Криптовалюта донъяһынан
Донъябыҙ алға киткән һайын криптовалюта, биткоин, эфириум кеүек һүҙҙәр йышыраҡ яңғырай башланы. Һеҙ ҙә улар хаҡында ишетеп беләһегеҙҙер әле. Нимә һуң ул криптовалюта? Компьютер технологиялары менән эшләнгән шифрлы, виртуаль аҡса. Уның 1300-ҙән ашыу төрө бар. Көн һайын яңылары уйлап табылып тора. Иң билдәлеһе – биткоин, ул тәүге урынды биләй. Унан эфириум, рипл, биткоин кэш, лайткоин, …