендә аҙнаның иң ҡәҙерле көнө тип иҫәпләнә ул. Әсәйҙәр, өләсәйҙәр таба еҫе сығарып, ҡоймаҡ ҡоя. Ҡөрьән ашын, никах мәжлестәрен дә ошо көндә үткәрергә тырышалар. Балалар ҙа дини байрамдарҙы ярата. Йыуынып, таҙарынып, иң матур кейемдәрен кейеп алалар. Мәжлескә саҡырылған мулла иң тәүҙә вәғәз һөйләй, ислам ҡанундары менән яҡынданыраҡ таныштыра. Ә Ҡөрьән сүрәләрен …

Continue reading ‘Иң ҡәҙерле көн’ »

Ураҙа тота, мәсеткә йөрөй

Яҡшыевтарҙың дин тотоуҙары нәҫелдән күсә килә. Әхсән, Фәйзулла, Айсыуаҡ олатайҙары ла ауылдың имам-хатиптары булған. Әле уларҙың юлын Түбәнге Таш ауылынан Зәбир Яҡшыев дауам итә. Ул – Әбет ауылының имам хатибы. – Бөтәһе лә Аллаһы Тәғәлә ҡулында. Тормошобоҙҙо унһыҙ күҙ алдына килтереүе мөмкин дә түгел. Ҡатыным Фәриҙә менән балаларыбыҙҙы ла иманлы, әхлаҡлы итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. Бәләкәй …

Continue reading ‘Ураҙа тота, мәсеткә йөрөй’ »

Исламда таҙалыҡ баҫҡыстары

– Әсәй, Алла бабай ҡайҙа йәшәй ул, күктәме? Уның ҡулдары, аяҡтары бармы? Был һорауҙы ишеткәс, тәүҙә аптырап ҡалдым. Эйе, мин дә бәләкәй саҡта Аллаһы Тәғәләне нәҡ шулай, болоттар өҫтөндә йәшәгән ап-аҡ һаҡаллы, бик аҡыллы һәм уҫал бабай, тип күҙ алдына килтерә инем бит. Ниңә уҫалмы? Сөнки оло апай-ағайҙарым, тыңламаһаң, Алла бабай суҡмары менән һуғасаҡ, тип …

Continue reading ‘Исламда таҙалыҡ баҫҡыстары’ »

Дүрт йәшлек Динислам да ҡатнашты

Алтынсы йыл рәттән үткәрелгән «Иман нуры» сүрәләр ятлау конкурсы быйыл Ян­һары ауылы мәсетендә булды. Конкурсҡа 7 йәштән 10 йәшкә тиклемге – 9, 10 йәштән 15 йәш­кә тиклемге 10 бала килгәйне. Был юлы улар сүрәләрҙе дөрөҫ итеп ятлауҙан тыш, матур итеп кейенеү, баһалама төркөмө ағзалары биргән һорауҙарға дөрөҫ яуап табыу буйынса ла көс һынашты.