Татыу бер ғаилә кеүекбеҙ

Мәктәп – ул шатлыҡ, хис-тойғолар менән тулған ҙур бер донъя. Үҙебеҙҙең бала саҡ һәм үҫмер йылдарыбыҙҙың күп өлөшөн ошонда синыфташтарыбыҙ менән үткәрәбеҙ. Үҙемде бик бәхетле тип һанайым, сөнки мин иң татыу IX «Г» синыфында белем алам. Бергә уҡыған ҡыҙҙар, егеттәр үҙ-ара бик дуҫ, ауыр саҡта һәр беребеҙ үҙ ярҙамын күрһәтергә әҙер. Шуға беҙҙә насар билдәләргә …

Continue reading ‘Татыу бер ғаилә кеүекбеҙ’ »

Сәнғәт иленә сәйәхәт

Тыуған ҡалабыҙ Стәрлетамаҡтағы башҡорт драма театры үҙенең спектаклдәре менән тамашасыларҙы йыш ҡыуандыра. Тик быға тиклем тамашалар күберәк өлкәндәр өсөн ине. Ә бына яратҡан яҙыусыбыҙ Мостай Кәримдең «Өс таған» повесы буйынса спектакль ҡуйылыу беҙҙең өсөн дә шатлыҡ булды. Әҫәр­ҙәге малайҙарҙың балыҡ тотоп, бейек тау башындағы күлгә ебәрергә тырышыуҙары, шул арҡала төрлө мажараларға тарыуҙары тураһында беҙ V …

Continue reading ‘Сәнғәт иленә сәйәхәт’ »

Сығыштар алҡыштарға күмелде

Мәктәбебеҙҙә һәр көнөбөҙ ҡыҙыҡлы үтә. Күптән түгел генә «Мин – һәләтле!» тигән конкурс булды. Бында һәр кем үҙенең оҫталығын күрһәтергә тейеш ине. Бәйгеселәр моңло итеп йырланы, дәртләнеп бейене, тасуири итеп шиғыр ятланы, төрлө причёскалар эшләп күрһәтте. Мәҫәлән, Нурбулат Вәлиевтең моңло йыр­ҙары, Гөлмирә Вәлиеваның һәм Илһөйәр Ишбулатованың дәртле бейеүҙәре берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Гөлдәриә Ғәйетбаеваның яһаған …

Continue reading ‘Сығыштар алҡыштарға күмелде’ »

Бәхет яныбыҙҙа ғына

Нимә ул бәхет? Уны ситтән эҙләү кәрәкмәй. Беҙҙең яныбыҙҙа ғына. Иртән наҙлап уятҡан, йылы һүҙҙәр әйтеп иркәләгән, балаҡайым, тип һәр саҡ өҙөлөп тороусы әсәйҙәр булғанда беҙ – Ер йөҙөндәге иң бәхетле кешеләр.

Бейей-бейей оҫтарабыҙ

Телевизорҙан «Ба­йыҡ» бейеү конкурсын ҡарарға яратам. Һай, оҫталар, шәп бейейҙәр! Беҙҙең Ар­ҡауылда ла сәнғәт мәк­тәбе бар. Пианинола, гармунда, ҡурайҙа уйнарға, һүрәт төшөрөргә өйрәтәләр.

Ҡыҙыҡлы дәрес

Был уҡыу йылында беҙҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Әлнисә Рәхим­йән ҡыҙы Алдырханова-Кәримова уҡыта башланы. Дәрескә бөтәбеҙ ҙә ихлас йөрөйбөҙ, өйгә эштәрҙе ваҡытында эшләйбеҙ. Улар төрлөләндереп бирелә. Гәзит-журналдарҙан, әҙәби әҫәрҙәрҙән темаға ярашлы миҫалдар табабыҙ йәки интернет селтәренән эҙләнеү эштәрен баш­ҡарабыҙ. Әкиәттәр, һүрәтләмәләр яҙабыҙ.

Онотолмаҫлыҡ ял

Ғаиләбеҙ менән тау саңғыһы базаһына бар­ҙыҡ. Рәхәтләнеп бейек тауҙан санала шыуҙыҡ. Кешеләр күп булғас, күңеллерәк! Кәйефтәре­беҙ күтәрелеп, онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алдыҡ. Беҙҙең өйөбөҙҙөң эргәһенә ҙур каток эшләүҙәренә лә бик ҡыуандыҡ. Малайҙар менән көн дә шунда хоккей уйнаныҡ. Мин ял итеп кенә йөрөмәнем, уҡырға ла өлгөр­ҙөм. Мостай Кәримдең «Өс таған» повесы менән таныштым. Рифат СӘЙЕТҒӘЛИН.

Ҡышҡы каникулда

Оҙайлы каникул көндәре бик ҡы­ҙыҡлы үтте. Яңы йылды ҡаршылағас, Берләшкән Ғәрәп Әмирлегендәге Шарджаға барҙыҡ. Беренсе көндө диңгеҙҙә һыу индек, ғаиләбеҙ менән Дубайҙы ла күрҙек. Унда донъялағы иң бейек Хәлифә-Бурдж йортон һәм бейеү фонтандарын ҡараныҡ, диңгеҙҙә һәм бассейнда йөҙҙөк, кәмәлә, катерҙа йөрөнөк. Бер мәл башлығым башымдан осоп китеп, диңгеҙгә барып төштө. Капитан катерҙы бороп ебәреп, уны …

Continue reading ‘Ҡышҡы каникулда’ »

Иң-иңдәрҙе билдәләнек

Мәктәбебеҙҙә Экология йылын йомғаҡлап, Ғаилә йылын асыуға арналған «Беҙ – тәбиғәт балалары» исемле кисә үтте. Унда алты ғаилә ҡатнашты. Беренсе турында үҙҙәре менән таныштырһалар, икенсеһе блиц-турнир булды. Ул беҙҙең ҡанатлы дуҫтарыбыҙ – ҡоштар донъяһына арналды. Киләһе конкурс «Ҡалдыҡ әйберҙәрҙе тормошта нисек кире ҡулланып була?» тип аталды. Һуңынан уйында ҡат­наш­ҡан атай-әсәй­ҙәр балалары менән тотонол­ған, кәрәкмәгән әйберҙәрҙән …

Continue reading ‘Иң-иңдәрҙе билдәләнек’ »

Тәбиғәт – ул беҙҙең йәшәйеш, уны беҙ һаҡларға тейеш!

Белеүегеҙсә, 2017 йыл Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы булғайны. Унда төп иғтибар тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелде. Был йәһәттән беҙҙең мәктәптә лә йәшеллеккә һаҡсыл ҡараш, ихтирамлыҡ, һөйөү тәрбиәләү маҡсатында ярайһы ғына эштәр башҡарылды.