Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡылары

Архaнгел районындағы Атыш шарлауығы. Ул Ләмәҙ йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Бейеклеге – 4 метрҙан ашыу, киңлеге 6 метрға етә. Ә тәрәнлеге 10 метр­ҙан да юғары. Бындай шарлауыҡ – Баш­ҡортостанда бик һирәк осрай торған тәбиғи һәйкәл. Кавказдағы шарлауыҡтарҙан үҙенең текә бағана яһауы менән айырылып тора. Архангелдан көньяҡтараҡ Асҡын мәмерйәһе лә бар. Унда һәр саҡ һыуыҡ. Мәмерйәнең …

Continue reading ‘Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡылары’ »

Чипсы нисек барлыҡҡа килгән?

Балалар яратҡан чипсы 1853 йылдың 24 авгусында АҠШ-та осраҡлы ғына рәүештә уйлап табыла. Ул ваҡытта Джордж Крам Саратога-Спрингс шифаханаһының Moon Lake Lodge ҡунаҡханаһындағы ресторанда шеф-ашнаҡсы булып эшләй. Бер көндө Вандербильдт исемле тимер юл буйынса аҡһөйәк, ҡурылған картуфығыҙ ҡалын туралған, тип ризыҡты кире ҡайтара. Ашнаҡсы ризаһыҙлыҡ белдереүсене шаяртып, бер аҙ үсен дә ҡайтарырға теләй. Уйлап таба …

Continue reading ‘Чипсы нисек барлыҡҡа килгән?’ »

Хәтер өсөн иң шәп дауа

Иртәнге аш менән бергә бер-ике алма ашап йәки уның һутын эсеп ҡуйыу яҡшы булыр. Ни өсөнмө? Баш мейе­һендәге хәтерҙе юйыусы күҙәнәктәрҙе юҡҡа сығарыуға булышлыҡ итә икән. Массачусетс штатындағы институттың фәнни хеҙмәткәрҙәре ошондай һығымтаға килгән.

Болоттар ҙа ауыр икән

Болоттарға ҡараһаң, улар еңел генә һымаҡ тойола, шулаймы? Ысынбарлыҡта улай түгел икән. Ғалимдар бер өйкөм болоттоң уртаса ауырлығын иҫәпләп сығарған. Ул 500 мең килограмм тәшкил иткән. Нисек һанап сығар­ғандармы? Ғәҙәти болоттоң тығыҙлығын, күләмен асыҡлап, уны бер-береһенә ҡабатлағандар.

Һыйырҙар ҙа моң ярата

Йыр тыңларға бик яратам. Өйҙәгеләр йоҡлаһа ла, таң  менән радиомды ҡабыҙып ҡуям. Ашарға бешергәндә, кер йыуғанда ла, өй йыйыштырғанда ла дәртле көйҙәрҙән айырылмайым. Кәйефем күтәрелеп, ҡанатланып, бер аҙ хисләнеп тә китәм,  тауҙар аҡтарырлыҡ эштәр башҡараһы килә башлай.

Йөҙөүсе һәм мәмерйәләге мәктәптәр

Камбоджала Кампонг-Луонг ауылындағы йөҙөүсе белем усағы һыу өҫтөндә урынлашҡан. Бында йәшәүселәрҙе был һис аптыратмай, ғәҙәти күренеш, тип ҡарайҙар. Уҡырға балалар кәмәгә оҡшаған тастарҙа килә. Белем алыусылар һаны күп түгел, 60 ҡына. Йөҙөүсе мәктәпте күрергә тип, туристар ҙа йыш була.

Мөгөҙө менән дауалаясаҡтар

Борай районында яңыраҡ «Толпар» һунарсылыҡ хужалығы асылды. Ул хай­уандарҙы браконьерҙарҙан һаҡлау өсөн махсус рәүештә төҙөлгән. Бында эшләгән хеҙмәткәрҙәр күптән түгел Федя исемле айыу балаһын яуыз ниәтле кешеләр­ҙән аралап алып ҡалған. Хәҙер ул үҙен хужалыҡтың тулы ағзаһы итеп тоя.

Бармаҡ менән иҫәпләү

Балалар миҫал­ды cискәндә бармаҡ менән иҫәпләй башлаһа, атай-әсәй­ҙәр һәм ҡайһы бер уҡытыусылар тыя. Эстән уйлап эшлә, тиҙәр. Бармаҡ менән иҫәп­ләүсенән көлөүселәр ҙә бар. Ә бының бер насарлығы ла юҡ. Ғалимдар хатта бармаҡ менән миҫал сисеүҙе хуплай ҙа. Былай эш итеү туранан-тура мейе менән бәйләнгән икән. Баҡ­һаң, кеше бармаҡтарын эшкә екмәгәндә лә, мәсьәлә сискәндә мейеһенең бармаҡтар …

Continue reading ‘Бармаҡ менән иҫәпләү’ »

Ҡар бөртөктәре

Ҡар бөртөктәре! Ниндәй матурҙар, эйеме? Ә бына уларҙың музыкаль булыуҙарын күптәр белмәйҙер ҙә әле. Йәл, кеше ҡолағы ғына ишетә алмай шул. Һыуға килеп төшһәләр, саҡ ҡына өн сығаралар. Быны балыҡтар һәйбәт ишетә. Шулай ҙа өнәп бөтмәйҙәр, аҙыҡ тип уйлап, тырым-тырағай ташланалар. Бер ҡар бөртөгө лә икенсеһенә оҡшамаған. Уларҙың бөтәһе лә алты мөйөшлө формала була. Һәр …

Continue reading ‘Ҡар бөртөктәре’ »