Йылмайып-көлөп кенә…

Был көндө рәхәтләнеп көлдөк тә, шаярҙыҡ та. Ни өсөн, тиһегеҙме? Шаяндар һәм отҡорҙар конкурсы. Синыфтар араһында уҙасаҡ ярыш иғлан ителеү менән әҙерлек дәррәү генә башланды. Ойоштороусылар ҙа сараның Ғаилә йылына арналыуын һәм башҡорт телендә барасағын алдан иҫкәрткәйне.

«Ер хужаһы» кем?

Ауылдарҙа эш булмағанлыҡтан, бөгөн күпселек йәштәрҙең ситкә ылығыуы һәм ерҙәребеҙҙең етемһерәп ҡалыуы, тыуған тупраҡҡа ҡәҙер-хөрмәт юғалыуы ҙур борсолоу уята. Ә бит туған телебеҙҙең, халҡыбыҙҙың яҙмышы уның менән бәйле лә баһа! Үҙ тупрағыбыҙҙы, тыуған еребеҙҙе юғалтыу телебеҙҙән, бер милләт, бер халыҡ булып йәшәүебеҙҙән яҙыуға тиң, тип уйлайым мин. Бөйөк шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич: «Тупраҡ ҡәҙерен аңламау беҙҙең …

Continue reading ‘«Ер хужаһы» кем?’ »

Йәш ҡәләм оҫталары ярышты

Яңыраҡ Белореттағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында 2-се төбәк-ара «Илһам» балалар ижады конкурс-фестивале уҙҙы. Был сараны икенсе йыл рәттән Мәүлит Ямалетдинов етәкселегендәге «Өлкәр» һәләтле балаларҙы күтәрмәләү хәйриә фонды «Ҡуңыр буға» төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә ойоштора.

Күңелемдә минең ҡәләм тибрәлә

Ғафури районында танылған яҙыусы Гөлнур Яҡупова башлап ебәргән «Өмөтлө ҡәләм» ижад бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. Быйылғы еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы әҙибәнең йәнтөйәге Сәйетбабала үтте. Мәктәптең тамаша залына уҡытыусылар, уҡыусылар, төрлө ауылдарҙан килгән бәйге еңеүселәре, Өфөнән, район үҙәгенән килгән ҡунаҡтар, үҙҙәренең номинацияларын булдырған ойошма вәкилдәре йыйылды.

Тылсымлы әкиәт донъяһында

Баш ҡаланың Дим районы буйынса ойошторолған «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсының гала-концерты 102-се башҡорт гимназияһында гөрләп уҙҙы. Унда 13 балалар баҡсаһынан 42 кескәй бала һәм 8 мәктәптән 71 башланғыс синыф уҡыусыһы ҡатнашты.

Башҡорт ҡыҙы «Рәсәй һылыуҡайы-2018» конкурсында иң яҡшы милли кейем өсөн дипломға лайыҡ булды

Земфира Байдәүләтова «Рәсәй һылыуҡайы-2018» милли матурлыҡ конкурсында иң яҡшы милли кейем өсөн дипломға лайыҡ булды. Был хаҡта «Һылыуҡай-Bashkirian Beauty» студияһы директоры Линара Таһирова хәбәр итте. 19 йәшлек Земфира Байдәүләтова 70 мең ғаризанан тәүге 20 исемлегенә инде. Интернетта тауыш биреүҙә Земфира етенсе урынға сыҡты. Земфира — ғаиләлә һигеҙенсе бала, уның алты ағаһы һәм бер апаһы бар. …

Continue reading ‘Башҡорт ҡыҙы «Рәсәй һылыуҡайы-2018» конкурсында иң яҡшы милли кейем өсөн дипломға лайыҡ булды’ »

Беҙҙең гимназия йондоҙҙары

Ҡарҙар иреп, тирә-яҡ тыуған яҡтарын һағынып ҡайтҡан ҡоштар моңона тула башлағас, беҙҙә, һәр йылдағыса, «Гимназия йондоҙҙары» исемле конкурс уҙғарыла. Быйыл ул үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләне.

Иң яҡшы уҡытыусы ҡайҙан?

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика бәйгеһе 1991 йылдан алып уҙғарыла. Быйылғыһында 188 педагог көсөн һынаны. Уның барышында башҡорт теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте, урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән белем биреүселәр, йәш педагогтар араһында ла конкурстар үтте. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2018» төбәк-ара ярышында Татарстан Республикаһынан, Силәбе өлкәһенән дә милләттәштәребеҙ ҡатнашыуы ҡыуандырҙы.

Иң һылыуы – Әлфинә

Баш ҡалабыҙҙа республика гүзәллек конкурсының финалы үтте. Унда 12 башҡорт сибәркәйе араһынан «Һылыуҡай – 2018» титулын 20 йәш­лек Әлшәй ҡыҙы Әлфинә Кашапова яуланы. Өфө дәүләт авиация-техник университетының III курс студенткаһы «Мисс-Матбуғат» номинацияһына ла лайыҡ булды. Уға төп приз – «Лада Гранта» машинаһы тапшырылды. Ә Ейәнсуранан Наҙгөл Әйүпова – беренсе, Балаҡатайҙан Илзирә Әсмәндийәрова – икенсе, Бишбүләктән …

Continue reading ‘Иң һылыуы – Әлфинә’ »