«Йәншишмә»һеҙ – донъя йәмһеҙ!

Уҡыған белер, уҡымаған бөлөр, тигән әйтемде ишеткәнегеҙ бар­ҙыр, моғайын? Әҙәби китаптар, гәзит-журналдар – һәр бе­ребеҙҙең белем иленә илткән юлдашы. Был йәһәттән беҙгә борсолорға урын юҡ. Төрлө баҫмаларға яҙылып, алдырып, рәхәтләнеп уҡып барабыҙ.

Әмәлен таптыҡ!

«Аҡса юҡ, кризис…» – телевизорҙан гел ошондай һүҙҙәр яңғырай. Ә беҙ бер ҙә аптырап ҡалманыҡ, гәзит-журналдарға яҙылыу өсөн мәктәптә йәрминкә ойошторҙоҡ. Һәр беребеҙ алдан әҙерләнде: бейәләй, ойоҡбаш бәйләне, сәйләндән беләҙек үрҙе, сәскә, матур биҙәкле резинкалар, төрлө муйынсалар яһаны, татлы ризыҡтар бешерҙе.

Үҙем теләгән бүләк

Бөгөн линейкала бөтә мәктәп алдында «Йәншишмә»нең призын тапшырҙылар. «Минең өс айым» бәйгеһендә III урын алыуым менән ҡотлап, Маҡтау ҡағыҙын, иҫтәлекле бүләкте мәктәп директоры Лилиә Айрат ҡыҙы Заһиҙуллина үҙе тапшырҙы. Бөтәһе гөрләтеп ҡул сапҡанда сығып алыуы күңелле булды. Ә бүләге һуң, бүләге! Сигеү йыйылмаһы. Мин күптән инде күрше Рәсихә апайға инеп сигергә өйрәнеп йөрөй инем. Әсәйемдән …

Continue reading ‘Үҙем теләгән бүләк’ »

«Йәншишмә»не көтөп кенә ултырам

Миңзифа өләсәйемә – 61 йәш. Өлкән йәштә булһа ла, һаман да почтала эшләп йөрөй. Көн һайын күрше Йәнгел ауылына барып, гәзит-журналдар, хаттар алып ҡайтып, халыҡҡа тарата. Ауылдың олоһо ла, кесеһе лә өләсәйемде көтөп кенә тора. Яңы сыҡҡан гәзит, журналдарҙы уҡып, тиҙерәк илдә бар­ған яңылыҡтар менән танышырға теләй улар.

Бүләк – минеке!

Беҙ  йыл һайын гәзит-журналдар алдырабыҙ. Миңә бигерәк тә «Йәншишмә» оҡшай. Ундағы булған бөтә һүрәттәрҙе ҡарап сығам, ә гәзитте әсәйемдән уҡытам. Быйыл инде үҙем уҡыр­ға ла өйрәнә башланым, көҙгә мәктәпкә барасаҡмын бит. Отош тураһында ишеткәс, шунда уҡ уйында ҡатнашыу теләгем тыуҙы. Әсәйем дә ҡаршы булманы. Еңеүемә ышана инем, бүләккә йыйылмалы  ултырғыс оттом. Киләсәктә лә конкурстарҙа ҡатнашып, …

Continue reading ‘Бүләк – минеке!’ »

Йәнгә сихәттәре бар

Хаҡлы ялға сыҡһам да, балалар гәзите «Йәншишмә»не әле лә яратып уҡыйым. Быйыл да яҙылдым. Һәм һис тә үкенмәйем. Йәше лә, ҡарты ла яратып уҡырлыҡ материалдар бар был баҫмала. Бала саҡ хәтирәләренә күсәйем әле. Күктән тулы ай ҡарай. Уның нурҙары тәҙрә аша төшөп, урындыҡ тултырып йоҡларға ятҡан балаларҙың йөҙөн яҡтырта. Ә был ваҡытта өләсәй, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп …

Continue reading ‘Йәнгә сихәттәре бар’ »

«Йәншишмә»нең килгәнен түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ

Хоҙайбирҙин ауылының өсөнсө һәм дүртенсе синыфында береһенән-береһе аҡыллы, үткер, һәр яҡлап һәләтле балалар уҡый. Барыһы ла тырыштар, етеҙҙәр һәм ярҙамсылдар. Яҡшы уҡыр­ға ла, мәктәптә, район кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа ла ихлас ҡатнашырға өлгөрәләр. Байрамдарҙа шиғыр ятлайҙар, матур итеп йырлай­ҙар, тыпырлатып бейеп тә китәләр. Малайҙарым саңғы шыуырға, шахмат, шашка, теннис уйнарға яратһалар, ҡыҙҙарым һүрәт төшөрөргә лә, ҡул …

Continue reading ‘«Йәншишмә»нең килгәнен түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ’ »

Гәзитһеҙ күңелһеҙ миңә

Кемдең генә тыуған көнө булмаһын, иң беренсе мин уның менән нисек итеп танышыуым хаҡында хәтерләргә яратам. Ә «Йәншишмә» менән бишенсе синыфтан бирле дуҫмын. Игеҙәгем менән һәр һанын көтөп алып, йыйып бар­ҙыҡ. Унда донъя күргән шиғырҙар, йомаҡтар, башватҡыстар һәр саҡ кәрәкле. Уларҙы мәктәптә стена гәзите сығарған саҡта, төрлө ярыш-уйындар үткәргән мәлдәрҙә ҡулландыҡ. Ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс хикәйәләрҙе, …

Continue reading ‘Гәзитһеҙ күңелһеҙ миңә’ »

Яҙылырға бер ҡасан да һуң түгел!

Һуңлабыраҡ ҡалһаҡ та, почталағы ҡыҙҙар беҙҙең өсөн Белорет менән һөйләшеп, уҡыусыларым тағы 5 дана – «Йәншишмә»гә, «Аманат»ҡа, «Аҡбуҙат»ҡа яҙылды. Шунан подписка буйынса айлыҡтың еңеүселәрен иғлан иттек. Кем иң күп балалар баҫмаһына яҙыл­ған икән?