«Йәншишмә» – йәшәүемдең мәғәнәһе»

Бөгөнгө уҡыусылар ниндәй уй-теләктәр менән йәшәй, киләсәккә ниндәй пландар ҡора икән – ошо хаҡта ҡыҙыҡһынып, Әбйәлил районы Ҡаҙмаш мәктәбенең IX синыф уҡыусыһы, йәш хәбәрсебеҙ Заһиҙә РӘЖӘПОВА менән һөйләшеп алырға булдым.

«Йәншишмә»һеҙ күңелһеҙ булыр

Ҡәҙерле дуҫтар! Кемдәр 2018 йылдың икенсе яртыһына яҙылмаған, улар йәйге каникулын «Йәншишмә»һеҙ үткәрҙе инде. Күңелһеҙ бул­ғандыр әле, эйе бит? Гәзитебеҙгә яҙылырға бер ҡасан да һуң түгел. Әгәр ҙә 18 сентябргә тиклем өлгөрһәгеҙ, октябрь башынан «Йәншишмә» өйөгөҙгә килә башлаясаҡ. Әйҙәгеҙ, яңы уҡыу йылын бергәләп үткәрәйек! Гәзитебеҙҙең индекстары – П2765, П3371.

Гәзитле лә, бүләкле лә

Был мәктәптә дуҫтарыбыҙ күп. Бигерәк тә башланғыс синыф уҡыусылары ҡыуандыра. Гәзитебеҙҙе алдыралар, яратып уҡый­ҙар. Шуға ла «Аҙна һайын – отош» уйынын да улар янында үткәрергә булдыҡ. – Йөрәк формаһында йәрәбә әҙерләгәйнек. Унда «Йәншишмә»гә яҙылғандарҙың исем-шәрифтәре бар, – тип ҡаршыланы беҙҙе яҡын дуҫыбыҙ, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Фәнүзә Миңлебулат ҡыҙы Хәлитова.

Үҙебеҙҙең «Йәншишмә»-шоу»!

Балалар был көндө көтөп алды. Тамаша залы шығырым тулы. Алма төшөрлөк тә урын юҡ ине, тиһәк тә һис хата булмаҫ. Өфөләге 20-се башҡорт гимназияһына осрашыуға «Йәншишмә» гәзите хеҙмәткәрҙәре менән бергә балаларҙың яратҡан йырсылары Илнур Рамаҙанов һәм Гөлгенә Баһауетдинова ла килде бит!

Яратҡан гәзитемде көтөп алам

Беҙҙең мәктәптән күптәр «Йәншишмә»гә яҙыша. Уның биттәрендә минең ағайым һәм беҙҙең синыфыбыҙ тураһында ла мәҡәлә баҫылып сыҡты. Шуға был гәзитте яратып уҡыйым, килгәнен көтөп алам. Тиҫ­терҙәрем ижад иткән шиғырҙар, әкиәттәр оҡшай. Герой-пионерҙар тураһында ла уҡырға яратам.

Иң яҡыны – «Йәншишмә»!

Гәзитте ниндәй генә бала уҡымай. Хатта ололар ҙа ҡыҙыҡһынып ҡарап сыға. Ни өсөн? Сөнки балалар һәм үҫмерҙәр өсөн сыҡҡан «Йәншишмә» матур ғына түгел, ҡы­ҙыҡлы ла. Уның биттәрендә файҙалы нәмәләр бик күп. «Тәбиғәт мөйөшө», «Ғаилә усағы», тиҫтерҙәремдең ижад емештәре баҫылған «Илһам» рубрикалары мауыҡтыр­ғыс. Ә уҡыусыларҙың һүрәттәре һуң, ысын рәссамдарҙыҡынан кәм түгел! Миңә лә бик күп баҫмалар …

Continue reading ‘Иң яҡыны – «Йәншишмә»!’ »

Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер!

«Йәншишмә»ләр менән осрашыу була, тигән хәбәр мәктәптә тиҙ таралды, шунда уҡ ниндәйҙер йәнлелек башланды. Ни тиһәң дә, бала күңеленә илһам, дәрт өҫтәүсе, ижади үрҙәргә әйҙәүсе матбуғат баҫмаһының баш мөхәррире үҙе килә бит!

Иңдәремә ҡанат ҡуйҙы

– Ҡыҙым, поч­тальон апайың гәзит таратып йөрөй! Әсәйемдең йәки өләсәйемдең шулай тип әйтеүе була, мин уҡ һымаҡ атылып, урамға сығып йүгерәм. Шулай бәләкәйҙән гәзит-журналдар ҡосағында үҫтем. Үҙебеҙҙең район гәзитенә, «Йәншишмә», «Йәшлек» гәзиттәренә, «Аманат», «Шоңҡар», юғары синыфтарҙа «Ағиҙел» журналдарына яҙыла тор­ғайныҡ. Өйгә почта килгән көн – ҙур байрам. Өләсәйем әйтмешләй, «кино ҡарағандай булабыҙ». IV синыфҡа күскән …

Continue reading ‘Иңдәремә ҡанат ҡуйҙы’ »

Милли баҫма кемгә кәрәк? Үҙебеҙгә!

йәки Ни өсөн балалар матбуғатына битарафлыҡ күрһәтәбеҙ? Был ни хикмәт: милли матбуғат баҫмаларының тиражы кәмегәндән-кәмей. За­манында 74 мең тираж менән сыҡҡан «Йәншишмә» лә мең дананан саҡ ҡына күберәккә ҡалған. Әле киләһе ярты йыллыҡ өсөн яҙылыусылар һаны ни бары 400-ҙән ашыу ғына. Иҫ киткес насар был хәл. Башҡа гәзит-журналдар хаҡында ла шуны уҡ әйтергә мөмкин: йылдан-йыл …

Continue reading ‘Милли баҫма кемгә кәрәк? Үҙебеҙгә!’ »