Әҙәбиәт мәктәбе асыла
Һөйөнсө, республикабыҙҙың Яҙыусылар союзы «Йәншишмә» һәм башҡа башҡорт баҫмалары менән берлектә «Башҡортостандың әҙәбиәт мәктәбе» проектын тормошҡа ашыра башланы. Ул Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты ярҙамы менән башҡарыла һәм сентябрь айының аҙағына тиклем дауам итәсәк.