Былар ҡыҙыҡлы

Тровант ябай таштарҙан бер нәмәһе менән дә айырылмай. Уларҙы Румынияның үҙәк һәм көньяҡ өлөшөндә осратырға мөмкин. Ҡыҙыҡлы үҙенсәлеге шунда: ямғырҙан һуң был таштар үҫә башлай. Форма яғынан ҙураялар һәм күбәйәләр.

Рәссамдар тормошонан

Леонардо да Винчи Бөйөк итальян рәссамы һәр 4 сәғәт һайын 15 – 20 минут ҡына серем иткән. Шулай итеп, ул тәүлегенә 2 сәғәт тирәһе генә йоҡлаған. Күпме уҡыйһы, һүрәт төшөрәһе һәм уйлап табаһы булғанда ҡәҙерле ваҡытын йоҡоға бүлеүҙе бик йәлләгән. Әйткәндәй, Леонардо да Винчи уң һәм һул ҡулдары менән дә һәйбәт яҙған. Күберәк йәшелсә-емештәр менән …

Continue reading ‘Рәссамдар тормошонан’ »

Матур каллиграфия аң кимәлен үҫтерә. Ә һинең яҙыуың нисек?

Уҙған быуаттың 80-се йылдар башында Японияның иң эре компанияларының береһе нанотехнологияларға күсер алдынан күп илдәрҙә ҙур тәжрибә үткәреп ҡарарға була. Төбәктәрҙә төрлө йүнәлештәге яҡшы белгестәр әҙерләр өсөн ниндәй ысул, алымдар ҡулланырға икән, тип тикшергәндәр. Унан бер программа уйлап табылған һәм 10 йыл буйы тормошҡа ашырылған. Килеп сыҡҡан мәғлүмәттәрҙе йый­ғас, тәжрибәне ойоштороусылар аптырап киткән. Бөтә талаптарға …

Continue reading ‘Матур каллиграфия аң кимәлен үҫтерә. Ә һинең яҙыуың нисек?’ »

Эттәр йылмаямы?

Баҡһаң, эттәр үҙ-ара тауышланып һәм еҫкәнеп кенә түгел, ә ым менән дә аралаша икән. Быны итальян ғалимдары асыҡлаған. Пиза ҡалаһы университеты ҡарамағындағы тәбиғи тарих музейы хеҙмәткәрҙәре 49 эт ҡат­нашлығында тәжрибә үткәргән. Улар дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙҙы күҙәтеп, уйнағанда бер-береһенә ым менән яуап биреүҙәрен, шул рәүешле үҙ-ара теләктәшлек күрһәтеүҙәрен күргән. Мәҫәлән, компаниялағы күңелле һәм шатлыҡлы мөхит тураһында …

Continue reading ‘Эттәр йылмаямы?’ »

Ҡыҙҙар күберәк ерҙә өлгәш тә яҡшы

Неймеген университеты ғалимдары (Голландия) белем биреү өлкәһендә ҙур тикшереү үткәргән. Барлығы 300 меңгә яҡын уҡыусы ҡатнашҡан, донъяның 33 илендә уҡыу өлгәше өйрәнелгән. Һөҙөмтәләр күптәрҙе ғәжәпкә ҡалдыра. Баҡһаң, ҡыҙҙар күберәк белем алған мәктәптәр уҡыу буйынса тес­ты һәйбәтерәк үтәгән, юғары билдәләрҙе лә күберәк алған.

Башҡортса бейегән айыу

Ағалы-ҡустылы Рәшит менән Фират Ҡунаҡбаевтар бер йыл элек яҙғыһын сабынлыҡтарын ҡарап ҡайтырға бара. Шунда яралы айыу балаһына тап булалар. Инәһе күренмәй. Ни эшләргә? Ҡалдырып китеп булмай бит инде. Етмәһә, Фират – ветеринария табибы. Дауаларға, витаминдар биреп, хәл кергәнсе өйҙә тоторға кәрәк, тип бесәй ҙурлығындағы ғына хайуанды алып ҡайталар. Айыу балаһы Рәшит ағайҙарҙа ҡала. Ғүмер буйы …

Continue reading ‘Башҡортса бейегән айыу’ »

Мәктәпте сәйәхәткә алмаштырған

Илебеҙҙә яңы уҡыу йылы башланды. Ә бына Австралия малайы Луис Джонс­тондың мәктәбе бөтөнләй юҡ. Сөнки ул уҡымай. Донъя өсөн ҡыҙыҡ­лы яңылыҡ. Әммә был дөрөҫмө, юҡмы, һуңынан әсәле-уллы үкенмәҫтәрме – ваҡыт күрһәтер. Бөтәһен дә ташлап, донъя буйлап сәйәхәткә сығып китеү уйы Рут Джонстондың башына 2011 йылда килә. Улына 6 йәш кенә була әле. Әсәй кешенең өйө, …

Continue reading ‘Мәктәпте сәйәхәткә алмаштырған’ »

Антарктидала нимә үҫә?

Белеүебеҙсә, Антарктида тик ҡарҙан һәм боҙҙан ғы­на торған ҡитға. Бер ҙә улай түгел икән шул. Баҡтиһәң, унда ла киң тау сылбырҙарынан теҙелгән ҡоп-ҡоро боҙһоҙ урындар бар икән. Сүллектәге кеүек бын­да ла улар­ҙы оазис тип йөрөтәләр. Ни өсөн улай, тиһегеҙме? Сөнки был үҙәндәрҙә йәшәү билгеһе бар, улар бында үҫкән төрлө мүктәрҙә сағыла. Ҡасандыр, борон-боронда, ошо оазистар …

Continue reading ‘Антарктидала нимә үҫә?’ »