Дан музейы – беҙҙең ғорурлыҡ

Белем усағыбыҙ данлыҡлы яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Фёдор Белов исемендәге урамда урынлашҡан. Ошо юғары исемгә лайыҡ булған бер­ҙән-бер яҡташыбыҙ хаҡында мөмкин тиклем күберәк белгебеҙ килә.

Ике ҡартатайым да һуғышта ҡатнашҡан

Был фотоһүрәттә минең ике ҡарта­тайымды күрәһегеҙ: береһе Сәлих­йән Заһиҙулла улы Игебаев әсәйем яғынан булһа, икенсеһе – Ниғәмәт Әхмәт улы Моталов – атайым яғынан. Улар – 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышын үткән яугирҙар. Был фото ғаиләбеҙ өсөн ҡәҙерле ҡомартҡы булып тора. Ҡартатайҙарым Геленджик ҡалаһында ял иткәндә, 1965 йылда, төшкән. Ул ваҡытта туғанлашыу тураһында уйҙарында …

Continue reading ‘Ике ҡартатайым да һуғышта ҡатнашҡан’ »

Һағынып иҫкә алабыҙ

Бөйөк Ватан һуғышы башланып, илебеҙ яҙмышы хәл ителгәндә тылдағы бөтә ауыр эш ҡатын-ҡыҙҙар, үҫмерҙәр, хатта балалар иңенә төшкән. Улар араһында минең ҡарт өләсәйем Хәлимә лә була. Ул 1924 йылдың 27 сентябрендә Төпсән ауылында донъяға килә. Атаһы заманына күрә бик уҡымышлы кеше булып, Стәрлебаш районынан указлы мулла сифатында Күгәрсен районына ебәрелә. Әсәһе балалар уҡыта. Власҡа коммунистар …

Continue reading ‘Һағынып иҫкә алабыҙ’ »

Тыныслыҡтың хаҡы ҡиммәт

Йәйге матур көн. Зәңгәр күктә ҡояш йылмая. Хуш еҫле аҡланда үлән күпе­реп үҫкән. Ҡоштар һайрай. Бер төркөм ауыл кешеләре бесән эше менән мәшғүл. Ә йәш-елкенсәктең сыр-сыу килгәне, бер-береһен мәрәкәләшеүе, ҡыҙ­ҙарҙың йырлаған тауыштары яңғырап тора.

Донъялар имен торһон

Олатайым Ҡәһәрмән Сәйетғәлин Юлдаш ауылында тыуып үҫә. Илебеҙгә фашист илбаҫарҙары ябырылғас, иллеләгән ир-егет фронт­ҡа китә. Улар араһында Ҡәһәрмән олатайым да була. 112-се Башҡорт атлылары дивизияһына эләгә. Командиры Таһир Күсимов менән бергә батырҙарса һуғыша. Күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, күп кенә миҙалдар менән наградлана.

Рәхмәт һиңә, олатай!

1941 йылдың йәмле йәй көндәренең береһендә Тыуған илебеҙгә ҙур бәлә килә – һуғыш башлана. Ул бер ниндәй ғәйеп­һеҙ кешеләр башына оло ҡайғы алып килә. Һәр ғаилә юғалтыуҙар кисерә. Беҙҙең яҡындарыбыҙҙы ла урап үтмәй.

Еңеү көнө

Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ Болондарҙы күмеп майҙың Нәфис гөлөнә, Еңеү көнө балҡып килде Тыуған илемә! Тик еңеү үҙенән-үҙе Килмәне ергә; Уны яҡлап ҡаһармандар Көрәште бергә! «Мәңгелек дан!» — тигән кеүек Батыр халҡыма, Май ҡояшындай нурланып, Байраҡ талпына!

Парад ҡарарға барабыҙ

Киноларҙа ғына күргәнем бар, Уҡып ҡына беләм hуғышты. Ә шулай ҙа «hуғыш» hүҙе мине Тетрәндерә, ҡыҫа hулышты. Һәр көн иртән әсәй, улым, тиеп Башҡайымдан hыйпап уята. Ә ҡайҙалыр hуғыш бара, мине Ауыр хистәр борсой, уйлата…

Өмөт

Һуғыш тураһындағы мәхшәрҙе әле дәреслектәрҙән генә уҡып беләбеҙ. Ә бит беҙҙең дә ҡарт ҡартатайҙарыбыҙ унда ҡатнашҡан һәм күптәре Тыуған илен дошман ҡулына бирмәҫ өсөн ҡыйыу һуғышып, яу яланында ятып ҡалған. Бөйөк Ватан һуғышына киткән ҡартатаһы тураһында миңә әсәйем һөйләне. Уға был иҫтәлекте үҙенең ҡартәсәһе ҡалдырған.