Әҙәбиәт мәктәбе асыла

Һөйөнсө, республикабыҙҙың Яҙыу­сылар союзы «Йәншишмә» һәм баш­ҡа башҡорт баҫмалары менән берлектә «Башҡортостандың әҙәбиәт мәктәбе» проектын тормош­ҡа ашыра башланы. Ул Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты ярҙамы менән башҡарыла һәм сентябрь айының аҙағына тиклем дауам итәсәк.

Ҡыш бабайға хат яҙғың килһә…

Башҡортостанда 30 декабргә тиклем Ҡыш бабай почтаһы эшләй. Ҡала һәм район почтамты ҡарамағындағы барлыҡ үҙәк элемтә бүлексәләрендә махсус почта йәшниктәре ҡуйылған. Ҡотлауҙарҙы һәм теләктәрҙе көн һайын алыу ҡаралған. Хаттарҙы ошо адресҡа яҙырға кәрәк: 162390, Рәсәй, Вологда өлкәһе, Бөйөк Устюг ҡалаһы, Ҡыш бабай почтаһы.

Ҡайҙа үлем менән һатыу итәләр, хәбәр ит!

13 ноябрҙән Рәсәйҙә «Ҡай­ҙа үлем менән һатыу итәләр, хәбәр ит!» акция­һының икенсе этабы башланды. Республика министрлыҡтарында һәм ведомстволарында ла «ҡыҙыу линия»­лар эшләй. Эске эштәр министрлығының наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса идаралығы һәр кемде был сарала әүҙем ҡатна­шыр­ға саҡыра. Наркотик менән һатыу иткән йәки һаҡлаған кешеләр, наркопритондар тураһында белһәгеҙ, был турала эске эштәр министрлығының ышаныс телефонына …

Continue reading ‘Ҡайҙа үлем менән һатыу итәләр, хәбәр ит!’ »

Нисек йәшәйһең, Өкө?

Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә йә, мин һеҙгә теймәйем, һеҙ ҙә миңә теймәгеҙ, тип ташта ҡыҙынып ятҡан Йылан ханыма, бик тә булмаһа, ҡышҡы йоҡоға әҙерләнгән Айыу бабайға хат яҙып һалғанда, улар яуап яҙыр инеме икән? «Хайуандарға хаттар» тип аталған төбәк-ара экологик проектты ойоштороусы Ҡурсаулыҡ эшенә булышлыҡ итеү мәғлүмәт-аналитика үҙәге, әлбиттә, һеҙгә йәнлектәр һәм …

Continue reading ‘Нисек йәшәйһең, Өкө?’ »

Йәнһүрәттәр бәйгеһе саҡыра

Йәнһүрәт ҡарарға барығыҙ ҙа яратаһығыҙҙыр, шулаймы? Ә үҙегеҙ төшөргәнегеҙ бармы? Теләгегеҙ булһа, «BashMult» асыҡ йәнһүрәттәр конкурсында көсөгөҙҙө һынап ҡарай алаһығыҙ. Бәйге «BashMult – 2017» II республика фестивале сиктәрендә үтә. Уны «Башҡортостан» киностудияһы, «Муха», «Юла» анимация студиялары, Banana Animation studio, Республика балалар белем биреү технопаркы, «Юлдаш» балалар ижады үҙәге ойоштора. Бәйгелә 6 йәштән 25-кәсә балалар һәм …

Continue reading ‘Йәнһүрәттәр бәйгеһе саҡыра’ »

Йыйынға рәхим итегеҙ!

Алдынғы ҡарашлы, маҡсатлы, илһөйәр башҡорт йәштәрен оло ҡорға йыйыла. Йырҙарҙа данланған Ирәндек буйында, Граф күле янында, 29 июлдә Башҡорт йәштәре йыйыны үтә. Данлы тарихыбыҙға яңы күҙлектән бағып, халҡыбыҙҙың бай мираҫына – йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә таянып әҙерләнгән яңыртылған форматтағы йыйынға республиканан һәм Рәсәй төбәктәренән йәштәр саҡырыла.

Каникулда аҡса эшләгең киләме?

Йәйге каникулда барлыҡ уҡыусылар ҙа ял итеп ятырға теләмәй. Үҫмерҙәр араһында ваҡытлыса эш эҙләүселәр күп. Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге былтыр 5 мең уҡыусыны йәйгелеккә эшле иткән. Быйыл да шул сама үҫмер хеҙмәт урынлы булыр, тип күҙаллана. Рәсми эшкә урынлашҡан уҡыу­сыларға дәүләт, мәшғүллек үҙәктәре аша айына 1 мең ярым түләнә. Башҡаһы эш биреүсенән тора. …

Continue reading ‘Каникулда аҡса эшләгең киләме?’ »

Шәжәрәңде өйрән дә…

Архив эштәре буйынса идаралыҡ республи­ка архив хеҙмәтенә 100 йыл тулыуға арнап, 15 май­ҙан 2018 йылдың 21 ғинуарына саҡлы IX – XI синыф уҡыусылары, студенттар һәм 30 йәшкә тиклемге йәштәр араһында «Халыҡ тарихында – минең ырыуым йылъяҙмаһы» тигән тикшеренеү эштәре конкурсы үткәрә. Бәйгелә ҡатнашыусылар архив документтары нигеҙендә үҙҙәренең ғаиләһенең йәки Башҡорт­остандың үҫешенә ҙур өлөш индергән билдәле …

Continue reading ‘Шәжәрәңде өйрән дә…’ »

Шәжәрәңде өйрән дә…

Архив эштәре буйынса идаралыҡ, республика архив хеҙмәтенә 100 йыл тулыуға арнап, 15 майҙан 2018 йылдың 21 ғинуарына саҡлы IX – XI синыф уҡыусылары, студенттар һәм 30 йәшкә тиклемге йәштәр араһында «Халыҡ тарихында – минең ырыуым йылъяҙмаһы» тигән тикшеренеү эштәре конкурсы үткәрә. Бәйгелә ҡатнашыусылар архив документтары нигеҙендә үҙҙәренең ғаиләһенең йәки Башҡортостандың үҫешенә ҙур өлөш индергән билдәле …

Continue reading ‘Шәжәрәңде өйрән дә…’ »

В Международный день защиты детей в Уфе состоится родительский форум

Председатель Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан Константин Толкачев подписал распоряжение о создании организационного комитета по проведению Республиканского родительского форума, посвященного Международному дню защиты детей. Ожидается, что в форуме примет участие Глава республики Рустэм Хамитов, Уполномоченный при Президенте Российской Федерации по правам ребенка Анна Кузнецова, приглашены члены правительства республики, российские ученые и педагоги, представители экспертного …

Continue reading ‘В Международный день защиты детей в Уфе состоится родительский форум’ »