Ҙурайҙылар инде дүртенселәр

Теүәл дүрт йыл элек I синыфҡа уҡырға килгән уҡыусылар башланғыс мәктәп менән хушлашты. Әсмә Әхтәм ҡыҙы Шәрипова етәкләгән дүртенсе синыфты бөтәһе 25 уҡыу­сы тамамланы, шуларҙың алтыһы – гел «бишле», ун икеһе «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә уҡыған икән.

Кескәйҙәр өсөн спорт байрамы

Рәсәй үҙ тарихында тәүге тап­ҡыр бер ай буйы футбол йондоҙҙары өсөн көйөп янған мәлдә беҙҙә лә балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында спартакиада ойошторолдо. Бүребай мәктәбендә райондың 12 балалар баҡсаһынан килгән командалар үҙҙәренең етеҙлектәрен биш спорт төрөндә һынап ҡараны.

Каникулды – китап менән!

Йәй айҙары – балалар өсөн иң матур, иң ҡыҙыҡлы мәл. Тик китап уҡыуҙы ла оноторға ярамай. Сөнки ул фекерҙе үҫтерә, һүҙ байлығын арттыра. Киләһе уҡыу йылына ла әҙерләнеү мөһим. Шуға ла беҙҙә «Ҡояшлы китапхана» тип аталған йәйге уҡыу залы ойошторолдо. «Йәшел май­ҙансыҡ» булдырып, «Бөтәһе лә хай­уандар тураһында», «Йыһан», «Мөғжизәле илдә», «Атай-әсәйебеҙ менән уҡыйбыҙ», «Беренсе синыфҡа …

Continue reading ‘Каникулды – китап менән!’ »

Быуындар осрашыуы

Уҡыуҙар тамамланғас, мәктәп ҡарамағындағы йәйге һауыҡтырыу лагерҙары үҙ ишектәрен асты. Мәмбәт биләмәһе лә гөрләп торҙо. Беҙ, башланғыс синыф уҡыусылары, ике отрядҡа бүлендек. Көн һайын төрлө ярыштар, саралар үтә.

Дуҫлыҡ еңде

«Миләш» балалар баҡсаһында һәр уҡыу йылы аҙағында бөтә төркөмдәр ҙә ата-әсәләр йыйылышы үткәрә. Быйыл да йолаға тоғро ҡалдыҡ. «Йондоҙсоҡ» төркөмө Ғаилә йылына арнап «Бәхетле осраҡ» ярышын ойош­тор­ҙо. Ата-әсәләр ике командаға бүленеп, ихлас ҡатнашты. Уларға төрлө һынауҙарҙы үтергә тура килде. Ҡыҙыҡлы һорау­ҙарға яуап та бирҙеләр, күңелле стартта ла, һүрәт төшөрөп тә көс һынаштылар.

Ҡыҙҙар-йондоҙҙар

Уңыш кемдәргә йылмая? Тырыштарға, әүҙемдәргә һәм ҡыйыуҙарға, тиерһегеҙ. Дөрөҫ, ошо сифаттарға эйә булмай тороп, еңеүҙәргә өлгәшеүе бик ҡыйын. Сибай интернат-гимназияһында белем алыусы Баймаҡ ҡыҙҙары – Сөмбөл Ласынова менән Илзирә Сәлихова ла шундайҙар сафынан. Уҡыуҙа ла һынатмай, олимпиада, ярыштарҙа даими ҡатнаша улар.

Нурияға – «Йәшлек» премияһы

«Йәшлек» гәзите мәктәп уҡыусылары араһында Булат Солтангәрәев исемендәге республика конкурсы үткәрә. Быйылғы бәйге 2017 йылдың аҙағында башланды. Унда уҡыусылар «Бәйләнештә» селтәренә, «Йәшлек» гәзите редакцияһына төрлө темаларҙы яҡтыртҡан мәҡәләләр ебәрә. Был ҡулъяҙмалар араһынан иң яҡшылары һайланып, гәзит битендә баҫылып сыға. XI синыф уҡыусыһы Нурия Мөхәмәтйәрова менән ошо конкурста икенсе йыл ҡатнаштыҡ. Быйыл уның «Телһеҙ халыҡ – …

Continue reading ‘Нурияға – «Йәшлек» премияһы’ »