Тиҙҙән имтихандар башланасаҡ

Республикабыҙҙа 20 мең 472 кеше Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ, шуларҙың 18 мең 956-һы – ун беренселәр, 287-һе – һөнәри уҡыу йорттарынан, 1 мең 166-һы – үткән йылдар­ҙағы сығарылыш синыф уҡыу­сылары, 62-һе – былтыр һынауҙы бирә алмағандар. Был һан былтырғыға ҡарағанда 1 меңгә кәмерәк.

Мин дә БДИ тапшырҙым

«Йәншишмә» хәбәрсеһенең дә һынау тотоуы Баш ҡаланың Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында БДИ-ға әҙерлек һәм үткәреү буйынса семинар уҙҙы. Унда төрлө район-ҡалаларҙан мәғариф бүлектәре етәкселәре ҡатнашты. Төшкә тиклем улар һынауҙарҙы ойоштороу буйынса белемдәрен камиллаштырһа, көндөң икенсе өлөшөндә эшлекле уйын рәүешендә имтихан үткәрелде.

Һынауҙар көнө билдәле

Рәсәй Фән һәм мәғариф министрлығының Бер­ҙәм дәүләт имтиханы тураһында бойороғо сыҡты. Унда 2016 йылда БДИ үткәреү көндәре билдәләнгән. Быйыл да ул ике этапта уҙасаҡ. Тәүгеһе, йәғни алдан тапшырыу – 21 марттан 23 апрелгә тиклем, икенсеһе 27 майҙан 30 июнгә саҡлы дауам итә.

Әҙерлек курстары көтә

Башҡорт дәүләт университеты Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнеү буйынса урыҫ теле һәм әҙәбиәте, сит тел, математика, информатика һәм мәғлүмәти-коммуникатив технологиялар, биология, химия, физика, география, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән дүрт айлыҡ курстарға саҡыра.

Зачёт алмағандар ҡабаттан яҙа

Белеүебеҙсә, былтыр 4 декабрҙә сығарылыш синыфы уҡыусылары йомғаҡлау иншаһы яҙғайны. Унда ҡатнашыусы 19 мең 181 ҡыҙ һәм егеттең 283-ө зачёт ала алмаған. Насар һөҙөмтә күр­һәтеүселәр 3 февраль һәм 4 май көнө ижади эште ҡабаттан яҙасаҡ.

Һынау нисек бара?

Быйыл республикабыҙҙа Берҙәм дәүләт имтиханын 22 мең 500 кеше тапшыра. Был һан үткән йылға ҡарағанда кәмерәк. 2014 йылда имтихан тотоусылар­ҙың һаны 23 мең 500 тәшкил иткән. Барлығы 119 һынау тапшырыу пункты эшләй. 28 май көндө 21 мең 953 сығарылыш синыф уҡыусыһы урыҫ теленән тәүге мотлаҡ Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырҙы. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, контроль-үлсәү материалдарын интернет селтәренә …

Continue reading ‘Һынау нисек бара?’ »

Ғаризалар — 1 февралгә тиклем

Мәғариф министрлығынан белдереүҙәренсә, Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу өсөн ғаризаны 1 февралгә тиклем бирергә кәрәк. Быйыл белем усағын тамамлаясаҡ сығарылыш синыф уҡыусылары уны уҡыған урыны буйынса яҙа. Уҙған йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары, сит ил граждандары муниципаль йәки төбәк мәғариф идаралығы органында имтихан бирергә теркәлергә тейеш. Быйыл тәүге тапҡыр урыҫ теле һәм география буйынса һынау 14 февралдә уҙғарыла. …

Continue reading ‘Ғаризалар — 1 февралгә тиклем’ »

Ҡыҙыу линия эшләй

Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу тәртибе, ундағы талаптарға ҡағылышлы һорау­ҙарығыҙ булһа, Мәғариф һәм фән өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт асҡан махсус «Ҡыҙыу линия»ға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Һынау ваҡытындағы хоҡуҡ боҙоу­ҙар хаҡында ла хәбәр итергә мөмкин. «Ҡыҙыу линия»ға һорауҙарҙы 8 (495)984-89-19 телефоны буйынса дүшәмбенән йомаға хәтлем иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 5-кә тиклем бирергә була. Ә Башҡортостан буйынса …

Continue reading ‘Ҡыҙыу линия эшләй’ »