Йөрәк һүҙен еткерҙеләр

Байрам көндәре алдынан мәктәп уҡыусылары һәм шиғриәт һөйөүселәр араһында район үҙәк китапханаһында «Йөрәк һүҙе» шиғри конкурсы уҙғарылды. Унда ҡатнашыу­сылар Ғәлимов Сәләм һәм Ким Әхмәтйәнов исемендәге премиялар лауреаты Әсхәл Әхмәт-Хужаның, шулай уҡ классик һәм яҡташ шағирҙарҙың ижад емештәрен ятҡа һөйләне.

Шаяндар ҙа күп беҙҙә

Гимназиябыҙҙа «Шаяниум – 2018» отҡорҙар һәм шаяндар конкурсы уҙғарылды. Был бәйгелә V – X синыф уҡыусылары ярышты, бөтәһе ун дүрт команда: «Алтындар», «Утаған», «Ете йөҙ», «Шаяндар», «Ун таған», «Бишектәр», «Е», «Минулловсылар», «Юлаевсылар», «Исҡужиндар», «Әпипәләр», «Прокариоттар», «Шаян йондоҙҙар», «Физмат». Йәш айырмалығына ҡарамаҫтан, ҡатнашыусыларҙың барыһы ла үҙенсәлекле сығыштары менән тамашасыларҙың һөйөүен яулап алды. «Сәләмләү», «Видеояҙманы тауышландырыу» һәм …

Continue reading ‘Шаяндар ҙа күп беҙҙә’ »

«Халыҡ тарихында минең ырыуымдың йылъяҙмаһы»

Шулай тип аталды Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт архив хеҙмәтенең 100 йыллығына арналған тикшеренеү эштәре конкурсы. Ул уҙған йыл ойошторолғайны. Әле бына Ғаилә йылында йомғаҡ яһалды.

Сибайҙа – башҡортса КВН

Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә Сибайҙың Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында шаяндар һәм тапҡырҙар турниры үтте. Унда ҡаланың ун мәктәбенән командалар ҡатнашты. Был уйын ғына түгел, ә туған телебеҙҙең байлығын, шаянлығын, матурлығын, нескәлеген күрһәтеү сараһы булды. Ярышта ҡатнашыусы һәр кем һәм бәйгенең һәр тамашасыһы туған телде ниңә төптән өйрәнергә, һаҡларға кәрәклегенә тағы бер тапҡыр инанғандыр, тип …

Continue reading ‘Сибайҙа – башҡортса КВН’ »

Борон-борон заманда…

Баш ҡалабыҙҙа «Һаумы, һаумы, әкиәт!» бәйгеһен үткәреү инде матур бер йолаға әүерелде. Уның бәҫе йылдан-йыл арта, ҡатнашыусылар һаны ла күбәйә бара. Бәләкәс кенә, әле мәктәпкә лә төшмәгән балаларҙың сығышын ҡарау үҙе бер кинәнес. Быйыл да был ярыш матур ғына башланып китте. Бына әле яңыраҡ Өфө ҡалаһының Киров районына ҡараған мәктәпкәсә йәштәге учреждениелар тәрбиәләнеүселәре үҙ-ара көс …

Continue reading ‘Борон-борон заманда…’ »

Уҡытыусылар ярышы

Уҡытыусы — Ниндәй гүзәл исем! Кеше итеп Һине әҙерләй. Тормоштоң ул Көрәшсеһе итә, Кескенәнән Һөйә, ҡәҙерләй, – тип яҙған Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов үҙенең яратҡан мөғәллимәһенә арналған шиғырында. Уҡытыусы – балалар күңеленә белем нуры һалыусы, тормош диңгеҙендә дөрөҫ юл күр­һәтеүсе. Унан да бөйөгөрәк, изгерәк һөнәр юҡтыр был донъяла. Шуға ла уҡытыусы хеҙмәтенең мөһимлеген, абруйын …

Continue reading ‘Уҡытыусылар ярышы’ »

Әгәр телем йәшәй икән, йәшәйәсәк халҡым да

«Тел – һәр милләттең рухи һәм мәҙәни байлығы. Ул юҡ икән, халыҡ та, милләт тә юҡ», – тип яҙғайны Баш­ҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов. Ысынлап та, туған телебеҙ йәшәй икән, килер көндәребеҙ ҙә яҡты, халҡыбыҙҙың да киләсәге бар. Республикабыҙҙа баш­ҡорт телендә ойошторол­ған саралар уның мәртәбәһен, бәҫен күтәрергә, үҫтерергә, йәш быуындың күңелендә һөйөү уятырға ярҙам итә. …

Continue reading ‘Әгәр телем йәшәй икән, йәшәйәсәк халҡым да’ »

Телһөйәрҙәр бәйгеһе

Ҡышҡы каникул мәлендә йыл һайын башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса мәктәп уҡыусыларының республика, төбәк-ара олимпиадаһы үтә. Аралар алыҫ булһа ла, унан төрлө өлкәләрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең дә ситтә ҡалмауы ҡыуандыра. Быйыл да телһөйәрҙәр бәйгеһенә Ырымбур, Силәбе, Ҡурғандан балалар көсөн һынарға килгәйне. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында өс көн буйына барған һынауҙа барлығы 300-гә яҡын …

Continue reading ‘Телһөйәрҙәр бәйгеһе’ »

Яңы исемдәр асыла

Яңыраҡ Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназияла «Талант­тар – 2017» конкурсы уҙғарылды. Ул үҙе бер ҙур тамашаға әүерелде, уҡытыусылар, уҡыусылар, ата-әсәләр ҙә ҡыҙыҡһынып ҡараны. Һәләттәре менән балҡып торған, йырларға, бейергә, шиғыр һөйләргә яратҡандар бихисап ине. Финалға үтеүсе ҡыҙҙар, малайҙар сағыу номерҙар күрһәтте, тамашасыларҙы ныҡ һөйөндөрҙө.

Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар!

Уҙып барған йылда республикала туған телгә бәйле саралар күп уҙҙы. Телебеҙҙең киләсәге өсөн һәр беребеҙ яуаплы икәнен, ниһайәт, аңланыҡ, буғай. Башҡорт телен йәшәтергә, киләһе быуындарға шул килеш тапшырырға бурыслыбыҙ. Ә бының өсөн үҙ-ара туған телдә аралашырға, интернетта башҡортса яҙышырға кәрәк. Улай ғына ла түгел, ижад итергә, фильмдар төшөрөргә, башҡорт теленең абруйын күтәрергә тейешбеҙ.