Үҙгәрештәр, яңылыҡтар көтә

Быйылғы уҡыу йылында республикабыҙҙа Төп дәүләт имтиханын 38 мең туғыҙынсы синыф уҡыу­сыһы тапшырасаҡ. Уны үткәреү тәртибе өс йыл эсендә яйға һалынған. Былтырғынан айырмалы рәүештә, ҡайһы бер үҙгәрештәр ҙә бар. Ун беренселәр йомғаҡлау иншаһы яҙған кеүек, ту­ғыҙынсылар ҙа беренсе тапҡыр 13 – 16 апрелдә йомғаҡлау әңгәмәһе үтеп ҡараясаҡ. Ул нимәнән ғибәрәтме? Уҡыусыларға дүрт эш төрө тәҡдим …

Continue reading ‘Үҙгәрештәр, яңылыҡтар көтә’ »

Һин нисек уйлайһың?

ЛДПР партияһы депутаттары Дәүләт Думаһына Берҙәм дәүләт имтихандарын бөтөрөргә теләп, уны ғәҙәти дәүләт имтихандары менән алыштырыу тураһында закон проекты әҙерләп биргәйне. Был һынау системаһы буйынса бәхәстәр, һөйләшеүҙәр алдағы көндәрҙә лә күп буласаҡ әле. Ә беҙҙең гәзит уҡыу­сылары БДИ хаҡында ни уйлай, ниндәй фекерҙә икән?

Хыялдар тормошҡа ашһын!

Яңы ғына мәктәп тамамлап, оло тормош юлына аяҡ баҫҡан йәштәр алдында сираттағы һынау: уҡырға ҡайҙа барырға? Шуныһы ҡыҙыҡ: элек юғары уҡыу йорттарына тик яҡшы уҡығандар ғына документтарын бирә торғайны, тиһәк, һуңғы йылдарҙа Берҙәм дәүләт имтиханын уртаса тапшырғандарҙы ла, мәҫәлән, урыҫ теленән 36 балға, алалар. Ә БДИ һөҙөмтәләрен 5 баллы баһалау яғынан ҡарағанда, был «өслө» тигән …

Continue reading ‘Хыялдар тормошҡа ашһын!’ »

БДИ – тормоштағы тәүге һынау

Сығарылыш синыф уҡыусыларының ун бер йыл буйы мәктәптә алған белем кимәлен һынау – Берҙәм дәүләт имтихандары бара. Был осор уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе лә ныҡ борсой, тул­ҡынландыра. Имтихандар нисек бара? Һынауҙарға нисек әҙерләнәләр? Ошо һорауҙарға яуап табыр өсөн һүҙҙе XI синыфты тамамлаусы уҡыусыларға бирҙем.

Һынауҙар бара

Сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн ҡыҙыу мәл. Тулҡынланып көтөп алған Берҙәм дәүләт имтихандары бара. Нисек тапшырырмын, һөҙөмтәләрем нисек булыр, юғары уҡыу йортона инә алырмынмы? Оло тормош юлына аяҡ баҫырға торған ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе мең төрлө һорауҙар борсой. Ата-әсәләре лә улар менән бергә хафалана.

Министр – «дүртле», ә мин «өслө» алдым

Һынау һынау инде. Барыбер бер аҙ ҡурҡыта. Иҫләгәндәрҙе генә эшләрмен, тип әҙерләнеп торманым. Уҡыусы саҡта математиканы башҡа фәндәргә ҡарағанда нығыраҡ ярата инем бит. Ә шулай ҙа мәктәпте тамамлағанға 19 йыл үтеп киткән.

Бүләккә — юллама

Июнь айында Рәсәй мә­ғарифты күҙәтеү хеҙмә­те, күренекле сәйәхәтсе Дмитрий Шпароның «Ма­жара клубы» фонды Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырғанда иң юғары балл йыйыу­сыларға юллама вәғәҙә иткәйне. Ниһайәт, кон­курсҡа йомғаҡ яһалды. 260-тан юғары балл йый­ған 50 ҡатна­шыу­сы араһынан 6 сы­ғарылыш синыф уҡыусыһы бындай бәхеткә лайыҡ булды. Улар Каре­лия һәм Краснодар крайындағы «Ҙур мажара» лагерҙарына ял итергә юлланды.

БДИ: ҡурҡыныс төш кенә булдымы?

Ҡасан ғына БДИ тиҙерәк үтеп китә инде, тип сығарылыш синыф уҡыу­сылары ла, ата-әсәләре лә, уҡытыусылары ла хафаланһа, ниһайәт, һынауҙар артта ҡалып та бара. Күптәр, арҡаһынан бер йөк төшкән һымаҡ, еңел һулап та ҡуйғандыр. Бәғзеләргә ҡурҡыныс төш кеүек кенә булып иҫтә ҡалыр инде.

Тиҙҙән имтихандар башланасаҡ

Республикабыҙҙа 20 мең 472 кеше Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ, шуларҙың 18 мең 956-һы – ун беренселәр, 287-һе – һөнәри уҡыу йорттарынан, 1 мең 166-һы – үткән йылдар­ҙағы сығарылыш синыф уҡыу­сылары, 62-һе – былтыр һынауҙы бирә алмағандар. Был һан былтырғыға ҡарағанда 1 меңгә кәмерәк.